Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, аграр тармаҡ пр‑тиеларына технологик процестар комплексын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу б‑са хеҙмәттәр күрһәтеүҙә (иген культураларын, мал аҙығы культураларын йыйып алыу, ашламалар индереү һ.б.) махсуслашҡан дәүләт а.х. пр‑тиеһы. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. алып колхоздарға...

МАЛСЫЛЫҠ

МАЛСЫЛЫҠ, малс‑ҡ продукцияһын етештереү өсөн ауыл хужалығы малдарын үрсетеү м‑н шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағы. Халыҡты аҙыҡ‑түлек продукттары (һөт, ит, йомортҡа һ.б.), сеймал (тире, йөн һ.б.), екке мал (эш үгеҙҙәре, йылҡы һ.б.) һәм органик ашлама м‑н тәьмин итә. М. продукттары һәм ҡалдыҡтарынан...

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.5.1941, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәбиулла а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Нәби а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Алтай крайындағы Мамонтов дәүләт тоҡомсолоҡ ст., 1969—71 йй. Кемерово өлк. Прокопьевск...

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ, малға ашатыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.а.к. бер һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре, мал тамыраҙыҡтары һәм бүлбе емештәре, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос культуралары индерелә. Ҡыяҡлылар һәм ҡуҙаҡлылар ғаиләләренә ҡараған мал аҙығы үләндәре йәшел мал аҙығы, бесән, силос һәм...

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, мал аҙығын етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау б‑са ойоштороу‑хужалыҡ һәм агротехник саралар комплексы. Баҫыу (һөрөнтө ерҙәрҙә мал аҙығы культуралары сәсеү) һәм болон (ҡара: Болонсолоҡ) М.а.е. айырыла. Барлыҡ мал аҙыҡтарының яҡынса 95%‑ын үҫемлек аҙыҡтары (йәшел мал аҙығы, ҡоро...

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР, ҡуйы май алыр өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.б.к. төрлө ғаиләләргә ингән үҫемлектәр ҡарай: астра һымаҡтар (көнбағыш, сафлор); баллыбабай һымаҡтар (перилла, ляллеманция); зәйтүн һымаҡтар (зәйтүн); ҡуҙаҡлылар (арахис, соя); һөтлөгән һымаҡтар (кенә уты); әүернә һымаҡтар (шипкән,...

ЛЮЦЕРНА

  ЛЮЦЕРНА (Medicago), ҡуҙаҡлы‑ лар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ (ҡомалаҡ һымаҡ Л.) үлән. Һабағы тармаҡлы, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, ҡуйы булып япраҡлана, бейеклеге 100—150 см тиклем. Япрағы...

ЛЫСАК Георгий Николаевич

ЛЫСАК Георгий Николаевич (27.1.1923, Өфө — 16.2.1991, шунда уҡ), агроном. А.х. ф. д‑ры (1978), проф. (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Бүздәк тәж. баҫыуында эшләй, 1956 й. алып Стәрлетамаҡ тәж.‑производство хужалығы, 1960 й. — Баймаҡ тәж.‑производство хужалығы дир.,...

ЛИМОН

ЛИМОН (Citrus limon), рут һымаҡтар ғаиләһенең цитрус төркөмөнә ҡараған мәңге йәшел ағас. Тыуған ере – Көньяҡ-Көнсығыш Азия. Ҡырағай рәүештә осрамай. Тропикта һәм субтропикта үҫтерелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында һәм ябыҡ грунтта үҫтерәләр. Бейеклеге 7 м тиклем. Сатыры тармаҡланған, яҡшы япраҡланған,...

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович

ЛЕОНТЬЕВ Иван Петрович (20.1. 1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Өйәҙебаш а.), агроном. А.х. ф. канд. (1994). БР-ҙың а.х. хеҙм-ре (2012). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Миәкә р‑нының “Яңы донъя” к‑зы баш агрономы. 1984 й. алып БР б-са селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау дәүләт комиссияһының федераль дәүләт...

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

ЛЕНИН В.И. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ЯСЙ. Борай р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Оло Баҙраҡ ауылы. Составында 4 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, 3 умарталыҡ. Балалар баҡсаһы, 3 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 2 мәҙәниәт йорто, клуб һ.б. бар. 2012 й. 95 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең...

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ЛАНДШАФТ ИГЕНСЕЛЕГЕ, агроландшафтың тотороҡлолоғон, тупраҡтың уңдырышлылығын тергеҙеүҙе һәм үҫтерелгән а.х. культураларының юғары уңышын алыуҙы тәьмин иткән ерҙе ҡулланыу системаһы. А.х. культураларын урынлаштырыу төр һәм сорттарҙың экологияһына, тупраҡтың һәм рельефтың(битләүҙәрҙең текәлеге һәм экспозицияһы)...

ЛАНДРАС, сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо

ЛАНДРАС (дат. Landrace, land — ил, ауыл ере һәм race — тоҡом), сусҡаның ит йүнәлешле тоҡомо. 20 б. башында Данияла урындағы яҡшыртылған һалынҡы ҡолаҡлы сусҡалар м‑н Англияла сығарылған сусҡаларҙы (башлыса эре аҡ тоҡом) ҡушыу юлы м‑н сығарыла. Рәсәйгә — 1948 й., Башҡортостанға 60‑сы йй. башында эре аҡ...

ҠЫЯР

ҠЫЯР (Cucumis), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ға яҡын төрө билдәле, Көньяҡ Азияла һәм Африкала нығыраҡ таралған. 4 м тиклем оҙонлоҡтағы түшәлеүсән йәки үрмәле һабаҡлы бер, һирәгерәк ике өйлө бер йыллыҡ үҫемлек. Башҡортостанда сәсеү Ҡ. асыҡ йәки ябыҡ грунтта үҫтерелә. Һабағы ҡырлы,...

ҠУЯНСЫЛЫҠ

ҠУЯНСЫЛЫҠ, ит, тире һәм йөн алыу өсөн йорт ҡуяндарын үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Ҡуян ите — диетик продукт. Йорт ҡуяндарының тиреһе ысын йәки ҡиммәтле төрҙәргә оҡшатып эшләнгән тире алыу өсөн ҡулланыла. Продуктлылығының йүнәлеше б‑са йорт ҡуяндары иттире, ит һәм йөн тоҡомдарына бүленә. Ит-тире йүнәлешендәге...

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҡһымға бай иген алыу өсөн үҫтерелгән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.и.к. борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, ноҡот, соя, торна борсағы, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ һ.б. инә. Борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, соя — дым яратыусы; ноҡот, торна борсағы, фасоль — ҡоролоҡҡа сыҙамлы...

ҠОШСОЛОҠ

ҠОШСОЛОҠ, ҡош үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Төп йүнәлештәре: йомортҡа һәм ит. Аҙыҡ итеп ҡулланылған йомортҡалар йомортҡа тоҡомло тауыҡтарҙан һәм кростарҙан алына. Ит етештереү өсөн бройлер, өйрәк, күркә, ҡаҙ, мысыр тауығы, ит тауығы, күгәрсен үрсетелә. Мамығын, ҡауырһынын — еңел сәнәғәт өсөн сеймал, ҡоштарҙы...

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ, ҡоролоҡта үҫемлектәрҙең һыуһыҙ һәм туҡымаларҙың үтә ҡыҙыу булыуына бирешмәү һәләтлеге. Үҫемлек төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре (тамыр системаһының оҙонлоғо һәм ҡеүәте, йөнтәҫлеге һ.б.), ш. уҡ ҡоролоҡтоң интенсивлығы һәм оҙайлығы м‑н билдәләнә. Иң юғары Ҡ.с. ксерофиттар эйә. Культуралы...

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ, составында ҙур күләмдә күҙәнәклек булған ҡоро үҫемлек мал аҙыҡтары. Ҡ.м.а. бесән, һалам, кәбәк һ.б. инә. Ҡ.м.а. — үлән ашаған хайуандарҙың ҡышҡы рационының мотлаҡ компоненты. Был төркөмгә ҡараған мал аҙыҡтары аҙыҡ массаларының кәрәкле күләмен һәм кәүшәк консистенцияһын тәьмин итә,...

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы (2.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Сереккүл а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны, — 23.5.2006, Дүртөйлө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Силәбе совет-партия мәктәбен (1963), БАХИ‑ны (1974) тамамлаған. 1947—50 йй. Илеш р‑нында эшләй: Йәркәй МТС‑ы тракторсыһы,...