Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы

ИСХАҠОВ Салауат Миҙхәт улы (7.9.1959, БАССР-ҙың Иглин р-ны Меңйетәр а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1989 й. алып РФА‑ның Рәсәй тарихы ин‑тында эшләй (Мәскәү), 1995 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта РФА‑ның Соц. реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы б‑са...

ИСТОРИОГРАФИЯ

ИСТОРИОГРАФИЯ (гр. historia — үткәндәр, белгәндәр т‑да хикәйәләү һәм ...графия), билдәле бер дәүергә, темаға арналған тикшеренеүҙәр йыйылмаһы. Башҡортостан терр‑яһы һәм унда йәшәгән халыҡтар т‑да тәүге яҙма телгә алыуҙар грек сәйәхәтселәренә ҡарай. Аримасптар, аргиппейҙар, иирктар т‑да мәғлүмәттәр Аристей...

ИСТОМИНА Энесса Георгиевна

ИСТОМИНА Энесса Георгиевна (16.6.1943, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1984), проф. (2003). Журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Псков һәм Новгород ҡҡ. архивтарында эшләй. 1969 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив...

ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ

ИРГЕН ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ирген й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында Осокиндар тарафынан Түб. һәм Үрге Ирген баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1800 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804) алып А.А.Кнауф,...

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ИНЙӘР ТАУ СӘНӘҒӘТЕ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1898 й. Мәскәүҙә С.П.Дервиз тарафынан Рус сауҙа‑сәнәғәт банкыһы ҡатнашлығында ойошторола. 1917 й. тиклем Дервиздар ғаиләһе контроле аҫтында була. 1898 й. йәмғиәттең төп капиталы 2,4 млн һум (250‑шәр һумлыҡ 960 акция) тәшкил итә; күсемһеҙ милек хаҡы 1899 й. —...

ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович

ИЛИЗАРОВ Симон Семёнович (21.3.1950, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004), проф. (2006). Б.С.Илизаровтың ҡустыһы. Мәскәү тарих-архив ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1975 й. алып РФА‑ның Тәбиғәт фәне һәм техника тарихы ин‑тында (1990 й. башлап...

ИЛИЗАРОВ Борис Семёнович

ИЛИЗАРОВ Борис Семёнович (24.4.1944, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1986). С.С.Илизаровтың ағаһы. Мәскәү тарих‑архив ин‑тын тамамлаған (1969). 1973 й. башлап Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ҒТИ‑нда, 1979 й. — Мәскәү тарих‑архив ин‑тында (1981 й. алып архив эше теорияһы...

ИЛЕШЕВ Ғөбәйҙулла Шәрип улы

ИЛЕШЕВ Ғөбәйҙулла Шәрип улы [10.11.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Түбәнге Сирбай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.8.2009, Өфө], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1985), проф. (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған (1961). 1944—51 йй. СССР...

ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР

ИҠТИСАДИ КРӘҪТИӘНДӘР, Рәсәйҙә 18 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәр категорияһы, 1794 й. сиркәү ерҙәрен дәүләт мөлкәтенә әйләндереү арҡаһында Экономия коллегияһы ҡарамағына бирелгән элекке монастырь крәҫтиәндәренән формалаша. И.к. дәүләт ерендә йәшәгән һәм бүлеп бирелгән ерҙән файҙаланған, монастырь ерҙәренең...

ИВАНОВ Виталий Петрович

ИВАНОВ Виталий Петрович (3.6.1952, БАССР-ҙың Бишбүләк р‑ны Вишнёвка ҡсб), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2006). Сыуашстан Республикаһының атҡ. фән эшмәкәре (2008). Сыуаш ун‑тын тамамлаған (1976). 1976—78 йй., 1981—92 йй. һәм 1997 й. башлап Сыуаш гуманитар фәндәр ин‑тында эшләй (2006 й. алып баш ғилми хеҙм‑р,...

