Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ

ИМӘНКИҪКӘ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—9 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Имәнкиҫкә а. янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡ‑н терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм уның ҡушылдығы Ыҡ й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. урта ағымында (Кушнаренко ҡәберлеге, Романовка торамалары һ.б.) тупланған....

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ

ИМӘНДӘШ ҠАЛАСЫҒЫ, 7—12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Ғафури р‑ны Имәндәш а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Еҙем й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. Н.А.Мәжитов һәм Х.В.Йосопов тарафынан асылып өйрәнелә, 1963 й., 1968 й. Г.И.Матвеева, 1989 й. Мәжитов һәм Ә.Н.Солтанова тарафынан тикшерелә. Ҡаласыҡ...

ИЛМЫРҘА МӘҘӘНИӘТЕ

ИЛМЫРҘА МӘҘӘНИӘТЕ, Урал алды мәҙәниәте, Урал буйы мәҙәниәте, мезолиттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 9—6 бб. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Илмырҙа а. янындағы тора исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында И.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. урта ағымында (Дәүләкән, Романовка торамалары, Сөн торалары һ.б.) тупланған....

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 2‑се сирегенә ҡарай. Ырымбур өлк. Изобильный а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 м алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1993 й. М.А.Турецкий тарафынан өйрәнелә. Кәшәнә бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролманан ғибәрәт...

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ, палеолиттың археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. һул ярында урынлашҡан. 2 яҙма (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) табылған. И.я.I Иҙрис мәмерйәһенә ингән урында ҡая киртләсендә урынлашҡан. 1934 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла,...

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович

ИГНАТЬЕВ Руф Гаврилович (7.9.1818, Мәскәү губ. — 2.1.1886, Ырымбур ҡ.), тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Лазарев шәреҡ телдәре ин‑тын (Мәскәү), Париж консерваторияһын тамамлаған. 1837 й. алып Мәскәү, Тверь һәм Новгород губ., 1858 й. — Ырымбур губернаһының, 1865—77 йй. һәм 1880 й. башлап Өфө губернаһының...

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Хәйбулла р‑ны Ивановка а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тарафынан тасуирлана, 1974 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. А.Х.Пшеничнюк) тарафынан өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам....

ИВАНОВ Владимир Александрович

ИВАНОВ Владимир Александрович (28.4.1950, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1990), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Иглин р‑ны мәктәптәрендә, 1975 й. Куйбышев пед. ин‑тында, 1976 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй (1991 й....

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала ҡ. — 19.11.2020, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих фәндәре докторы (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск педагогия институтында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск...

ЗАПОВЕДНЫЙ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ

ЗАПОВЕДНЫЙ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, палеолит осоро археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12‑се мең йыллыҡҡа ҡарай. Заповедный мәмерйәһендә урынлашҡан. 1969 й. В.А.Марушин тарафынан асыла, 1981 й. Ю.А.Морозов, 1990 й. В.К.Фёдоров, 1993— 98 йй., 2005 й. В.Г.Котов тикшерә. Мәмерйә эсендәге ғибәҙәтхананан тора. Шартлы рәүештә...

ЕРЛӘҮ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ЕРЛӘҮ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, археологик ҡомартҡылар, мәйеттәрҙе ерләү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмалар йәки ҡоролмалар комплексы. Е.ҡ. ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр, мавзолейҙар, кәшәнәләр, пирамидалар һ.б. инә. Иң иртә Е.ҡ. урта палеолитҡа (мустье дәүере) ҡарай, Башҡортостан терр‑яһында неолиттан алып билдәлеләр...

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

ЕЛШАНКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Быҙаулыҡ р‑ны сиктәрендә Һамар й. һул ярында урынлашҡан неолит—энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Һыубаҫар туғайҙа һәм уға яҡын ҡалҡыулыҡ киртләстәрендә урынлашҡан. 1975 й. Куйбышев пед. ин‑ты экспедицияһы (етәкс. И.Б. Васильев) тарафынан асыла һәм...

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

ЕЛЕНОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, Ырымбур өлк. Домбаровский р‑ны сиктәрендә Ушҡатты, Кейембай һәм Шандаша йй. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө. Ҡалҡыулыҡ киртләсендә урынлашҡан. 1956 й. СССР ФА Археология ин‑тының Көньяҡ Урал экспедицияһы...

ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ

ДЕРБЁШКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 113—14 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Бүләк а. төньяҡ‑көнсығышта урынлашҡан. Дербёшка ҡасабаһы (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1963 й. П.Н.Старостин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1984—89 йй. Т.К.Ютина һәм Н.Л.Решетников тикшерә. Ҡурғанһыҙ...

ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ

ДЕРБЕНЁВ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Мәләүез р‑ны Йомаҡ а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Ергән й. (Ағиҙел й. басс.) уң ярында урынлашҡан. Дербенёв утары (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1982 й. В.С.Горбунов тарафынан асыла, 1983 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс....

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ

ДЕЖНЕВ ҠУРҒАНДАРЫ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 5—6 бб. аҙ. ҡарай. Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны терр‑яһында Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Дежнев а. исеме м‑н аталған. 1958 й. асыла һәм 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1961 й. А.Х.Пшеничнюк, 1966 й. С.М.Васюткин, 1968—69 йй. М.Х.Садиҡова, 1974 й. Н.Г.Рутто,...

ДӘҮЛӘКӘН ҠӘБЕРЛЕГЕ

ДӘҮЛӘКӘН ҠӘБЕРЛЕГЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 3‑сө сирегенә ҡарай. Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1962 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам....

ҒҮМӘР ТОРАҺЫ II

ҒҮМӘР ТОРАҺЫ II, Ағиҙел мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарға ҡарай. Мәсетле р‑ны Ғүмәр а. янында Әй й. бейек уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1972 й. ҡабат тикшерелә. 60 м2 ер ҡаҙылған. Керамика слюда һәм тальк ҡушылған балсыҡтан яһалған...

ҒҮМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҒҮМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 8—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Ғүмәр а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. Стәрлетамаҡ ҡ. Пионерҙар һарайы экспедицияһы (етәксеһе Р.Б.Исмәғилев) тарафынан 1979 й. асыла һәм 1979—80 йй. өйрәнелә. Таш‑ер өйөмлө 5 ҡурғандан тора....

ҒИБӘҘӘТХАНА

ҒИБӘҘӘТХАНА, археологик ҡомартҡы; бер нисә тарихи дәүер буйына табыныу өсөн хеҙмәт иткән тәбиғи объект йәки яһалма ҡоролма, тип фараз ителә. Ғ., ҡағиҙә булараҡ, теге йәки был урын рухтары (ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр, тау ҡыуыштары һәм мәмерйәләр янында, таутүбәләрендә), мәрхүм ата‑баба (боронғо ҡәберлектәрҙә),...