Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНТОМОЛОГИЯ

Просмотров: 1220

ЭНТОМОЛОГИЯ (грек телендәге éntoma — бөжәктәр һәм ...логия), зоологияның бөжәктәрҙе өйрәнгән бүлеге. Дөйөм (бөжәктәрҙең төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, индивидуаль үҫешен, эволюцияһын, формалар төрлөлөгөн тикшерә) һәм ғәмәли (ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, паразиттар, инфекцион ауырыуҙар тыуҙырыусыларҙы таратыусылар һ.б.) Э. бүленә. Колеоптерология (ҡаты ҡанатлыларҙы өйрәнеү), лепидоптерология (күбәләктәр), мирмекология (ҡырмыҫҡалар) һ.б. айырыла. Башҡортостан территорияһында тәүге энтомологик тикшеренеүҙәр 18 б. П.С.Паллас, Н.П.Рычков, 19 б. Э.А.Эверсманн, А.М.Бутлеров тарафынан үткәрелә. 19 б. аҙағында — 20 б. башында Өфө губернаһының ҡоротҡос бөжәктәре (С.И.Горский, Г. Россиков), гессен себене, кобылка‑сиңерткә һәм яҙғы селәүсен менән көрәш саралары (Ф.Ф.Штумф), яры ҡанатлылар‑энтомофагтар (И.К.Тарнани, И.В.Васильев), паразит яры ҡанатлылар (Н.Ф.Мейер, Н.А.Теленга) өйрәнелә. 30—40‑сы йй. Ебәкселек тәжрибә станцияһында (Өфө ҡ.) имән һәм тут ебәк күбәләктәре (А.М.Ишмәев, К.С.Никифорук, Г.Я.Седашева һ.б.), шунан һуңғы йылдарҙа Биология институтында — ишһеҙ ебәк күбәләгенең һ.б. япраҡ кимереүсе бөжәктәрҙең паразиттары (З.Ш.Яфаева), БАХИ‑ла — ебәкселектә ҡоротҡостар (К.С.Никифорук) һәм дикроцелийҙарҙың ваҡытлы эйәләре (Х.В.Әйүпов) булараҡ урман ҡырмыҫҡалары, БДУ‑ла — Башҡорт ҡурсаулығы ҡырмыҫҡаларының төр составы һәм трофик бәйләнештәре (Л.Н.Ғирфанова, Р.К.Степанова һ.б.); 60—70‑се йй. БАХИ‑ла ҡырағай бал ҡорто һымаҡтар һәм уларҙың мал аҙығы үҫемлектәре менән бәйләнеше (К.С.Никифорук), башҡорт бал ҡорто (Г.И.Чиглинцев, А.И.Кошелев, Е.М.Петров һ.б.), ауыл хужалығы культураларын бал ҡорттары һеркәләндереү (В.Н.Анфёрова, Г.Ф.Бухарев), уларҙың ағыулы химикаттар менән ағыуланыуы (М.А.Алферова, Ү.Ә.Долотовская), төрлө тоҡомдарҙың экстерьер билдәләре (Й.Т.Шакиров, А.Я.Шекшуев), миҙгелгә бәйле үҙгәрештәр (В.Г.Королёва) тикшерелә; ағастарҙың энтомодиагностикаһы һәм энтомототороҡлолоғо тураһында тәғлимәт һ.б. нигеҙләнә (П.А.Положенцев). Башҡортостан ғилми‑тикшеренеү баҫыусылыҡ тәжрибә станцияһында (А.В.Коровкина), Ауыл хужалығы министрлығында (А.П.Веретенников, Е.В.Лекгер, М.Ш.Үтәкәев һ.б.) ауыл хужалығы үҫемлектәре ҡоротҡостары өйрәнелә һәм улар менән көрәш саралары эшләнә, Биология институтында (М.Ғ.Ханисламов етәкселегендә) дендрофиль бөжәктәр (ишһеҙ ебәк күбәләге, сыбарғанат ебәк күбәләге, тал тулҡын ҡанатлылары, һарыбауыр һ.б.) һаны динамикаһы, БДУ‑ла — агробиоценоздарҙа мезофауна составы, һаны һәм бүленеше (В.Г.Боев), һыуҙа йәшәгән йәки унда айырым үҫеш фазаларын үткән бөжәктәр (М.Ғ.Баянов, Н.Л.Каратаева, А.Н.Зей‑Нечаева, Л.Н.Ғирфанова һ.б.), БДПУ‑ла Башҡортостандың Урал алдындағы күбәләк төрҙәре, ҡайһы бер агробиоценоздарҙың тупраҡ мезофауналары (М.Ғ.Миһранов) тикшерелә. Республикала Э. буйынса тикшеренеүҙәр М.Ғ.Баянов тарафынан (1997), “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкортостана”; 1949, 1977) һәм “Башҡортостан хайуандары” (“Животные Башкортостана”; 2016) китаптарында дөйөмләштерелә.

  Әҙәб.: М и г р а н о в М.Г. Булавоусые чешуекрылые Башкирии: (определитель). Уфа, 1991; Б а я н о в М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.01.2023
Связанные статьи: