Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БРИКС

БРИКС (ингл. BRICS), Бразилия Федератив Респ., Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһының формаль булмаған дәүләт-ара берекмәһе. БРИКС-тың халыҡ-ара ареналағы йоғонтоһоноң нигеҙен ҡатнашыусы илдәрҙең үҫешкән иҡт. ҡеүәте, глобаль иҡт. үҫешенең төп этәргес көстәренең береһе булараҡ...

БӨЙӨК БРИТАНИЯ

БӨЙӨК БРИТАНИЯ, Британия, Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландияның Ҡушма Короллеге, төньяҡ‑көнбайыш Европалағы, Британия утрауҙарындағы дәүләт. Майҙаны — 244,9 мең км2. Баш ҡалаһы — Лондон. Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83%), шотландтар (8,6%), валлийҙар (4,9%),...

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы

БОЛГАРИЯ, Болгария Республикаһы, Европаның көньяғындағы, Балҡан ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 110,9 мең км2. Баш ҡалаһы — София. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 7,4 млн кеше (2011): болгарҙар (85%), төрөктәр (9%) һ.б. Рәсми тел — болгар теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары. БР-ҙың...

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, башҡ. милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолғандар. БР-ҙа, РФ субъекттарында һәм сит илдәрҙә бар (ҡара: 1, 2 табл.). Б.й.б. ватандаштарҙың осрашыуҙарын, башҡ. мәҙәниәте көндәре, ҡоролтайҙар, мосолман байрамдары, һабантуйҙар, конкурстар (“Һылыуҡай”...

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠ ПАРТИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠ ПАРТИЯҺЫ, ижт.‑сәйәси ойошма. 1990 й. Өфөлә ойошторола, 2002 й. үҙе тарҡала. “Беҙҙең йорт — Рәсәй” ижт.-сәйәси партияһының респ. бүлексәһе ағзаһы булып тора, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), “Урал” ижт.‑сәйәси ойошмаһы, Башҡорт йәштәре иттифағы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә....

БАШҠОРТОСТАН ҮҘӘК БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ

БАШҠОРТОСТАН ҮҘӘК БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ, БАССРэшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының Үҙәк башҡарма комитеты, БашҮБК, БАССР дәүләт власының закондар сығарыусы, ойоштороусы һәм контролдә тотоусы юғары органы, БАССР Советтары съездары араһындағы осорҙа эшләй. 1920 й. 28 июлендә Стәрлетамаҡ ҡ....

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли мәҙәниәтен, телен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1997 й. Башҡортостан татарҙарының 1‑се съезында ойошторола. Б.т.к. — Бөтә донъя татарҙары конгресын, БР...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең үтәүен тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы кеше....

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, бала хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауы гарантияларын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең таныуын һәм үтәүен тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ, Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының юғары органы. РФ Конституцияһының һәм БР Конституцияһының, РФ федераль һәм БР респ. закондарының һәм башҡа норматив акттарҙың үтәлеүен тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары,...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ, Башҡортостан Республикаһы башлығы, юғары вазифалы кеше. РФ Президенты, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, ижт.-сәйәси, сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре б‑са Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтен, РФ субъекттары терр‑яларында һәм сит илдәрҙә үҙ компетенцияһы сиктәрендә уның сәйәси‑хоҡуҡи һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлаусы юридик шәхестәр....

БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ

БАШҠОРТОСТАН КЕРӘШЕНДӘРЕНЕҢ МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ, БР керәшендәренең рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, татар телен, тарихын, милли традицияларын, йолаларын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында керәшендәрҙең законлы мәнфәғәттәрен сағылдырыу...

БАШҠОРТ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ

БАШҠОРТ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмаһы. Ҡатын‑ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын, респ. ижт.‑сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошондағы ролен күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан....

БАШҠАРМА ВЛАСТЬ

БАШҠАРМА ВЛАСТЬ, дәүләт власының дәүләт эштәре м‑н идара итеү функцияларын башҡарыусы үҙ аллы тармағы. Б.в. закондар сығарыу власы акттарын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен ҡабул итә. Башҡортостанда Б.в. функцияларын Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы, Башревком,...