Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Урыҫ әҙәбиәтендә башҡорттар хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәттәр 15—16 бб. йылъяҙмаларына барып тоташа. 19 б. 40—50‑се йй. Башҡортостан хаҡындағы тарихи-геогр. мәҡәләләр, хикәйәләр һәм очерктарҙы В.С.Лосиевский баҫтыра. 19—20 бб. башында урыҫ әҙәбиәтендә башҡ. тематикаһын С.Т.Аксаков,...

БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ

БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Башҡортостандың тарихы һәм бөгөнгөһө, уның мәҙәниәте төрлө халыҡтарҙың нәфис әҙәбиәтендә сағылыш таба. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел, рухи һәм терр. яҡынлығы татар яҙыусыларының Башҡортостан т‑да байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була....

БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БАПП, Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһының респ. әҙәби ойошмаһы. 1928 й. нояб. Өфөлә 1‑се ҡала пролетар яҙыусылар конф. ойошторола. 1932 й. тиклем эшләй. Ассоциацияның төп бурысы: башҡорт әҙәбиәтендә соц. идеологияны раҫлау. Ойошманың матбуғат органдары...

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Б.ә., боронғо төрки әҙәбиәте һәм көнсығыш әҙәбиәте традицияларына таянып, башҡ. фольклоры нигеҙендә үҫешә. Башҡ. һүҙ сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡылары болғар осорона (ҡара: Волга буйы Болғары) ҡарай. Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының төрлө этник төркөмдәренең...

БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы

БАСИРОВ Миәссәр Мәғәсүм улы (25.11.1930, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 28.2.1983, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1952—63 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑тының (ҡара: “Башҡортостан”) әҙәби хеҙм‑ре, 1964—80 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз.,...

БАННОВ Геннадий Ефимович

БАННОВ Геннадий Ефимович (28.12.1928, Төмән ҡ. — 16.4.2017, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. проф.‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). БДУ‑ны тамамлаған (1959). 1951 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы өлкә советы (Сахалин өлк.) рәйесе урынбаҫары, 1953 й. алып Башҡ‑н проф.‑техник...

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ

БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары,...

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы

БАЙЫМОВ Роберт Нурмөхәмәт улы (10.1.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Үтәгән а. — 30.4.2010, Өфө), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (2005), БАССР‑ҙың (1986) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1964), 1968 й....

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы [30.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сейәлеҡул а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 16.2.2010, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст хәрби инженерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1950—62 йй. “Кызыл таң”...

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы

БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис....

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы

БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы (2.6.1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яманғол а. — 22.7.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1961). 1962 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире,...

БАЖОВ Павел Петрович

БАЖОВ Павел Петрович (15.1.1879, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Сысәрт Заводы ҡсб, хәҙ. Сысәрт ҡ., — 3.12.1950, Мәскәү, Свердловск ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Б. ижадының төп жанры — хикәйәләр, уларҙа төп тема — ижади хеҙмәт, кеше бәхете һәм намыҫы. Әҫәрҙәренең төп геройҙары булып халыҡ оҫталары сығыш яһай [“Таш...

БАБИЧ Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы

  БАБИЧ (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы [2.1.1895, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әсән а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], шағир, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1910 й. һәм 1913 й. Ҡаҙағстанда уҡыта. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен...

ӘХМӘТЙӘНОВА Зарема Әхәт ҡыҙы

ӘХМӘТЙӘНОВА Зарема Әхәт ҡыҙы (28.5.1945, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. – 9.10.1992, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) Андижан һәм Өфө ҡҡ. төрлө учреждениеларында эшләй. 1983 й. алып БАССР Яҙыусылар союзының художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы, 1987–88...

ӘМИРИ (Әмиров) Ғәйнан Ғимазетдин улы

ӘМИРИ (Әмиров) Ғәйнан Ғимазетдин улы [25.8.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Уртауыл а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) – 9.10.1982, Өфө], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939).Б.В. һуғышындаҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1938)....

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы

ӘМИНЕВ Әмир Мөхәмәт улы (1.1.1953, БАССР‑ҙың Ғафури районы Һабай а.), яҙыусы. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (1993) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1989). М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң (Мәскәү ҡ., 1980) “Ағиҙел” журналында хеҙмәткәр, яуаплы секретарь, баш...

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү; милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу формаларының береһе. Уларҙы ойоштороу традицияһы СССР‑ҙа 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың ижади союздары,...

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ, нәфис әҙәбиәтте, уның асылын һәм спецификаһын, килеп сығышын, йәмғиәттәге функцияһын, тарихи‑әҙәби процесс законлыҡтарын өйрәнгән фән тармағы. 3 төп йүнәлеше бар: әҙәбиәт теорияһы – әҙәби ижадтың төп элементтарының (шиғри тел, әҙәби жанрҙар,шиғыр төҙөлөшөһ.б.) асылын һәм функциональ...

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР, иң яҡшы әҙәби әҫәрҙе асыҡлау маҡсаты м‑н үткәрелгән бәйгеләр. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әйтеш Ә.к. тәүге формаһы булып тора. Рәсми рәүештә Ә.к. 1920 йй. 2‑се ярт. үткәрелә башлай. Ойоштороусылары – дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар (Башҡортостан пролетар яҙыусылар...