Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЧТА ҠОРОЛМАЛАРЫ

МАЧТА ҠОРОЛМАЛАРЫ, нигеҙгә беркетелгән вертикаль көпшәнән һәм уны тотҡан анкерҙар м‑н нығытылған тарттырғыстарҙан торған инженер ҡоролмалары. М.ҡ. монолит бетон, тимер‑бетон, йыйылма тимер‑бетон йәки металл конструкциялар рәүешендә яһала. Радио һәм телевидение антенналары һ.б. элемтә ҡоролмалары өсөн...

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР

МАХСУС ФУНКЦИЯЛАР, киң мәғәнәлә — математиканың төрлө бүлектәрендәге теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе сискәндә барлыҡҡа килгән элементар булмаған функцияларҙың айырым кластары йыйылмаһы; тар мәғәнәлә — математик физиканың айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәреүсәндәрҙе айырыу ысулы м‑н...

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ УЛЬТРАТАУЫШ ЯРҘАМЫНДА ЭШКӘРТЕҮ, матдәгә 18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр м‑н йоғонто яһау. Ҡойолоп торған, күҙәнәкле һ.б. материалдарҙы киптереү, газдарҙы таҙартыу, маcса алмашыныу һәм химик процестарҙы тиҙләтеү, аэрозолдәр һәм эмульсиялар алыу, шыйыҡлыҡ эсендәге...

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ТЕРМИК ЫСУЛ МЕНӘН ЭШКӘРТЕҮ, материалдың структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү маҡсатында уға йылылыҡ м‑н тәьҫир итеү операцияларының йыйылмаһы. Төп төрҙәре: иретмә һәм металдарҙы термик юл менән эшкәртеү, балсыҡты, үҙағасты, эзбизташты, металл мәғдәндәрен, быяланы, эмалде һ.б. яндырыу....

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

МАТЕРИАЛДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, материалдарҙың үҙенсәлеге һәм төҙөлөшө т‑дағы фән. М.ө.ғ. төп маҡсаты: материалдарҙың составы, структураһы һәм физик‑механик үҙенсәлектәре араһындағы бәйләнештәрҙе билдәләү, машина деталдәренең, инструменттарҙың һ.б. изделиеларҙың юғары ышаныслылығын һәм оҙаҡ файҙаланыуҙы...

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ

МАТЕРИАЛДАР ҠАРШЫЛЫҒЫ, машина деталдәренең, ҡоролмаларҙың һәм конструкцияларҙың ныҡлығы, ҡатылығы т‑дағы фән. Теоретик (идеаллаштырылған ҡаты есемде тикшерә) һәм эксперименталь (реаль материалдарҙың механик үҙенсәлектәре) өлөштән тора. М.ҡ. ниндәй ҙә булһа көстәр тәьҫире аҫтында төрлө материалдарҙың...

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

МАТЕМАТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, математика өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Дөйөм, махсус һәм ярҙамсы белем биреүгә бүленә. Математика б‑са дөйөм белем мәктәптә бирелеп, арифметика, алгебра һәм анализ нигеҙҙәрен, геометрияны үҙ эсенә ала. Махсус белем математик анализ,...

МАТЕМАТИКА

МАТЕМАТИКА (гр. mathēmatikē,† mајthēma — белем, фән, ғилем), ысынбарлыҡтағы һан мөнәсәбәттәре һәм арауыҡ формалары т‑дағы фән. М. үҙ предметы һәм ысулы булған фән булараҡ Боронғо Грецияла б.э.т. 6—5 бб. үҫеш ала. Матем. тикшеренеүҙәр ваҡыт, әйбер, ер участкалары майҙандарын үлсәү һ.б. мәсьәләләргә ҡағыла....

МАТЕМАТИК ХИМИЯ

МАТЕМАТИК ХИМИЯ, ғәмәли математиканың химия һәм химик технологиялар өлк. матем. мәсьәләләрҙе өйрәнә торған бүлеге. Химик процестарҙың моделдәрен әҙерләгән объекттарҙы һәм структураларҙы, химияның ғәмәли мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостанда М.х. ысулдарына нигеҙләнгән тикшеренеүҙәр Нефтехимия һәм катализ...

МАТЕМАТИК ФИЗИКА

МАТЕМАТИК ФИЗИКА, физик күренештәрҙең матем. моделдәре теорияһы. Физика м‑н математика тоташҡан урында барлыҡҡа килә һәм артабан үҫешә. Физиканың матем. моделдәрен тасуирлау өсөн айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр, интеграль‑дифференциаль тигеҙләмәләр, вариациялы һәм...

