Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ, осраҡлы күренештәрҙең матем. моделдәрен өйрәнеүсе математика фәне. И.т. төп бурысы — ваҡиғаның ихтималлығын (осраҡлы һынауҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаның тормошҡа ашырылыу мөмкинлеген характерлаусы һанды) табыу. И.т. осраҡлы ваҡиғаларҙың ихтималлығы һәм уларҙың күп һанлы бойондороҡһоҙ...

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы

ИСХАҠОВ Ҡасим Миңлевәли улы (29.5.1949, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1973 й. алып ӨДАТУ-ла: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. башлап уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ двигателдәренең һыуытыу системаларын уйлап табыуға арналған....

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна

ИСМӘҒИЛЕВА Лариса Алексеевна (1.1.1949, Мукачево ҡ.), инженер-иҡтисадсы. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып иҡт., менеджмент һәм финанс ф‑ты деканы, 2006 й. — Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты дир., бер үк ваҡытта...

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы

ИСМӘҒИЛЕВ Флүр Рәшит улы (10.10.1944, БАССР‑ҙың Нуриман районы Нимесләр а.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)....

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы (3.3.1958, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфө коммутация аппараттары з‑дының “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1984 й. алып Украина ССР‑ы ФА‑ның Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемалары...

ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович

ИОСИЛЕВИЧ Геннадий Борисович (28.10.1938, Өфө – 6.2.1989, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Өфө) эшләй. 1965—76 йй. ӨАИ‑ла: 1971 й. алып материалдар ҡаршылығы каф., 1972 й. — ғәмәли механика каф., 1973—74 йй....

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ

ИОНЛЫ ИМПЛАНТАЦИЯ, ионлы легирлау, вакуум ҡулайламаларында өҫкө йөҙөн иондар м‑н һуҡтырып, ҡаты есемдең эсенә сит атомдарҙы индереү; вакуумлы ионлы-плазмалы технологияның бер төрө. Башҡортостанда И.и. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла башлана (С.М.Боровский, В.С.Мухин, А.М.Смыслов)....

ИОНЛАШЫУ

ИОНЛАШЫУ (гр. ión — барыусы), электрик яҡтан нейтраль өлөшсәләрҙең (атомдар, молекулалар һ.б. атомлы‑молекуляр системаларҙың) бер йәки бер нисә электроны айырылып китеү йәки ҡушылыу һөҙөмтәһендә иондарға әүерелеүе. “И.” термины элементар актҡа ла (атом, молекуланың И.), шундай акттарҙың йыйылмаһына...

ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ

ИОН СУПЕРҮТКӘРГЕСЕ (ҡаты хәлдәге электролиттар), кристаллик хәлдә шыйыҡ электролит кимәлендәге юғары ионлы үткәреүсәнлеккә эйә матдәләр. И.с. иондарҙың хәрәкәтсәнлеге кристаллик рәшәткә эсендә күп буш позициялар булыу м‑н аңлатыла. Катионлы һәм анионлы И.с. (ток йөрөтөүсе булып ярашлы рәүештә анион...

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА, инфраҡыҙыл нурланышты (оҙонлоғо 0,76‑нан 1000 мкм тиклем булған тулҡындар спектры) барлыҡҡа килтереү, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү ҡорамалдары, приборҙары, ш. уҡ фән һәм техниканың инфраҡыҙыл нурланышты, уның физик үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән ысулдарҙы һәм техник сараларҙы...

ИНФОРМАТИКА

ИНФОРМАТИКА, мәғлүмәттең төҙөлөшөн һәм дөйөм үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уны йыйыу, һаҡлау, эҙләү, эшкәртеү, үҙгәртеү, таратыу һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә файҙаланыу м‑н бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. И. төп йүнәлештәре: теоретик (ғәмәли һәм техник И. фәнни нигеҙен, мәғлүмәт теорияһын,...

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ (лат. Interpolation – үҙгәреү), ниндәйҙер дәүмәлдең мөһим нөктәләрҙәге билдәле ҡиммәттәре б‑са аралаш ҡиммәттәрен табыу, аппроксимацияның төрө. И. алымдары функциялар теорияһында һәм ғәмәли фәндәрҙә (яҡынса интеграциялау, тигеҙләмәләр сығарғанда), статистикала (осраҡлы хаталарҙы алып ташлау...

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР (лат. inter — араһында һәм металл), ике йәки бер нисә металдың иретеү, ныҡ ҡыҙҙырып йәбештереү, электролиз йәки механик ҡатыштырыу юлы м‑н алынған үҙ‑ара химик берләшмәһе (алю- минид, борид, силицид һ.б.). 20 б. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында...

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР, интеграл тамғаһы аҫтында үҙгәреүҙәр функцияһы булған функциональ үҙгәреүҙәр. И.ү. интеграциялау һәм дифференциациялау ғәмәлдәрен ниндәйҙер алгебраик операциялар берләшмәһе м‑н алмаштырырға мөмкинлек бирә һәм акустика, кибернетика, математик биология, математик физика (йылылыҡтың...

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, интеграл тамғаһы аҫтында торған билдәһеҙ функцияһы булған тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ, тиң һәм тиң булмаған И.т. айырыла. Күренештәрҙе һәм процестарҙы (ҡылдарҙың һәм мембраналарҙың тирбәлеүен, нурланыш энергияһының күсерелеүен, диффузияны, ваҡиғаның ихтималлығын һ.б.)...

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, билдәле сығарылыштарҙың сикһеҙ йыйылмаһына эйә һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы булмаған (эволюцион, гиперболик) һәм һыҙыҡлы И.т. айырыла. Математика, физика һәм техника мәсьәләләрен (атмосфералағы циклик ҡойондарҙы, гравитация ҡырын, сүсле‑оптик кабелдәрҙә...

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ, етештереү, транспорт, энергетика, һыу хужалығы һ.б. б‑са талаптарҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. И.ҡ. ҡулланыу өлкәһенә (машиналар эшләү, металлургия, химия сәнәғәте, энергетика һ.б.), ер йәки һыу өҫтө кимәленә ҡарата урынлашыуына (ер өҫтө һәм ер аҫты ҡоролмалары,...

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА, ғәмәли математиканың сәнәғәт технологияларын эшләгәндә матем. ысулдарын ҡулланыуҙы өйрәнеүсе бүлеге. И.м. бурысы: производство системаларын анализлау һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле матем. ысулдарын табыу. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып И.м. Авиация техник университетында,...

ИНДИКАТОР

ИНДИКАТОР (лат. indicator — күрһәткес), объекттың әлеге мәлдәге торошо йәки процесс барышы т‑дағы мәғлүмәтте уңайлы формала алыу һәм тапшырыу сараһы. Тормошҡа ашырыу ысулына ҡарап маркерлы (объектты табыуҙы һәм күҙәтеүҙе еңел- ләштереүсе ҡулайламалар), химик (химик реакция йәки физик процесс барышына...

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА, техниканың электр импульстарын барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеү, көсәйтеү йәки уларҙың параметрҙарын үлсәү ҡорамалдарын уйлап табыу, ш. уҡ электр сылбырҙарындағы импульслы процестарҙы өйрәнеү өлкәһе. Импульслы электр ҡорамалдары автоматика системаларында, иҫәпләү техникаһында, радиоэлемтәлә,...