Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАРЧУКОВ Евгений Ювенальевич

МАРЧУКОВ Евгений Ювенальевич (26.7.1956, Мәскәү ҡ.), инженер‑механик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2022), техник фәндәр докторы (1999), профессор (2007). РФ‑тың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005), почётлы авиатөҙөүсе (2006). Мәскәү авиация институтын тамамлаған (1979). 1978 й. алып «“Сатурн” ҒПБ» ААЙ‑нда (Мәскәү ҡ.):...

МАРХАСИН Илья Львович

МАРХАСИН Илья Львович (27.4. 1919, Киев — 21.4.1988, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979), нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан ун‑тын тамамлаған (Баҡы, 1943). 1952 й. алып Өфө нефть сәнәғәте...

МАРХАСИН Виктор Ильич

МАРХАСИН Виктор Ильич (24.5. 1944, Баҡы – 28.11.1987, Өфө), тау инженеры, геофизик. Техник ф. д‑ры (1987). И.Л.Мархасиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1967). 1971—87 йй. ӨНИ‑лә эшләй (1987 й. алып газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм эксплуатациялау...

МАРУШКИН Борис Константинович

МАРУШКИН Борис Константинович (28.4.1921, Пенза губ. Трубетчина а. – 15.8.1994, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1971). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1945). 1948—94 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй: нефть һәм газ технологияһы, 1954—63...

МАРТЫНОВ Леонид Николаевич

МАРТЫНОВ Леонид Николаевич (9.5.1905, Омск ҡ. – 21.6.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Диңгеҙ ҡултығы” (“Лукоморье”; 1945), “Өҫтөнлөк” (“Первородство”; 1965), “Гипербола” (1972), “Алтын запас” (“Золотой запас”; 1981) шиғри йыйынтыҡтары, “Һауа фрегаттары” (“Воздушные фрегаты”; 1974) автобиографик новеллалар...

МАРТЫНОВ Виталий Владимирович

МАРТЫНОВ Виталий Владимирович (22.7.1959, Мари АССР‑ы Красногорский ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Мари политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй. 1988 й. алып ӨДАТУ‑ла (2003 й. башлап иҡт. информатика...

МАРТЫНЕНКО Василий Борисович

МАРТЫНЕНКО Василий Борисович (20.10.1974, Бөрө ҡ.), геоботаник. БР ФА профессоры (2016), биология фәндәре докторы (2009). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020). Воронеж урман‑техника академияһын тамамлаған (1996). 1999 й. алып Өфө биология институтында эшләй: 2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 й. —...

МАРТЕМЬЯНОВ Владимир Семёнович

МАРТЕМЬЯНОВ Владимир Семёнович (9.9.1937, Топки ҡ. — 23.2.2012, Зеленоград ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1987), профессор (1989). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА‑ның Химик физика институты филиалында (Мәскәү өлкәһе Черноголовка ҡсб) эшләй. 1971 й. алып БДУ‑ла: химик кинетика, 1979—90...

МАРС, планета

МАРС, Ҡояштан алыҫлығы б‑са дүртенсе урында торған планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 228 млн км (1,52 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 687 тәүлек. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 24 сәғ. 37 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 64°48’; был планета климатының миҙгелгә бәйле мөһим...

МАРС, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

МАРС, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 80 кеше; 1959 – 199; 1989 – 136; 2002 – 119; 2010 – 78 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б....

МАРМЫЛЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл

МАРМЫЛЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Дим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 119 кеше; 1920 – 213; 1939 – 229; 1959 – 162; 1989 – 124; 2002 – 182; 2010 – 232 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға яҡынса...

МАРКУШЕВ Михаил Вячеславович

МАРКУШЕВ Михаил Вячеславович (1.10.1959, Өфө), инженер‑механик. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1990 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. башлап сектор мөдире, 2007 й. — лаб....

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ, диалектик һәм тарихи материализм (ҡара: Диалектика) т‑да К.Маркс м‑н Ф.Энгельс тәғлимәте. М.ф. төп ҡанундары: ижт. аңға ҡарата ижт. йәшәйештең алда булыуы; йәмғиәт структураһы — иҡт. базис (етештереү көстәре һәм мөнәсәбәттәре) һәм өҫҡорма (мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ); йәмғиәт тарихы...

МАРКС Карл Генрих

МАРКС Карл Генрих (5.5.1818, Трир ҡ., Пруссия — 14.3.1883, Лондон ҡ.), философ, иҡтисадсы, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусы (ҡара: Марксистик философия). Философия докторы (1841). 1847 й. алып халыҡ‑ара Коммунистар союзы ағзаһы. М. менән Ф.Энгельс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары...

МАРКОВА Елена Николаевна

МАРКОВА Елена Николаевна (1897 й. июне, Днепропетровск ҡ. — 2.3.1984, Ленинград ҡ.), психиатр. Медицина фәндәре докторы (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск медицина институтын тамамлаған (1922). 1924 й. алып Ульяновск өлкә психиатрия дауаханаһында бүлек...

МАРКЕТИНГ

МАРКЕТИНГ (ингл. market – баҙар, һатыу), баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында предприятиелар һәм фирмаларҙың етештереү-һатыу һәм сауҙа эшмәкәрлегенең табыш алыуға йүнәлтелгән ойоштороу һәм идара итеү системаһы. М. функциялары: баҙарҙы тикшереү (талаптарҙы, ихтыяжды, конкуренцияны өйрәнеү, һатыуҙы күҙаллау),...

МАРИНО, ауыл, Нефтекама ҡ. составында

МАРИНО, М а р ь и н о, ауыл, 1969 й. алып Нефтекама ҡ. составында, Ташкин а/с ҡарай. Нефтекама ҡ. һәм т. юл ст. К.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 979 кеше; 1920 – 937; 1939 – 552; 1959 – 546; 1989 – 348; 2002 – 279; 2010 – 471 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы...

МАРИН, Илеш р‑нындағы ауыл

МАРИН, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 298 кеше; 1959 — 266; 1989 — 215; 2002 — 186; 2010 — 155 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1929 й. Бөрө кантонында...

МАРИЙ ЭЛ

МАРИЙ ЭЛ Р е с п у б л и к а һ ы, М а р и р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында Волга й. басс. урта өлөшөндә урынлашҡан. Киров өлк., Татарстан һәм Сыуашстан, Түб. Новгород өлк. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы – Йошкар‑Ола. Юғары вазифалы кешеһе – республика башлығы....

МАРИИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МАРИИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 850 кеше; 1959 – 133; 1989 – 545; 2002 – 361; 2010 – 1896 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...