Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ, эш башҡарған есемдең (ҡыҫылған газ, газ ҡушымтаһы) энергияһын газ турбинаһында реактив ағымдың кинетик энергияһына һәм (йәки) механик эшкә әүерелдереүсе йылылыҡ двигателе. Төҙөлөшө б‑са форсаж камераһы булған турбиналы реактив двигателдәрҙе, форсаж камераһы булған ике контурлы...

ГАЗ ТАҘАРТЫУ

ГАЗ ТАҘАРТЫУ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, газды һәм унан айырып алынған ҡушылмаларҙы артабан файҙаланыу маҡсатында тәбиғи газды һәм сәнәғәт газын таҙартыу процесы. Г.т. өсөн өйөрмәле аппараттар, күбекле һәм күбекле-аҡмалы аппараттар, масса алмаштырыу аппараттары, химия реакторҙары, фильтрҙар файҙаланыла....

ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ

ГАЗ ДИНАМИКАҺЫ, гидроаэромеханиканың ҡыҫылған тотош мөхиттәрҙең (газдың, плазманың) хәрәкәтен һәм уларҙың ҡаты есемдәр м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнеүсе бүлеге. Ҡыҫылған газ ағымдары теорияһын, бәрмә тулҡындар теорияһын, диссоциацияланған һәм ионлашҡан газ ағымдары теорияһын, йылылыҡ алмашыныу теорияһын...

ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ

ГАЗ БҮЛЕҮ СТАНЦИЯЛАРЫ, газ бүлеү селтәрҙәренә газ биреү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. Г.б.с. магистраль газ торбаларының йәки уларҙың тармаҡтарының остағы участкаларында урынлаша. Составына йүнәлеште үҙгәртеү, одоризация, таҙартыу, гидрат барлыҡҡа килеүҙе булдырмау, көйләү, йылытыу, газ тотоноу...

ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

ГАЗ БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, ҡулланыусыларҙы газ м-н тәьмин итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Газ менән тәьмин итеү системаһының магистраль газ торбаларынан һәм газ регуляторы пункттарынан тора. Газ бүлеү станцияларынан башлана. Төҙөлөш схемаһы б‑са ҡулса (күбеһенсә ҡалаларҙа), тупик (бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙа)...

ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич

ВОДОПЬЯНОВ Владимир Васильевич (14.11.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай — 14.7.2020, Өфө ҡ.), математик. Техник фәндәре докторы (2009), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...

ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна

ВИНОГРАДОВА Ирина Леонидовна (9.10.1970, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (2010). ӨДАТУ- ны тамамлағандан һуң (1992) Өфө “Молния” ҒПП‑ның инж.-конструкторы. 2003 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сүсле‑оптик техника һәм элемтә сараларын булдырыу, телекоммуникация системаларының сифатын...

ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы

ВИЛДАНОВ Рәүеф Ғибаҙулла улы (24.10.1953, Ишембай ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1980 й. алып ӨДНТУ‑ның Салауат филиалында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ тармағы өсөн ҡоролмаларҙы диагностикалау сараларын уйлап табыуға арналған. В. көпләүсе ҡоролмаларҙа...

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА, вибрация тыуҙырыу, ш. уҡ уны үлсәү һәм уның м‑н идара итеү ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. В.т. бер йүнәлешле хәрәкәт, һуҡмалы-вибрациялы индереү һәм сығарыу, болғатыу һ.б. эффекттар тыуҙырыусы вибрациялы машиналар, стендтар, аппараттар һәм ҡоролмалар инә. В.т. эшсе өлөштәренең...

ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович

ВЕРХОТУРОВ Михаил Александрович (4.7.1961, Өфө), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре геом. объекттарҙы урынлаштырыуҙы...

ВЕРТОЛЁТ

ВЕРТОЛЁТ, күтәреү көсө һәм тартыуы бер йәки бер нисә йөрөтөүсе һауа винты ярҙамында барлыҡҡа килә торған осоу аппараты. Йөрөтөүсе винттарының һаны (бер, ике, күп винтлы) һәм уларҙың үҙ-ара урынлашыуы (бер күсәргә ултыртылған, буй, арҡыры), двигателдәренең һаны (бер, ике, күп двигателле), йөрөтөүсе винттары...

ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич

ВЕРЕЩАГИН Вадим Леонтьевич (12.8.1963, Ангарск ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). Иркутск ун‑тын тамамлағандан һуң (1985) РФА‑ның Себер бүлексәһе Идара итеү теорияһы һәм системалары динамикаһы ин‑ты (Иркутск ҡ.) хеҙм‑ре, 1991 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2000 й. алып Математика ин‑тының...

ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич

ВЕРЕМЕЕНКО Сергей Алексеевич (26.9.1955, Переславль-Залесский ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1994). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып лаборатория мөдире). 1987 й. башлап Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөү ҒТИ‑нда: Төмән филиалы дир., 1989 й. алып Көнбайыш...

ВЕРЁВКИН Александр Павлович

ВЕРЁВКИН Александр Павлович (23.2.1946, Чапаевск ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып — химик‑технологик процестарҙы автоматлаштырыу...

ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы

ВӘХИТОВ Роберт Миңлислам улы (30.12.1952, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап теоретик физика каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре магнит...

ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы

ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы (15.10.1950, Октябрьский ҡ.), геофизик. БР ФА академигы (2018), техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2012), БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Рен.А.Вәлиуллиндың...

ВӘЛИЕВА Роза Ғүмәр ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Роза Ғүмәр ҡыҙы (3.11. 1951, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Павловка а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2004), проф. (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) 2008 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы динамик системалар м‑н идара итеү проблемаларына арналған. В. ҡатнашлығында...

ВӘЛИЕВА Аида Фәрит ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Аида Фәрит ҡыҙы (4.5. 1960, Өфө), математик. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) “Кристалл” монтаж-технология идаралығында эшләй (Өфө). 1984 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһы, матем. программалау, комбинаторлы оптимизациялау м‑н бәйле....

ВӘЛИЕВ Руслан Зөфәр улы

ВӘЛИЕВ Руслан Зөфәр улы (26.9.1949, Свердловск өлк. Лосиный ҡсб), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре. Урал политехн. ин‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1971). 1973 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй: 1980 й. “Тантал”...

ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы

ВӘЛИЕВ Мәсхүт Малик улы (13.1.1947, БАССР-ҙың Балтас р-ны Яңы Тимкә а. — 28.4.2018, Өфө, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Иҫке Тимкә а. ерләнгән), физик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007).  БДУ‑ны тамамлаған (1970), 1973 й. алып ӨДАТУ‑ла эшләй. 1998 й. алып БДАУ‑ҙа: 2000 й....