Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛТАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БАЛТАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1156 кеше; 1920 — 1277; 1939 — 1083; 1959 — 903; 1989 — 329; 2002 — 339; 2010 — 377 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

БАЛТАС РАЙОНЫ

БАЛТАС РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Тәтешле, көнсығышта — Ҡариҙел һәм Асҡын, көньяҡта — Мишкә, көнбайышта Борай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Балтас р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ...

БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы

БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы (8.3.1915, Петроград — 18.1.1984, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), БАССР‑ҙың (1955), ТАССР‑ҙың (1965) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1935; педагогы А.Я.Ваганова) 1956 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет...

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл

БАЛТИКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Балтика а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 195 кеше; 1920 — 655; 1939 — 669; 1959 — 601; 1989 — 665; 2002 — 722; 2010 — 719 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы (18.10.1947, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1995), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Органик химия ин‑тында эшләй (1980—84 йй. ғилми секретарь, 1996 й. алып төп ғилми хеҙм‑р),...

БАЛТЫРҒАН

БАЛТЫРҒАН (Heracleum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ Америка һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда себер Б. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы ҡырлы‑бураҙналы, тармаҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ҡауырһын формаһында, эре....

БАЛХИ

БАЛХИ (Әбү Зәйд Әхмәт ибн Сәхл әл‑Балхи; яҡынса 850—934 йй.), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Бағдадта уҡый. 10 б. башында Волга буйы Болғарында һәм башҡорттар ерендә була. Истахри һәм Д.А.Хвольсон әҫәрҙәре б‑са билдәле “Илдәрҙең географик карталары” (“Географические карты стран”; яҡынса 921—22) хеҙмәте...

БАЛЪЯ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

БАЛЪЯ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 268 кеше; 1959 — 205; 1989 — 111; 2002 — 153; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

БАЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, балыҡ, диңгеҙ хайуаны, киттар, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары һәм ылымыҡтарҙы тотоу, уларҙы аҙыҡ-түлек, мед., мал аҙығы һәм техник продукция итеп эшкәртеү б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа балыҡ эшкәртеү тармағынан һәм балыҡсылыҡтан тора. Башҡортостанда етештереү эшмәкәрлегенең иң тәүге...

БАЛЫҠЛЫ

БАЛЫҠЛЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Балыҡлы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1493 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1202; 1959 — 1090; 1989 — 845; 2002 — 754; 2010 — 677 кеше....

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

БАЛЫҠЛЫ АУЫЛЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, 1771 й. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Балыҡлы а. (хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусы — Б.Ғүмәров. Ырымбур мосолман дини йыйылышы ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә эше м‑н мәсеттең имам‑хатибы һәм мөҙәрис етәкселек иткән. 7—10 йәшлек (ҡайһы...

БАЛЫҠЛЫБАШ, Ҡорокәртә, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

БАЛЫҠЛЫБАШ, Ҡорокәртә, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 566 кеше; 1920 — 636; 1939 — 362; 1959 — 369; 1989 — 228; 2002 — 185; 2010 — 161 кеше....

БАЛЫҠЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

БАЛЫҠЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Балыҡлыкүл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта Балыҡлы күле (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1879 кеше; 1920 — 2211; 1939 — 1163; 1959 — 623; 1989 — 472; 2002 — 458; 2010 — 417 кеше. Татарҙар...

БАЛЫҠСЫ

БАЛЫҠСЫ, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Көньяҡ Себер төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Балыҡсы” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, тываларҙа, төркмәндәрҙә билдәле. 12—14 бб. ҡатай ҡәбиләләре м‑н берлектә Урал алдына, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Урал йй. буйҙарына күсенәләр. Артабан...

БАЛЫҠСЫЛЫҠ

БАЛЫҠСЫЛЫҠ, 1) хужалыҡ эшмәкәрлегенең балыҡ тотоуға нигеҙләнгән формаһы. Башҡорттарҙа традицион кәсеп. Б. системаһы Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре һәм хужалыҡ итеү традициялары м‑н бәйле була. Ырыуҙың аҫаба ерҙәре сиктәрендә балыҡлы һыу ятҡылыҡтары айырым общиналар — туғандаш ғаиләләр...

БАЛЫҠТАР

БАЛЫҠТАР (Pisces), умыртҡалылар ярым тибы. Кимерсәкле һәм һөйәкле Б. кластары айырыла. Яҡынса 60 отряды, 20 меңдән ашыу төрө бар. Башҡортостанда энә һымаҡтар, скорпен һымаҡтар, йәйен һымаҡтар, тәрәс һымаҡтар, суртан һымаҡтар (1 төр м‑н билдәләнә), карп һымаҡтар, һөмбаш һымаҡтар, алабуға һымаҡтар, бикре...

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ (лат. balneum—һыу инеү һәм терапия), тәбиғи йәки яһалма минераль һыуҙар ҡулланып дауаланыу. Минераль һыуҙарҙың дауалау тәьҫире уларҙа бром, иод, магний һ.б. иондары, углекислый газ, сероводород, азот, тиҙ тарҡалыусан радиоактив матдәләрҙең (радон) булыуына бәйле. Минераль һыуҙарҙы ваннала,...

БАНГЕРСКИЙ Рудольф Карлович (Бангерскис Рудольфс)

БАНГЕРСКИЙ Рудольф Карлович (ысын исеме Бангерскис Рудольфс; 21.6.1878, Лифляндия губ. Личкрога утары — 25.2.1958, Ольденбург ҡ. янында, ГФР, 1995 й. Ригаға күсереп ерләнгән), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Рус армияһы ген.‑майоры (1919), Латвия армияһы ген.‑лейт. (1927), СС группенфюреры (1943). 1904—05 йй....

БАНК КАРТАЛАРЫ

БАНК КАРТАЛАРЫ, пластик карталар төрө. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап һәм түләүҙәр, эш хаҡы биреү, ҡулаҡса алыу өсөн ҡулланыла. Иҫәп‑хисап схемаһы (кредит, иҫәп-хисап, алдан түләү), кемдеке булыуы (корпоратив, шәхси), хеҙмәтләндереү даирәһе, мәғлүмәтте яҙыу ысулына (чиплы, магнитлы) һ.б. ҡарап айырыла. Картала,...

БАНКРОТЛЫҠ

БАНКРОТЛЫҠ (банк һәм итал. rotto — һыныҡ), юридик йәки физик шәхестең бурыс түләүгә һәләтһеҙлеге, кредиторҙарҙың бурыс йөкләмәләрен үтәү талаптарын ҡәнәғәтләндерә, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға мотлаҡ түләүҙәрҙе тәьмин итә алмауы. Юридик шәхестәр өсөн Б. процедураһы судҡа тиклемге санация, күҙәтеү,...