Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАСИН Рудольф Алексеевич

ВАСИН Рудольф Алексеевич (11.8.1937, Иваново өлкәһе Вязники станцияһы ҡсб — 18.12.2019, Мәскәү ҡ.), механик. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1959). 1962 й. алып МДУ‑ның Механика ҒТИ‑нда эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1987 й. — төп, 1995 й. башлап баш ғилми...

ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович

ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович (24.7.1935, БАССР-ҙың Йәрмәкәй р-ны 1-се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Һыуыҡҡул а.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1986), проф. (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). МДУ-ны тамамлаған (1960), 1963 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре хисаплау...

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович

ВАСИЛЬЕВ Владимир Иванович (26.9.1946, Өфө ҡ.), электрон техника инженеры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). РФ‑тың (2003) һәм БР-ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1995—2017 йй. иҫәпләү техникаһы һәм мәғлүмәтте һаҡлау кафедраһы мөдире)....

ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ

ВАРИАЦИЯЛЫ ИҪӘПЛӘМӘ, математиканың бер йәки бер нисә функцияны һайлап алыуға бәйле үҙгәреүсән дәүмәлдәрҙең иң ҙур һәм иң бәләкәй ҡиммәттәрен табыу ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. Механика, математика, иҡтисад һ.б. мәсьәләләрен (мәҫ., изопериметрик мәсьәләләр, оптималь идара итеү, геодезик һыҙыҡтарҙы табыу)...

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР

ВАКУУМЛЫ ИОНЛЫ-ПЛАЗМАЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАР, төрлө материалдарҙан (металл, быяла, пластмасса һ.б.) яһалған деталдәрҙең өҫкө йөҙөн иондар шәлкемен, төрлө тығыҙлыҡтағы һәм энергиялы плазма ағымдарын файҙаланып вакуум ярҙамында эшкәртеү ысулдары йыйылмаһы. Өҫкө йөҙ ҡатламының химик составын үҙгәртеү (ионлы азотлау,...

ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ВАКУУМ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, машиналар эшләүҙә: баҫымы 0,1 Па алып 0,001 Па тиклем булған вакуумды файҙаланып, төрлө технологик процестарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Тәғәйенләнеше б‑са ионлы имплантация, төрлө өрҙөрөп буяу төрҙәре, термик эшкәртеү, электрон нурланышлы иретеп йәбештереү һ.б. өсөн В.ҡ. бүләләр....

ВАГОС Павел Васильевич

ВАГОС Павел Васильевич (20.1.1912, Гродно губ., Песчанка а. – 9.10.1986, Өфө), конструктор. РСФСР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1973). Ленинград а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ленинградтың машиналар эшләү з‑дтарында эшләй. 1941 й. алып Өфөлә: 20-се почта йәшниге пр-тиеһында өлкән ғилми...

БЫРАУЛАУ, инструмент

БЫРАУЛАУ, материалдарҙы ҡырҡыу ысулы м‑н эшкәртеү төрө, уның барышында әйләнеп тороусы тишеүсе инструмент (бырау) ярҙамында төрлө диам. һәм тәрәнлектәге үтәнән-үтә һәм үтәнән-үтә булмаған тишектәр яһала. Б. ҡул инструменты м‑н йәки металл ҡырҡыу станогында башҡарыла. Б. процестарын фәнни өйрәнеү 20 б....

БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, эҙләнелгән функцияның бүлендек сығарылмалары ингән дифференциаль тигеҙләмәләр; математик физика тигеҙләмәләре. Гиперболик тигеҙләмәләрҙе, параболик тигеҙләмәләрҙе, эллиптик тигеҙләмәләрҙе һәм ҡатнаш типтағы тигеҙләмәләрҙе айырып йөрөтәләр. Газ динамикаһында, йылы үткәреүсәнлек...

БӨТӨН ФУНКЦИЯ

БӨТӨН ФУНКЦИЯ, комплекслы үҙгәреүсәндең бөтә яҫылығында (бәлки, сикһеҙ алыҫлыҡтағы нөктәһенән башҡа) билдәләнгән аналитик функция. Бөтә яҫылыҡ буйлап сикләнә барған дәрәжәләр рәтенә тарҡала. Б.ф. миҫалдары: алгебраик күпбыуын, күрһәткесле функция. Гармоник анализда, спектраль теорияла, функциялар теорияһында,...

БӨРТӨКТӘР СИГЕ

БӨРТӨКТӘР СИГЕ, бер-береһенә тейеп торған һәм төрлө кристаллографик йүнәлешле бер фазалағы камил кристаллиттар (бөртөктәр) араһындағы сик (ул реаль материалдарҙың эске структураһына хас). Күршелә ятҡан бөртөктәрҙең кристаллографик йүнәлешенә бәйле рәүештә ҙур мөйөшлө, бәләкәй мөйөшлө, махсус һәм дөйөм...

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ

БОЛАРТЫУ ТЕОРИЯҺЫ, бәләкәй параметрлы тигеҙләмәләрҙе яҡынса сығарыу алымы. Тигеҙләмәне “болармаған” система өсөн сығарыу һәм һөҙөмтәне болартыу индергән төҙәтеүҙәрҙе иҫәпләүҙә файҙаланыуҙан ғибәрәт. Б.т. алымдары дифференциаль тигеҙләмәләр, механика, квант физикаһы, химик кинетика теорияһы һ.б. мәсьәләләрен...

БОЙЛЕР

БОЙЛЕР (ингл. boiler — ҡаҙан, ҡайнатҡыс), электр энергияһы, йәки яғыулыҡ яныуы продукттары йылылығы йәки башҡа шыйыҡлыҡ, пар, газ йылылығы иҫәбенә пар йәки эҫе шыйыҡлыҡ алыу өсөн техник ҡоролма. Уларҙа файҙаланылыусы йылылыҡ алмаштырғыс элементтың төрөнә ҡарап торба тышлыҡлы һәм пластиналы Б. айыралар....

БИОНИКА

БИОНИКА (гр. bion — тере, тормош), техник кибернетиканың тере организмдарҙың төҙөлөш, йәшәү һәм камиллашыу принциптарын техникала файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүсе йүнәлеше. Эксперименталь (оҡшашлыҡ нигеҙендә камиллыҡтары б‑са тере системалар м‑н сағыштырмалы булған яңы технологик процестар һәм ҡорамалдар...

БИМЕТАЛЛ СЫМ

БИМЕТАЛЛ СЫМ, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө булған ике металл йәки иретмә (баҡыр—ҡорос, баҡыр—алюмин, еҙ—ҡорос һ.б.) ҡатламынан торған сым. 20 б. 50‑се йй. алып Башҡортостанда Белорет металлургия комбинатында өҙлөкһөҙ эшләүсе стандарҙа һуҙыу юлы м‑н башлыса автомобиль тәгәрмәстәре покрышкаларының...

БЕРҘӘМ ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ СИСТЕМАҺЫ

БЕРҘӘМ ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ СИСТЕМАҺЫ, юғары көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары м‑н берләштерелгән һәм ҙур терр‑яны энергия м‑н тәьмин итеүсе бер нисә электр энергияһы системаһы йыйылмаһы. Электр м‑н тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын күтәреүгә, резерв һәм көсөргәнешле режим ҡеүәттәрен...

БӘЛӘКӘЙ ПАРАМЕТРҘАР ЫСУЛЫ

БӘЛӘКӘЙ ПАРАМЕТРҘАР ЫСУЛЫ, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙең яҡынса сығарылыштарын төҙөү алымдары һәм ысулдары йыйылмаһы. Тигеҙләмәләрҙә бәләкәй параметрҙарҙы файҙаланыуға нигеҙләнгән (ғәҙәттә ҡушылыусыларға бәләкәй ҡабатлаусылар өҫтәп) һәм бирелгән тигеҙләмәләрҙе математик анализ...

БАШНЯ ҠОРОЛМАЛАРЫ

БАШНЯ ҠОРОЛМАЛАРЫ, бейеклектәре горизонталь үлсәмдәренән (фундаментының диам., нигеҙенең яҡтарынан) күпкә ҙурыраҡ булған инженер ҡоролмалары. Б.ҡ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия заводтарының вертикаль аппараттарын, градирняларҙы, электр тапшырыу линиялары таяуҙарын, төтөн торбаларын, һыу һурҙыртҡыс,...

БАРОКАМЕРА

БАРОКАМЕРА (гр. báros — ауырлыҡ һәм лат. camera — бүлмә, палата), эсендә яһалма рәүештә юғары йәки түбән барометрик баҫым булдырылған камера. Түбән (вакуумлы Б.) һәм юғары баҫым Б. айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ баҫымды һәм һауа т‑раһын ҡабатлаусы һәм климатик факторҙарҙы имитациялаусы термобарокамералар...

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Рафаил Фазылйән улы

ӘЛМӨХӘМӘТОВ Рафаил Фазылйән улы (20.11.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Үрге Бикбирҙе а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1984 й. алып шунда уҡ (2010 й.башлап Физика‑техника ин‑тында фәнни эштәр һәм инновацион эшмәкәрлек б‑са дир. урынбаҫары), бер үк ваҡытта 2007 й. алып...