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ

ИВАН-ПАВЛОВКА ЗАВОДЫ,1875 й. сауҙагәр И.П.Беляков тарафынан Златоуст өйәҙе 2‑се Әйле улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Саҡмаҡлы й. (Әй й. басс.) буйында суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Беляков, 1877 й. алып И.И.Беляков. Иван-Павловка тау округына ингән....

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы

ИБРАҺИМОВ Шаһимәрҙән Мерәҫ улы (1841, Ырымбур губ. — 1892, Ғосман империяһының Джидда ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ырымбур башҡорттарынан (дворяндарҙан тип фараз ителә). Действительный статский советник. Төрки, фарсы һ.б. телдәрҙе белгән. Себер кадет корпусын тамамлағандан һуң (Омск ҡ., 1864)...

ЗИРАХ Аполлоний Александрович

ЗИРАХ Аполлоний Александрович (1855, Быҙаулыҡ ҡ. — 20.11.1919, Өфө), фотограф. 1872 й. алып — Һамар губ. дәүләт һәм земство учреждениеларында, 1893 й. — Көнбайыш Себер т. юлы төҙөлөшө башҡармаһы канцелярияһында, 1896 й. — Өфө губерна земство башҡармаһында, 1918 й. башлап Өфө губерна ХКС‑ында, революцион...

ЗЕНЬКОВСКИЙ Сергей Александрович

ЗЕНЬКОВСКИЙ Сергей Александрович (16.6.1907, Киев — 31.3.1990, Деланд ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1942), профессор. Париж ун‑тын тамамлаған (1930). 1922 й. алып — Чехословакияла, Францияла, 1949 й. башлап АҠШ‑та йәшәй. Фәнни тикшеренеүҙәре боронғо урыҫ әҙәбиәте, старообрядсылыҡ тарихына, 1905—25 йй....

ЗӘЙНЕТДИНОВ Шамил Рәшит улы

ЗӘЙНЕТДИНОВ Шамил Рәшит улы (28.11.1951, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфөлә эшләй: ТТӘИ‑лә (1995 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2000 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (ватан һәм дөйөм тарих каф. мөдире), 2003 й. — Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт....

ЗАЙЦЕВ Яков Васильевич

ЗАЙЦЕВ Яков Васильевич (5.10.1923, Сыуаш авт. өлк. Батеево а. — 9.8.1994, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), БАССРҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан пед. ин‑тын (1948), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. тамамлаған...

ЖЕРАВИНА Әнисә Нурылғаян ҡыҙы

ЖЕРАВИНА Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (22.5.1932, БАССР‑ҙың Саҡмағош р-ны Тайнаш а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1955) 1961 й. тиклем Томск өлк. Молчаново р‑нында...

ЖАЛОВАННЫЙ ГРАМОТАЛАР

ЖАЛОВАННЫЙ ГРАМОТАЛАР, айырым кешеләргә йәки халыҡ төркөмөнә билдәле бер хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр биреү т‑да документ, улар 12—19 бб. Рәсәйҙә юғары власть тарафынан бирелгән. Тәүге Ж.г. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында башҡорттар алған. Был документтарҙа башҡорттарҙың Мәскәү батшалығы...

ЕР СӘЙӘСӘТЕ

ЕР СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Башҡорттарҙың ер мөнәсәбәттәрен дәүләт тарафынан көйләү 13 б. барып тоташа: Алтын Урҙа хакимдары башҡорттарға башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалдырыуҙы гарантиялаған ярлыҡтар биргән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә...

ЕР КОМИТЕТТАРЫ

ЕР КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә 1917—18 йй. Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем ер реформаһын әҙерләү һәм аграр мәсьәләне хәл итеү б‑са ваҡытлыса сараларҙы эшләү маҡсатында ойошторолған учреждениелар. Баш Е.к. Игенселек министрлығы эргәһендә — 1917 й. мартында, губерна,...