Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘТРҮШ

МӘТРҮШ (Origanum), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, башлыса Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ябай М. үҫә. Тармаҡлы, йәйелеүсән тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы дүрт ҡырлы, төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 30—60 см. Япрағы йомортҡа формаһында,...

МӘТИНОВ Шаһишәриф Миҙәтғәли улы

МӘТИНОВ Шаһишәриф Миҙәтғәли улы [1856, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Назар а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 1919], Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты (Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы). Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур ҡ. мосолман халыҡ партияһы ағзаһы (1906). Ҡазанда...

МӘТӘҮТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

МӘТӘҮТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы-Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 45 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 42 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1310 кеше; 1920 — 1237; 1939 — 974; 1959 — 839; 1989 — 416; 2002 — 433; 2010— 457 кеше. Башҡорттар,...

МӘТӘҮЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай

МӘТӘҮЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Заимка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 111 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 186 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 91 кеше; 1959 — 430; 1989 — 170; 2002 — 103; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты...

МӘТӘҮБАШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

МӘТӘҮБАШ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1271; 1939 — 1204; 1959 — 974; 1989 — 733; 2002 — 687; 2010 — 789 кеше. Татарҙар,...

МӘТӘЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл

МӘТӘЛЕ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Мәтәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 75 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 150 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2422 кеше; 1920 — 2995; 1939 — 1512; 1959 — 1265; 1989 — 1067; 2002 — 1080; 2010 — 1080 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

МӘТӘЛЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл

МӘТӘЛЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 134 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 — 369; 1939 — 280; 1959 — 305; 1989 — 139; 2002 — 131; 2010 — 56 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

МӘҪНӘҮИ

МӘҪНӘҮИ (ғәр.), 1) Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтендә үҙ‑ара рифмалашҡан 2 юлдан торған шиғри строфа. С.Сараиҙың “Гөлөстан бит‑төрки”, Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, Харәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин” әҫәрҙәре М. формаһында яҙылған. Башҡорт әҙәбиәтендә М. формаһына Ш.Зәки,...

МӘҪӘЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

МӘҪӘЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Мәҫәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1285 кеше; 1920 — 1449; 1939 — 946; 1959 — 714; 1989 — 696; 2002 — 618; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар...

МӘҪӘЛ, әҙәби жанр

МӘҪӘЛ, шиғри йәки сәсмә формала яҙылған ҡыҫҡа хикәйә, әҙәби жанр. Һүҙ сәнғәтенең боронғо төрҙәренең береһе. Аллегорияға нигеҙләнеп хикәйәләнә һәм аҙағында өгөт-нәсихәтле һығымта яһала. Ҡайһы бер М. өгөт‑нәсихәт бирелмәй, ләкин ул текстан аңлашыла. Әхлаҡтың М. сюжеты м‑н үҙ‑ара бәйләнеше уның нарратив...

МӘСКӘҮ, Учалы р‑нындағы ауыл

 МӘСКӘҮ, Учалы р‑нындағы ауыл, Наурыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 69 км һәм Учалы т. юл ст. 79 км алыҫлыҡта Урал й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 495 кеше; 1920 — 648; 1939 — 384; 1959 — 372; 1989 — 388; 2002 — 470; 2010 — 409 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

МӘСКӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

МӘСКӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Мәскәү а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1973 кеше; 1920 — 2512; 1939 — 1629; 1959 — 1113; 1989 — 1631; 2002 — 1788; 2010 — 1879 кеше....

МӘСКӘҮ, баш ҡала, РФ субъекты

МӘСКӘҮ, Рәсәй Федерацияһының баш ҡалаһы, РФ субъекты. РФ‑тың Европа өлөшөндә, Ока м‑н Волга йй. араһында, Мәскәү й. ярында урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 1147 й. йылъяҙмала телгә алына, 15 б. 2‑се яртыһынан Рәсәйҙең баш ҡалаһы. 10 адм. округтан тора. Үҙәк федераль округка инә. Майҙаны — 2561 км2. Халҡы —...

МӘСКӘҮ, ауыл, Октябрьский ҡ. эсендә

МӘСКӘҮ, ауыл, 1946 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәскәү (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡолов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Таубаш булараҡ теркәлгән. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар,...

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ

МӘСКӘҮ ЯРУСЫ (Мәскәү ҡ. исеменән), карбондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Башҡорт ярусында ята, ҡасим ярусы м‑н ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан Мәскәү эргәһендә айырып күрһәтелә (1890). Диңгеҙ карбонаттарынан һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминифер, мәрйен, брахиопод, бүздәк, энә тирелеләр,...

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәләүез ҡ. филиалы 1995 й. уҡыу-консультация пункты булараҡ асыла, 1997 й. алып вәкиллек, 1998 й. — К.Г.Разумовский ис. Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү ун-ты филиалы. Составына 6 кафедра, 4 бүлек, 2 ғилми‑тикшеренеү һәм 20 уҡыу лаб., 2 ғилми‑тикшеренеү...

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ПСИХОЛОГИЯ-СОЦИОЛОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ. Стәрлетамаҡ ҡ. филиал 1997 й. асыла. Филиал составында — 4 ф‑т (лингвистика, психология, иҡт., юридик). 3 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр залы һ.б. бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 5 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. Уҡытыусылар...

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ

МӘСКӘҮ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Тверь, Ярославль, Владимир, Рязань, Тула, Калуга һәм Смоленск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Мәскәү. 1929 й. 14 ғин. ойошторолған. Составында 36 район, 77 ҡала, 70 ҡала тибындағы ҡасаба (2012). Үҙәк федераль округҡа инә. Майҙаны...

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

МӘСКӘҮ ИҠТИСАДИ ҮҘГӘРТЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2014 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 8 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барылған: бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит; дәүләт һәм муниц. идаралыҡ; донъя иҡтисады; сит телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе уҡытыу...

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ

МӘСКӘҮ ГУМАНИТАР УНИВЕРСИТЕТЫ, М.А.Шолохов ис. йөрөтә, дәүләт ҡарамағында. Өфө филиалы 1999 й. асыла, 2015 й. ябыла. Филиал составында 4 кафедра, иҡтисад-технология колледжы, Р.Ғ.Кузеев ис. мәғлүмәт-китапхана үҙәге, славян телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са ғилми-методик үҙәк, полиграфия, аудио-визуаль...