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА

МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА, математиканың объекттар һәм күренештәрҙең билдәләре т‑дағы статистик мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу, эшкәртеү һәм файҙаланыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге. Статистика алымы һығымталарҙың ышаныслы һәм аныҡ булыуын баһалау өсөн һайлап алыу ысулын (объектты йәки күренеште ентекле тикшереү...

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ

МАТЕМАТИК МОДЕЛЬ ӘҘЕРЛӘҮ, танып белеү объекттарын моделдәрҙә тикшереү; характеристикаларын билдәләү һәм аныҡлау өсөн әйберҙәрҙең, күренештәрҙең (йәнле һәм йәнһеҙ системалар, инженер конструкциялары, биол., физик, химик, соц.‑иҡт. процестар) моделдәрен төҙөү һәм уларҙы өйрәнеү. Үҙ аллы фән булараҡ 20...

МАТЕМАТИК ЛОГИКА

МАТЕМАТИК ЛОГИКА, математиканың матем. иҫбатлауҙары һәм матем. нигеҙҙәрен төҙөү мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: классик предикаттар логикаһы, алгоритмдар теорияһы, аксиоматик күмәклектәр теорияһы, иҫбатлауҙар теорияһы. Матем. ҡушымталарынан тыш М.л. фән һәм техниканың төрлө өлкәләрендә...

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД

МАТЕМАТИК ИҠТИСАД, иҡт. теорияһының анализлау, прогнозлау, планлаштырыу һәм идара итеү мәсьәләләре комплексын хәл иткәндә иҡт. процестарҙы һәм күренештәрҙе тасуирлау өсөн матем. аппаратын ҡулланған бүлеге. Баланс, динамика, детерминациялау, оптималләштереү, стохастик (фундаменталь матем. ҡулланмайынса...

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ

МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ, биол. системаларҙы тикшереү өсөн матем. аппаратын файҙаланған интегратив фән. Түбәндәге бүлектәрен айыралар: матем. генетика, матем. физиология, матем. экология. Тереклек т‑дағы фәндең хәҙ. үҫеш осоронда М.б. биоинформатика һәм системалы биол. м‑н тығыҙ бәйләнгән. Геномдарҙы анализлауҙы...

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ

МАТЕМАТИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы дифференциаль һәм интеграль иҫәпләмәләр ысулдары м‑н тикшереүгә арналған бүлеге. Функция, сығарылма, интеграл, һан рәттәре, функциональ эҙмә‑эҙлелектәр һ.б. төшөнсәләр м‑н эш итә. Дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, интеграль тигеҙләмәләрҙе, ысын үҙгәреүсәндәрҙең...

МАССА АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

МАССА АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, күп фазалы матдәләрҙе масса алмаштырыу йәки диффузия юлы м‑н айырым компоненттарға йә фракцияларға айырыу, уларҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн аппараттар. Тәғәйенләнеше б‑са — ректификация, экстракция, абсорбция, адсорбция, ион алмаштырыу һ.б.; фаза‑ара йөҙҙөң барлыҡҡа килеү...

МАРС, планета

МАРС, Ҡояштан алыҫлығы б‑са дүртенсе урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 228 млн км (1,52 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 687 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 24 сәғ. 37 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 64°48’; был планета климатының миҙгелгә бәйле мөһим...

МАГНИТОФОН

МАГНИТОФОН (магнит һәм гр. phōnē † — тауыш), тауышты магнит ярҙамында яҙып (ғәҙәттә, таҫмаға), яңынан ишеттерә торған ҡоролма. Таҫма тартыу механизмынан, электр сигналдарын көсәйткестәрҙән, магнитлы эшләпәләрҙән, юғары йышлыҡ генераторынан, яҙыу кимәле күрһәткесенән, электр энергияһы биреү һәм электр‑акустик...

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР

МАГНИТ МАТЕРИАЛДАР, магнит үҙенсәлектәре б‑са электротехникала, автоматикала, телемеханикала, приборҙар яһауҙа һ.б. өлкәләрҙә ҡулланыла алған матдәләр (ферро‑ һәм ферримагнетиктар). Йомшаҡ һәм ҡаты М.м. бүленә. Йомшаҡ М.м. көсөргәнешлелеге 8‑ҙән 800 А/м тиклем булған магнит ҡырҙарында туйынғанға тиклем...