Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕНЗИНДАР

БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм...

БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР

БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР, бетондар, төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү, айырым деталдәр, конструкциялар һ.б. беректереп тоташтырыу өсөн төҙөлөш материалдары. Органик һәм органик булмаған (минераль) Б.м. айыралар. Минераль Б.м. — ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдәләр, уларҙы һыу йәки тоҙҙарҙың һыулы эретмәләре м‑н ҡатнаштырыуҙан...

БАЛАУЫҘҘАР

БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть...

БАҠЫР

БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә...

ӘМИНЕВА Гөлиә Карам ҡыҙы

ӘМИНЕВА Гөлиә Карам ҡыҙы (1.4. 1959, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Гремучий Ключ а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Ә.К.Мәзитованың һеңлеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) “Башкиргражданпроект” проект ин‑тында эшләй. 1984 й....

ӘЛИФТӘР

ӘЛИФТӘР (гр. аleipha – май), үҫемлек майы йәки алкид ыҫмалалары нигеҙендә әҙерләнгән плёнка барлыҡҡа килтереүсе матдәләр. Һарынан алып ҡарағусҡыл ҡыҙылға тиклем төҫтәге үтә күренмәле шыйыҡса.Тәбиғи (окисланған, полимерлаштырылған), ярым тәбиғи (“оксолдәр”, кастор Ә.), ҡатнаш (окисланған һәм һыуһыҙландырылған...

АЭРОЗОЛДӘР

АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...

АЭРОГЕЛДӘР

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...

АЦЕТАЛДӘР

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...

АУЫР МЕТАЛДАР

АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш...

АТТРАКТАНТТАР

АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған....

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...

АСФАЛЬТЕНДАР

АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен,...

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...

АНАЛИТИК ХИМИЯ

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә). Башҡортостанда...

АММИАК

АММИАК, NH3, азот м‑н водородтың иң ябай химик берләшмәһе. Тәбиғәттә азотлы органик матдәләрҙең тарҡалыуынан хасил була. Тонсоҡторғос еҫле төҫһөҙ газ; tиреү −77,7°С, tҡайнау −33,3°С, тығыҙлығы 790 кг/м3 (−40°С булғанда). Һыуҙа эреүсәнлеге яҡшы, спиртта, ацетонда һ.б. органик эреткестәрҙә — бер аҙ насарыраҡ....

АМИНДАР

АМИНДАР, аммиактағы водород атомын алкил, арил йәки алкиларил радикалдарына алмаштырыуҙан барлыҡҡа килгән азоторганик берләшмәләр. Беренсел RNH2, икенсел R2NH һәм өсөнсөл R3N; алифатик һәм ароматик А.; молекулалар составындағы азот атомы һанына ҡарап ди-, три-, полиаминдарҙы айыралар. Аҙ молекулалы...

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ, алюминорганик берләшмәләр һәм комплекслы алюмин гидридтары реакцияһы нигеҙендә органик һәм элементорганик матдәләр алыу. Шулай уҡ А.с. билдәле бер йүнәлештә барған алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙы ла аңлата. Башҡортостанда А.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй....

АЛТЫН

АЛТЫН (Аurum), Au, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы; затлы металдарға ҡарай. Тәбиғәттә бер тотороҡло изотобы бар. Юғары дәрәжәләге деформация тәьҫирендә һығылмалылығын һаҡлап ҡалыусы йомшаҡ һары металл; tиреү 1046,5°С, tҡайнау 2947°С, тығыҙлығы 19320 кг/м3. Юғары т‑раларҙа...