Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы

ҒАТАУЛЛИН Наил Ғәйнәт улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Суйынсы а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 26.4.2015, Өфө], хирург. БР ФА акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отичнигы (2002). БДМИ‑ны...

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы (10.2.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡарғалы а. — 4.3.2009, Өфө), психотерапевт. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1993), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Яңауыл район дауаханаһында эшләй. 1962 й. алып Респ. психиатрия...

ҒАРИПОВ Рим Мөхәрәм улы

ҒАРИПОВ Рим Мөхәрәм улы (8.9.1952, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Үрге Ҡыйғы а.), хирург. Мед. ф. д-ры (1997), проф. (1998). РФ-тың (2005) һәм БР-ҙың (1998) атҡ. табибы. Силәбе мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1976) Ҡыйғы р-нында эшләй (1978 й. алып үҙәк район дауаханаһының баш табибы). 1986 й. башлап Өфөлә: 21-се...

ҒАЙСИНА Мәрфуға Нурый ҡыҙы

ҒАЙСИНА Мәрфуға Нурый ҡыҙы [29.12.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 15.12.1984, Өфө], психиатр. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1936) Өфөлә Респ. психиатрия дауаханаһында,...

ҒАБДРАХМАНОВА Әниә Фәүзи ҡыҙы

ҒАБДРАХМАНОВА Әниә Фәүзи ҡыҙы (12.6.1961, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Йөгәмеш а.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2005). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 10‑сы дауаханала, 1987 й. алып йылғасыларҙың линиялы дауаханаһының 1‑се поликлиникаһында (икеһе лә — Өфө) эшләй. 1993 й....

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович (13.12.1903, Һарытау губ. Иҫке Жуковка а. — 3.4.1963, Дондағы Ростов ҡ.), биохимик. Биол. (1939) һәм мед. (1942) ф. д‑ры, проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1926). 1934—45 йй. Өфөлә эшләй: БДМИ‑ның биохимия каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

ГРИПП

ГРИПП (франц. grippe), киҫкен вирус ауырыуы. Кешелә Г. тыуҙырғыс – РНК-лы Mixovirus influenza вирусы, түбән т‑раға бирешмәй, ультрафиолет нурҙар, антисептик саралар тәьҫир иткәндә үлә. Тыуҙырғыстың бер нисә серотибы асыҡланған. Ауырыу һауа аша йоға. Инкубация осоро 12—48 сәғәт тәшкил итә. Төп симптомдары:...

ГРАНОВ Лев Григорьевич

ГРАНОВ Лев Григорьевич (18.12.1906, Минск губ. Игумен ҡ. — 1997, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Белорус ун‑тын тамамлаған (Минск, 1928). 1959—66 йй. БДМИ‑ның госпиталь хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби-ялан һәм дөйөм хирургия, ш. иҫ. бейек...

ГОСПИТАЛДӘР

ГОСПИТАЛДӘР (лат. hospitalis — ҡунаҡсыл), яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау учреждениелары. Даими һәм ваҡытлы (һуғыш ваҡытында ғына ойошторола һәм эшләй) Г. була. Даими Г. гарнизон, округ, үҙәккә буйһонған һәм ҡораллы...

ГОРМОНОТЕРАПИЯ

ГОРМОНОТЕРАПИЯ (гормондар һәм терапия), тәбиғи гормондар йәки уларҙың синтетик аналогтарын ҡулланып дауалау ысулы. Гормональ препараттар организмдың биохимик процестарын һәм нейроэндокрин-иммун системаһы функцияларын көйләй. Г. төрҙәре: алмаштырыусы (эндоген гормондың етешмәгән секрецияһын ҡаплатыу),...

ГОРМОНДАР

ГОРМОНДАР (гр. hormao — ҡуҙғытам, хәрәкәткә килтерәм), органик тәбиғәтле биологик актив матдәләр. Кеше һәм хайуан Г. уларҙы эшләп сығарған эске секреция биҙҙәре (гипоталамус, гипофиз, бөйөр өҫтө, енес һ.б.), химик тәбиғәте (стероид, аҡһым-пептид, аминокислоталар, политуйындырылмаған май к‑талары сығарылмалары),...

ГОНОРЕЯ

ГОНОРЕЯ (гр. gonos — орлоҡ һәм rheo — ағам), кешенең бәүел-енес системаһын зарарлаусы инфекцион ауырыу. Г. тыуҙырыусылар — Neisseria gonorrhoeae заты бактериялары, 56°С ашыу йылытҡанда, антисептик саралар һәм УФ-нурҙар тәьҫире аҫтында үләләр. Киҫкен (оҙайлығы 2 айға тиклем) һәм хроник (2 айҙан ашыу)...

ГОМЕОПАТИЯ

ГОМЕОПАТИЯ (гр. homoios — оҡшаш, бер төрлө һәм ...патия), дарыуҙың үтә аҙ миҡдары м‑н дауалау системаһы. “Оҡшаш оҡшаш менән дауалана” принцибына нигеҙләнә: ҙур миҡдарҙа теге йәки был ауырыу билдәләренә оҡшаш күренештәр тыуҙыра алған матдәләрҙең бик аҙ миҡдары ҡулланыла. Гомеопатик препараттар үҫемлек,...

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич (1880, Новгород ҡ. – 9.2.1946, Өфө), педиатр. Мед. ф. д-ры (1912), проф. (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (С.-Петербург, 1904) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1920 й. алып Өфөлә: 39-сы йыйылма госпиталдең...

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна (5.6.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), акушер-гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1947)....

ГЛАУКОМА

ГЛАУКОМА (гр. glaucoma — күҙ яҫмығының күкһелләнеп томаланыуы), һары һыу, күреү нервыһының трофик боҙолоуы һәм күҙ эсе баҫымы күтәрелеүе хас булған күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, беренсел (асыҡ һәм ябыҡ мөйөшлө; күҙ эсе шыйыҡсаһының ағып сығыуы ауырлашыу һөҙөмтәһендә үҙенән-үҙе барлыҡҡа...

ГИСТОЛОГИЯ

ГИСТОЛОГИЯ (гр. histos, histion — туҡыма һәм ...логия), хайуан һәм кеше туҡымалары т‑дағы фән. Дөйөм (туҡымалар үҫешенең һәм төҙөлөшөнөң төп принциптарын, уларҙың функцияларын өйрәнә) һәм айырым (туҡыма комплекстары үҙенсәлектәрен һәм ағзаларҙың микроскопик төҙөлөшөн тикшерә) бүлектәрҙән тора. Анатомия,...

ГИРУДОТЕРАПИЯ

ГИРУДОТЕРАПИЯ (лат. hirudo — һөлөк һәм терапия), һөлөк менән дауалау, мед. һөлөктәрен файҙаланып дауалау. Һөлөктәрҙең шайыҡ биҙҙәре секретында ҡан ойоуын тотҡарлаған, иммун системаһын, ҡан һәм лимфа әйләнешен, матдәләр алмашыныуын активлаштырған, бактерицид һәм яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған биологик...

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ, эссенциаль артериаль гипертензия, артыҡ артериаль баҫым (АБ) һәм ҡан тамырҙарының тонусы боҙолоуы м-н билдәләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуы. АБ кимәленә, хәүеф факторҙары булыуына, ауырыу тыуыуға сәбәпсе булған ҡайһы бер ағзаларҙың – “сәптәрҙең” зарарланыуына...

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР (гр. hyper — артыҡ һәм витаминдар), организмдың артыҡ витамин ҡабул итеүҙән ағыуланыуы. А һәм Д Г. айыралар (башҡа витаминдарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан Г. барлыҡҡа килеү ихтималлығы етерлек өйрәнелмәгән). Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен А Г. төп симптомдары: баш ауыртыу, йөҙ...