Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОНОМЕРҘАР

МОНОМЕРҘАР (моно... һәм гр. meјros — өлөш), үҙ‑ара йәки башҡа берләшмәләрҙең молекулалары м‑н реакцияға инеп полимерҙар барлыҡҡа килтергән түбән молекуляр берләшмәләр. Полимер барлыҡҡа килтереү барышына бәйле полимерла‑ шыу һәм поликонденсация өсөн М. айыралар. Шулай уҡ сомономерҙарҙы (сополимеризация...

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР, н е ф т ь м а й ҙ а р ы, юғары (300—600°С) т‑рала ҡайнаған нефть фракцияларын эшкәртеү продукттары. Етештереү ысулдары б‑са дистиллятлы (мазуттарҙы вакуумда ҡыуып алалар), ҡалдыҡлы (гудрондарҙы асфальтһыҙлаштырыу ҡалдыҡтары) һәм компаундланған (йәбешкәклеге һ.б. күрһәткестәренә ярашлы...

МИКРОЭЛЕМЕНТТАР

МИКРОЭЛЕМЕНТТАР, организмдарҙа аҙ миҡдарҙа (массаһы б‑са 0,001% һәм кәмерәк) булған химик элементтар. Кәрәкле (баҡыр, бром, иод, кобальт, марганец, тимер, фтор, цинк) һәм кәрәк булған (алюмин, молибден, никель, селен, стронций) М.; металл һәм металл булмағандарға бүленә. Улар үҫемлектәргә — тупраҡ (актив...

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН

МЕТИЛЭТИЛКЕТОН, 2‑бутанон, СН3СОС2Н5, ацетон еҫле төҫһөҙеңел осоусан шыйыҡса; tиреү ‑86,3°С, tҡайнау 79,6°С; һыу м‑н азеотроп ҡатнашма барлыҡҡа килтерә, органик эретеүселәр м‑н ҡатнаша, тоҡаныу концентрацияһы 1,97—10,2%. Күҙ, танау, тамаҡтың лайлалы тиресәләрен әсеттерә, ПДК 200 мг/м3. М. өсөн алифатик...

МЕТИЛ СПИРТЫ

МЕТИЛ СПИРТЫ, метанол, а ғ а с с п и р т ы, СН3ОН, төҫһөҙ, еҫе м‑н этил спиртына оҡшаған шыйыҡса, tҡайнау 64,5°С, тығыҙлығы 792,4 кг/м3. 6,72—36,5% миҡдарҙа һауа м‑н шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килтерә; tтоҡаныу 15,6°С. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н һәйбәт ҡатнаша. Һелтеле металдар м‑н — метилаттар,...

МЕТАН

МЕТАН, һ а ҙ г а з ы, р у д н и к г а з ы, CH4, туйынған углеводородтарҙың гомологик рәтенең 1‑се вәкиле, углеводород газдарҙың төп компоненты. Вулкан газдарында осрай, Сатурн һәм Юпитер атмосфералары метандан тора. Органик матдәләр серегәндә, нефть һәм нефть продукттарын термик эшкәрткәндә, таш күмерҙе...

МЕТАЛЛУРГИЯ

МЕТАЛЛУРГИЯ (гр. metallurgeјō — мәғдән сығарам, металл эшкәртәм), 1) тәбиғи сеймалдан һәм икенсе металл ингән продукттарҙан (ш. иҫ. металл материалдар, иретмәләр, изделиелар етештереү ҡалдыҡтарынан) металл етештереүҙе, иретмәләр алыуҙы, металдарҙы юғары һәм түбән т‑раларҙа эшкәртеүҙе (ҡара: Металдарҙы...

МЕТАЛЛ КОМПЛЕКСЛЫ КАТАЛИЗ

МЕТАЛЛ КОМПЛЕКСЛЫ КАТАЛИЗ, металдарҙың комплекслы берләшмәләре м‑н катализ (башлыса, күсемле). Металл комплекстар м‑н субстрат молекулалар комплексын барлыҡҡа килтерә, координация өлкәһендә улар йоғонто яһаған өлөшсәләр м‑н яҡын була. Үҙәк атом катализаторы булған субстрат молекулаларҙың комплексы барлыҡҡа...

МЕРКАПТАНДАР

МЕРКАПТАНДАР, т и о л д а р, т и о с п и р т т а р, спирттарҙың дөйөм формулалары RSH (R — углеводородлы радикал) булған көкөртлө аналогтары. Тәбиғәттә аҡһымдар серегәндә барлыҡҡа килгән продукттарҙа осрай. Үҫемлек (яңы туралған һуғанда пропил‑М.) һәм йәнлек (һаҫыҡ бурһыҡтың бүлендектәрендә бутил‑М.)...

МАССАЛИМОВ Исмаил Александрович

МАССАЛИМОВ Исмаил Александрович (20.5.1952, Үзбәк ССР‑ы Я.М. Свердлов ис. к‑з а.), инженер- физик. Техник ф. д‑ры (2009). Ташкент политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) 1979 й. тиклем Үзбәк ССР‑ы ФА‑ның Электроника ин‑тында эшләй (Ташкент), 1983 й. алып МДУ‑ла, 1987 й. — Химия ин‑тының өлкән ғилми...

МАРГАНЕЦ

МАРГАНЕЦ (Manganum), Mn, Д.И.Менделеев периодик системаһының VII төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобы бар. Ирекле хәлдә осрамай, марганец мәғдәндәре составына инә. М. ер ҡабығындағы торошо масса б‑са 0,1% тәшкил итә, океан һыуҙарында — 2,1—7,0%. Көмөштәй аҡ, тығыҙлығы 7440 кг/м3, tиреү 1245°С, tҡайнау...

МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ

МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ, ҡабаттан файҙаланыу маҡсатында ҡулланыштан үткән майҙарҙың эксплуатациялау үҙенсәлектәрен тергеҙеү. М.р. тондороу (һыуҙан һәм ҡаты иҙмәләрҙән арындырыу өсөн), сорбциялап эшкәртеү (майҙы төрлө ҡушылмаларҙы һурған сорбенттар ҡатламы аша үткәреү), фильтрлау (майҙарҙы механик ҡушылмалар...

МАЙҘАР

МАЙҘАР, СН2ОСОR—СНОСОR—СН2ОСОR, башлыса глицериндың тулы эфирҙары һәм бер нигеҙле май кислоталары (триглицеридтар) ҡатнашмаларынан торған тәбиғи органик матдәләр. Уларҙа ш. уҡ витаминдар (А, D, Е), фосфатидтар, аҡһымдар, минераль тоҙҙар, буяғыс матдәләр, һыу (2—10%) бар. М. 1500‑ҙән ашыу төрө билдәле....

МАЗУТ

МАЗУТ (төрк.), нефть йәки уның икенсел эшкәртеүҙән алынған про‑ дукттарынан бензинлы, кәрәсинле һәм дизелле фракцияларҙы ҡыуғандан һуң барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Химик составы һәм үҙенсәлектәренә ҡарап (ҡара: табл.) шыйыҡ ҡаҙанлыҡ яғыулығы итеп ҡулланыла ала. М. вакуумда ҡыуып, вакуум газойле (каталитик...

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ (лат. lumen — яҡтылыҡ һәм —escent — көсһөҙ тәьҫирҙе аңлатҡан суффикс), ҡуҙғытыу энергияһы матдә м‑н йотолғандан һуң барлыҡҡа килгән һәм сикләнгән ваҡытта ғына барған, тигеҙләнештән өҫтөнөрәк фотондар нурланышы. Ҡуҙғытыу төрө б‑са фото‑ (ҡуҙғытыу энергияһының сығанағы — яҡтылыҡ), радио‑...

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ЛЮМИНЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, анализлауҙың люминесценцияға нигеҙләнгән ысулдары йыйылмаһы. Люминесценцияны визуаль, фотоһүрәткә төшөрөп йәки фотоэлектрик юл м‑н спектрограф, фотометр, спектрофлюориметр ярҙамында теркәйҙәр. Сифатлы һәм һан б‑са Л.а. айырыла. Сифатлы Л.а. ваҡытында ҡатнашмаларҙа, ш. иҫ. түбән...

ЛИНОЛЕУМ

ЛИНОЛЕУМ (лат. linum — етен, киндер туҡыма һәм oleum — май), иҙән ҡаплау өсөн рулонлы полимер материал. Төп сеймалына ҡарап тәбиғи (бәйләүес сифатында үҫемлектәрҙән алынған ыҫмалалар һәм майҙар файҙаланыла), поливинилхлорид, глифталь (алкидлы ыҫмалалар нигеҙендә), коллоксилин (нитроцеллюлоза нигеҙендә)...

ЛАТЕКСТАР

ЛАТЕКСТАР, макромолекулаларының глобуляр агрегаттары өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н стабилләштерелгән полимерҙарҙың йәки сополимерҙарҙың һыуҙағы йәки коллоидтағы дисперсияһы. Сығышы б‑са тәбиғи, синтетик һәм яһалма Л. айырыла. Синтетик Л. полимер төҙөүсеһенең тәбиғәте б‑са эластомер һәм термопластиктарға,...

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич

ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич (29.12. 1962, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Органик химия ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — инновацион эҙләнеүҙәр бүлеге нач., 2001 й. — “Содействие” Башҡ‑н инновациялар үҙәге дир., 2009 й. —...

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ЛАК ҺӘМ ЛАК‑БУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ, ҡаты түшәмә нигеҙгә йоҡа итеп һылағанда плёнка (өҫкө йөҙҙә адгезия көстәре м‑н тотолоп торған ҡаплама) рәүешендә кибә торған шыйыҡ йәки паста һымаҡ составтар. Л. һ. л.‑б.м. лактарҙы (плёнка барлыҡҡа килтереүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләрҙең органик эреткестәрҙәге йәки...