Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҪАБА

АҪАБА, нәҫелдән күсә килгән ер биләү хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) булған община башҡорто. Рәсәй адм.‑идара итеү учреждениеларында А. ҡарата ғәҙәттә “аҫаба”, “аҫаба башҡорт” төшөнсәләре ҡулланылған. Община эсендә дөйөм ерҙәрҙе бергәләп файҙаланғандар, шәхси хужалыҡ алып барғандар (ҡара:...

АҪАБАЛЫҠ

АҪАБАЛЫҠ, ер милкенең бер төрө. Рәсәйҙә 10—11 бб. нәҫелдән нәҫелгә күсә килеүсе ғаилә йәки уртаҡ ер биләмәһе булараҡ барлыҡҡа килә; 13—15 бб. ер биләүҙең төп төрө була. 15—17 бб. поместье (ер биләүҙең шартлы формаһы) м‑н бер рәттән йәшәй. 1714 й. 23 мартындағы тура мираҫлылыҡ т‑дағы указға ярашлы, А. һәм...

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

АҪАУ-ЗУБОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 14 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында, Өфө — Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 385 кеше; 1920 — 560; 1939 — 517; 1959 — 466; 1989 — 117; 2002 — 277; 2010 —...

АҪАУ, Балтас р‑нындағы ауыл

АҪАУ, Сытырман, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Муҡтар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 739 кеше; 1920 — 859; 1939 — 795; 1959 — 691; 1989 — 483; 2002 — 466; 2010 —...

АҪАУБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

АҪАУБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Аҫау й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 913 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 804; 1959 — 567; 1989 — 446; 2002 — 411; 2010 — 414 кеше. Сыуаштар...

АҪАУТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

АҪАУТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Тепляк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Оло Әңгәсәк й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 331 кеше; 1920 — 358; 1939 — 282; 1959 — 312; 1989 — 179; 2002 — 145; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар,...

АҪҠАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

АҪҠАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 194 кеше; 1920 — 479; 1939 — 268; 1959 — 215; 1989 — 430; 2002 — 523; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ

АҪҠЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Ҡауарҙы а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта Олотау һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девон һәм карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Ауыҙы Бәләкәй Аҫҡын й. (Инйәр й. басс.) кимәленән 70 км бейеклектә урынлашҡан;...

АҪҠЫН МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

АҪҠЫН МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Архангел р‑ны Аҫҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 100 м алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Урғылып сыҡҡан 3 сығанаҡ бер-береһенән яҡынса 100 м аралыҡта ята. Урта карбон тау тоҡомдарында (ҡырсынташлыҡ, эзбизташтар) формалашалар. Беренсе сығанаҡтың...

АҪЫЛ ТАШТАР

АҪЫЛ ТАШТАР, зәргәрлек эшендә ҡулланылған, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минералдар. Күпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы менән айырыла; матур саф төҫтә йәки төҫһөҙ була. А.Е.Ферсман һәм М.Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе...

АҪЫЛҒУЖА (Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы)

АҪЫЛҒУЖА (ысын исеме Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы; 20.10.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Муллаҡай а. — 25.2.2005, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 1984 й. алып БАССР Яҙыусылар союзы...

АҪЫЛҒУЖА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

АҪЫЛҒУЖА, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 360; 1939 — 376; 1959 — 420; 1989 — 238; 2002 — 227; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҪЫЛҒУЖИН Ғайсар Бәхтигәрәй улы

АҪЫЛҒУЖИН Ғайсар Бәхтигәрәй улы (1.1.1944, БАССР‑ҙың Белорет районы Ноҡат а. — 29.4.2022, Белорет ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1963 й. алып Белорет металлургия комбинатында эшләй: 1971 й. башлап бригадир, 1990 й. — мастер, 1999—2008 йй. — өлкән мастер. А. бригадаһы 9‑сы һәм 10‑сы биш йыллыҡтар...

АҪЫЛМАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АҪЫЛМАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, элеп ҡуйыла торған көршәктәрҙә йәки вазаларҙа үренделәре һәленеп, үрелеп йәки түшәлеп үҫеүсе декоратив үҫемлектәр. А.ү. ҡайһы берҙәренең япраҡтары (яран, колеус, красула, седум, традесканция, хлорофитум һ.б.), ҡайһыларының сәскәләре (ҡыңғырау сәскә, лобелия, пеларгониум һ.б.) декоратив....

АТ ЕГЕҮ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

АТ ЕГЕҮ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда атты егеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар тупланмаһы (ҡара: Артмаҡлы-менге транспорт, Егеүле транспорт). Башҡорттарҙа А.е.к.‑я. яһау традициялары күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) ихтыяждарына, яу сәнғәте (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) барлыҡҡа килеү...

АТ КУЛЬТЫ

АТ КУЛЬТЫ. Ат башҡорттарҙың иң изге хайуандарының береһе булып тора; был халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында, хөрәфәттәрендә һәм йолаларында сағылған. Легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекле яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы бихисап хужа‑эйәләр, ш. иҫ. ат эйәһе йәшәгән...

АТ СПОРТЫ

АТ СПОРТЫ, атта һыбай йөрөү ярыштары. А.с. төрҙәре: ат өйрәтеү, конкур-иппик (ҡаршылыҡтарҙы үтеү), өсбәйге (манеждағы сабыш, яландағы һынауҙар, конкур), ат сабышы һ.б. Башҡортостанда А.с. үҫешә башлауы 1891 й. Өфөлә ипподром асылыуға бәйле, унда 1892 й. тәүге юртаҡтар сабышы үткәрелә. 1937 й. башҡорт...

АТА-БАБАЛАР КУЛЬТЫ

АТА-БАБАЛАР КУЛЬТЫ, мәрхүм ата-бабалар рухына дини табыныу. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы. Үҙгәрештәргә дусар булып, А.‑б.к. өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан. Ата-бабалар м‑н өҙөлмәҫ бәйләнешкә ышаныу община (ҡәбилә, ырыу)...

АТАЕВКА

АТАЕВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искино а/с ҡарай. Өфөнән К. 27 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 16 кеше; 1920 — 81; 1939 — 92; 2002 — 70; 2010 — 101 кеше. Ауылға 1777 й. купчий ҡағыҙы б‑са ваҡ биләмәле дворян Атаевтар һатып алған...

АТАМАНОВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

АТАМАНОВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Кирҙә а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 85 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 136 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 627 кеше; 1989 — 274; 2002 — 141; 2010 — 104 кеше. Урыҫтар, татарҙар...