Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАНОВ Олег Закир улы

Просмотров: 2858

ХАНОВ Олег Закир улы (11.8.1951, БАССР-ҙың Архангел районы Ҡыҙғы а.), актёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1987), БАССР-ҙың халыҡ (1984) һәм атҡаҙанған (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). З.Х.Хановтың улы. ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1981—85 йй., 1987 й. ӨДСИ-лә уҡыта, 1989—93 йй. Йәш тамашасы театрының (ҡара: Милли Йәштәр театры) художество етәксеһе, 1997 й. алып “Сатирикон” Мәскәү театры, 2000 й. — М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры актёры, бер үк ваҡытта Ырымбур сәнғәт институтында уҡыта, 2009 й. башлап Салауат драма театрының баш режиссёры, 2012—19 йй. БАДТ-ның художество етәксеһе. 1984—97 йй. БР Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе.

      Төрлө жанрҙағы һәм стилдәге әҫәрҙәрҙә уйнағанда тәрән кәүҙәләнеш оҫталығына, юғары техникаға, тасуирлау саралары һәм алымдарының байлығына эйә булған актёр. Төп ролдәре: БАДТ сәхнәһендә — Ричард Галин (“Айгөл иле”; дебют, 1972), Сандро (“Айһылыуҙың айлы кистәре”, И.Ә.Абдуллин), Кендек (М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса Р.В.Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле), Бруно (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” — “Великодушный рогоносец”, Ф.Кроммелинк); Йәш тамашасы театрында — Ҡарабай (“Мөхәббәт тураһында легенда”, Ғ.М.Мөсрәпов), Адмирал (“Мөхәббәт исемлеге”, Ф.М.Бүләков), Яго (“Отелло”, У.Шекспир); Ырымбур театры сәхнәһендә — Арбенин (“Маскарад”, М.Ю.Лермонтов), Ротмистр (“Атай” — “Отец”, А.Стринберг), Фредерик Леметр (“Фредерик, йәки Енәйәттәр бульвары” — “Фредерик, или Бульвар преступлений”, Э.Э.Шмитт) һ.б. Х. әһәмиәтле эштәренең береһе — көтөүсе Абдрахман образы (“Бибинур, ах, Бибинур!”, Бүләков), унда “бәләкәй кешенең” ғазаптары юғары трагедиялылыҡҡа тиклем еткерелә. “Сатирикон” Мәскәү театры сәхнәһендә режиссёр Р.Стуруа ҡуйылышында Полоний (“Гамлет”, Шекспир) ролен башҡара. Йәш тамашасы театры сәхнәһендә Ф.Гарсия Лорканың “Бернарда Альба өйө” (“Дом Бернарды Альбы”); Туймазы татар драма театрында — Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), У.Шекспирҙың “Гамлет”; Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә Ю.О’Нилдың “Таштарҙа үҫкән мөхәббәт”, Н.Асанбаевтың “Зәйтүнгөл” һ.б. спектаклдәр ҡуя. “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) нәфис фильмында (“Мосфильм” киностудияһы, 1980) төшә. Т.Ғ.Миңнуллиндың “Шулай булды шул...”, А.Н.Островскийҙың “Һуңлап килгән мөхәббәт” (“Поздняя любовь”), А.В.Вампиловтың “Өлкән улым” (“Старший сын”) пьесаларын, А.Гриндың “Ал елкәндәр” (“Алые паруса”) повесы буйынса шул уҡ исемле, С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы буйынса шул уҡ исемле сәхнәләштерелгән әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә. “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (1991). РФ-тың Дәүләт премияһы (1996), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1981) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2021), Салауат Юлаев (2016) ордендары менән бүләкләнгән.

    Әҙәб.: Соколянский А. Революция отменяется //Театральная жизнь. 1994, №7; “Гамлет” в “Сатириконе”. Постановка Роберта Стуруа. М., 1998; Соколянский А. “Кто велит Вам верить!” Олег Ханов играет Арбенина //Страстной бульвар, 10. 2009. №7—177.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.12.2025