Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1959 й. 2-се мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1962 й. Ю.А.Гагарин исеме бирелә, 1993 й. алып мәктәп-интернат-гимназия, 1997 й. — 3‑сө Башҡ. респ. гимназия-интернаты. Китапханаһы, компьютер класы, сәнғәт-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. блогы, спорт залы бар....

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №2

ГИМНАЗИЯ‑ИНТЕРНАТ №2. Ишембай  љ. урынлашљан. 1937 й. 3‑сї урта  мєктєп булараљ асыла, 1961 й. алып  2‑се мєктєп‑интернат, 1992 й. — 2‑се  Башљ. респ. гимназия‑интернаты (Є.Є.  Вєлидов исеме бирелгєн), 2012 й. башлап  Є.Є.Вєлиди ис. 2‑се Башљ. гимназия‑интернаты. Аѓас эше, слесарлыљ ћєм теген оѕтаханалары,...

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1944 й. етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарының һәм инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы 9-сы башҡ. урта мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. алып 1-се Башҡ. респ. мәктәп-интернаты, 1991 й. — 1‑се Башҡ. респ. гимназия-интернаты....

ГИМНАЗИЯ №3

ГИМНАЗИЯ №3. 1860 й. Өфөлә 1‑се разряд Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы. 1919 й. үҙгәртелеп, башланғыс кластарҙан 1‑се һанлы 1‑се баҫҡыс мәктәп, өлкән кластарҙан 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола; 1920 й. улар 1‑се һанлы 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс...

ГИЛЕВА Наталья Георгиевна

ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә...

ГИДРОФИТТАР

ГИДРОФИТТАР, макрофиттар (гидро... һәм фито...), ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре. Г. өсөн механик һәм һыу үткәргес туҡымаларҙың үҙгәреүе, махсуслашҡан һауа йөрөтөүсе туҡымаларҙың (аэренхималар) булыуы хас; тамыры беркетеү ағзаһы булып тора. Г. төрҙәре: һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (бәләкәй тәлмәрйен тәңкәһе,...

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР

ГИДРОТЕХНИК ҠОРОЛМАЛАР, һыу ресурстарын файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һыу стихияһының һәләкәтле йоғонтоһонан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары. Дөйөм тәғәйенләнешле Г.ҡ.: һыуҙы үткәрмәй, тотоп тороусы (плотиналар, дамбалар һ.б.), һыу үткәреүсе (каналдар, гидротехник туннелдәр һ.б.), көйләүсе...

ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ

ГИДРОМЕХАНИЗАЦИЯ, технологик процестарҙың бөтәһе лә йәки күпселеге хәрәкәт итеүсе һыу ағымы энергияһы иҫәбенә башҡарылған механизация ысулы. Г. өсөн гидромониторҙар, насостар, ер ҡаҙыу машиналары һ.б. ҡорамалдар файҙаланыла. Г. төп технологик процестарына тупраҡ һәм тау тоҡомдарын ҡаҙып алыу, һыу ҡатышмаһын...

ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ

ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, халыҡ хужалығын метеорология, климатология, гидрология өлкәһендәге мәғлүмәттәр һәм прогноздар менән тәьмин итә. Г.х. бурыстары: РФ территорияһы, сит илдәр һәм Донъя океаны акваторияһы буйынса гидрометеорологик мәғлүмәт туплау, дөйөмләштереү, анализлау һәм таратыу; шулай уҡ...

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау)...

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ, гидротехник мелиорация, а.х. ерҙәренең уңайһыҙ һыу режимын яҡшыртыу б‑са техник, агротехник һәм ойоштороу‑хужалыҡ саралары системаһы. Г. һыу режимын көйләй, шул уҡ ваҡытта тупраҡтың һауа, йылылыҡ һ.б. режимдарына тәьҫир итә, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә һәм а.х. культураларынан тотороҡло...

ГИДРОЛОГИЯ

ГИДРОЛОГИЯ (гидро... һәм ...логия), географияның Ерҙең гидросфераһын, уның үҙенсәлектәрен һәм унда барған процестарҙы, күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Г. геология, геоморфология, геодинамика, геоэкология, геохимия, гидрогеология, метеорология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Дөйөм, ҡоро ер, диңгеҙ (океанология)...

ГИДРОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер өҫтөн ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙарының гидрологик режимы оҡшашлығы б-са терр‑яларға бүлеү. Гидрологик билдәләр комплексы б‑са йәки уларҙың иң мөһим билдәһенә ҡарап (уртаса, макс., миним. аҡма дәүмәлдәре, туйыныу режимы һ.б.) һәм терр‑яларҙың физик‑геогр. шарттарын (урындың...

ГИДРОКРЕКИНГ

ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа...

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ,...

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ, газ йәки шыйыҡлыҡ ағышы энергияһын тауыш тулҡыны энергияһына (акустик энергия) әүерелдереүсе ҡоролмалар. Эшләү принцибы б‑са гидродинамик нур сығанаҡтарына һәм сиреналарға бүленәләр. Гидродинамик нур сығанаҡтарының эшләүе соплоның батырылған турбулент шыйыҡлыҡ ағымының ҡаршылыҡ...

ГИДРОГРАФИК СЕЛТӘР

ГИДРОГРАФИК СЕЛТӘР, ниндәй ҙә булһа бер терр‑я сиктәрендә булған бөтә һыу ағымдары һәм ятҡылыҡтары (йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, һыуһаҡлағыстар). Г.с. төҙөлөшө климатҡа (яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме, парға әйләнеү кимәле), урындың рельефына, геол. төҙөлөшөнә бәйле. Г.с. иң мөһим күрһәткесе булып йылға...

ГИДРОГЕОЛОГИЯ

ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары һ.б. менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән бүлеге. Г. үҙ аллы фән булараҡ 19 б. 2-се яртыһында геология менән гидрология...

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары буйынса ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында ҙур геологик структураларҙағы гравитацион ер аҫты һыуҙары ятыуының һәм төп гидрографик селтәргә ҡойған баҫымһыҙ, ярымбаҫымлы һыуҙар...

ГИДРО...

ГИДРО... (гр. hydor — һыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “һыуға, һыу киңлегенә ҡағылышлы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., гидрогеология, гидрология, гидромеханизация). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов