Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШИШМӘ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

ШИШМӘ ТАТАР ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Шишмә район мәҙәниәт һарайының татар халыҡ те­а т р ы. 1959 й. татар‑башҡорт драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1970 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1973 й. “халыҡ” исе­мен ала. Тәүге постановкаһы — В.Б.Ғүмәровтың “Таныш ҡапҡа, таныш баҡса” спектакле. 1970—2009 йй. 40‑тан ашыу...

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ

ХАЛЫҠ ТЕАТРҘАРЫ, 1) халыҡта ауыҙ-тел ижады м-н органик рәүештә бәйле булған формаларҙа йәшәп килгән театрҙар. Башҡорттарҙа театрлаштырыу элементтары баҡсы, шаман башҡарған магия акттарында (ҡара: Ҡамлау, Шаманлыҡ), һуғыш ритуалдарында, төрлө йолаларҙа (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар, Ер эшкәртеүгә...

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ, халыҡ музыкаһын һаҡлаусылар, башҡарыусылар, милли муз.-поэтик мираҫ һәм башҡарыу традицияларын дауам итеүселәр. Баш­ҡорт йырсылары һәм музыканттарына тауыштары, халыҡ музыка ҡоралдары м-н оҫта эш итеү хас; үҙ ижадтары м-н улар теге йәки был халыҡ сәнғәте мәктәбен күрһәтә....

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан.1937 й.Башҡ-н респ. халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Респ. фәнни-методик халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эштәре үҙәге, 1991 й. башлап Респ. халыҡ ижады үҙәге. Нефтекама (1998; дир. В.К.Юрин) һәм Бәләбәй (2005; дир. Г.М.Хальзов) ҡҡ. филиалдары бар....

ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ

ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ, халыҡ музыкаһын, халыҡ бейеүен, халыҡ уйындарын, йолаларҙы һ.б. һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары. Мәҙәни‑ял учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, урта махсус белем биреү йорттары,...

ҮҘЕШМӘКӘР ХОРҘАР

ҮҘЕШМӘКӘР ХОРҘАР, вокаль музыканы инструменталь ҡоралдарға ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappella) башҡарыусы һәүәҫкәр йыр коллективтары. Башҡортостанда революцияға (1917) тиклем башҡорттарҙа хор м‑н башҡарыуҙың булмауы халыҡ йырҙарын (ҡара: Оҙон көй) бай орнаментика м‑н яңғыҙ башҡарыу традицияларына, ш....

ҮҘЕШМӘКӘР СӘНҒӘТ ИЖАДЫ

ҮҘЕШМӘКӘР СӘНҒӘТ ИЖАДЫ, һәүәҫкәрҙәрҙең художестволы әҫәрҙәрҙе ижад итеүен, башҡарыуын үҙ эсенә алған индивидуаль һәм коллектив халыҡ ижадының бер формаһы. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар мәҙәни‑ял учреждениелары, уҡыу йорттары һ.б. ойошмалар эргәһендәге төрлө коллективтарҙың (бейеү ансамблдәре, ҡыҙыҡһыныу...

РӘСӘЙ МӘҘӘНИӘТ ФОНДЫ

РӘСӘЙ МӘҘӘНИӘТ ФОНДЫ. Башҡ‑н филиалы Өфөлә 1987 й. СССР Мәҙәниәт фондының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ асыла, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Төп маҡсаттары: мәҙәниәт, сәнғәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү, БР күп милләтле халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу....

ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

ӨФӨ ҺАҢҒЫРАУҘАР МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. 1958 й. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1999 й. алып Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Ө.һ.м.й. 70 урынлыҡ тамаша залы, репетициялар залы бар. Үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары эшләй: “Агидель” хореография төркөмө (1976...

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Өфө нефть эшкәртеү з‑ды ҡарамағында 1956—99 йй. Өфөлә эшләй. 830 һәм 200 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор кластары, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы м‑н китапханаһы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләре, хеҙмәт даны музейы була. Мәҙәниәт һарайында...

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

МИНҺАЖЕВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ҠЫЙҒЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ҡ ы й ғ ы р а й о н м ә ҙ ә н и ә т й о р т о н о ң М и н һ а ж е в Ғ . и с е м е н д ә г е б а ш ҡ о р т х а л ы ҡ т е а т р ы. Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а. урынлашҡан. 1934 й. колхоз‑совхоз театры булараҡ ойошторола, 1959 й. хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә,...

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР

ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БУЙЫНСА КЛУБТАР, һәүәҫкәрҙәр берекмәләре, фәнни, нәфис, спорт һ.б. ҡыҙыҡһыныуҙарға бәйле аралашыу өсөн йыйылған кешеләрҙе берләштергән клуб ойошмалары. 20 б. 70— 80-се йй. Башҡортостанда художество һәм сәнғәт ғилеме йүнәлешендәге Ҡ.б.к. (шиғриәт, музыка, кино яратыусылар һ.б. клубтары) киң...

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО

КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. “ӨМЭПБ” ААЙ‑ның Калинин М.И. ис. мәҙәниәт йорто 1933—2002 йй. Өфөлә эшләй (1956 й. тиклем ӨМЭЗ‑дең “Ударник” клубы; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). 690 һәм 400 урынлыҡ 2 тамаша залы, түңәрәк эше өсөн бүлмәләр, грим бүлмәләре, методик кабинет...

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы (21.1.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 1‑се Моҡас а.— 28.4.2020, Өфө ҡ.), халыҡ музыканты, йырсы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). 1959 й. алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет, 1979—2003 йй. Бәләбәй уҡыу‑производство предприятиеларында эшләй, бер үк ваҡытта...

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы (1.3.1954, Өфө — 12.10.1998, шунда уҡ), фоторәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) «Башфото “Нур”» Башҡ. респ. фоторәсем эштәре ПБ инженеры, 1978 й. алып 1‑се СПТУ, 1981 й. — 70‑се СПТУ уҡытыусыһы. И. ижады...

ИСҠУЖИН Әҙеһәм Динислам улы

ИСҠУЖИН Әҙеһәм Динислам улы [27.1.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 19.3.2003, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], ҡурайсы, халыҡ йырсыһы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Темәс башҡ. пед. уч‑щеһын (1945), Умань осоусылар хәрби уч‑щеһын (1954), БДУ‑ны (1971) тамамлаған. 1945 й....

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1973 й. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең (ҡара: Һуҡырҙар йәмғиәте) Мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1998 й. алып Респ. халыҡ ижады үҙәгенең И.и.й. 350 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, муз. студияһы, костюмдар, ял бүлмәләре бар. И.и.й. 8 үҙешмәкәр...

ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы

ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы (1.9.1935, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Тирәкле а. — 19.10.1992, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1986). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй....

ДИЯРОВ Кәрим Мөхәмәҙи улы

ДИЯРОВ Кәрим Мөхәмәҙи улы [15.1.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Басай а. (хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Оло Басай а.) — 17.11.1986, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Ниғәмәт а.], ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1930 й. алып...

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР, ҡурайсылар. Ишҡәле Шәмсетдин улы Д. (1.6.1901, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 7.11.1974, шунда уҡ), ҡурайсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайыр р‑нының В.П.Чкалов ис. к‑зында эшләй. Й.М.Иҫәнбаев традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың...