Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШКИРСКИЙ ИЗУМРУД, алмағас сорты

БАШКИРСКИЙ ИЗУМРУД, алмағас сорты. 1996 й. Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, Т.Г.Дёмина (БНИИЗиС) тарафынан Уральское наливное һәм Коричное новое сорттарын һеркәләндереү юлы м-н сығарылған. Киң йомро сатырлы, уртаса бейеклектәге ағас. Үрендеһе нәҙек, һорғолт йәшел төҫтә. Япрағы оҙонса‑овал формаһында,...

БАШКИРСКИЙ КРАСАВЕЦ, алмағас сорты

БАШКИРСКИЙ КРАСАВЕЦ, алмағас сорты. 1928 й. В.П.Стреляев, Р.И.Болотина тарафынан помологик терәк пунктында (ҡара: Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы) сығарылған. Уртаса бейеклектәге ағас, сатыры йомро, тармаҡлы, төп ботаҡтары һирәк урынлашҡан. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, ҡараһыу көрән төҫтә, төклө....

БАШКИРСКИЙ МЕСТНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә сорты

БАШКИРСКИЙ МЕСТНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә сорты. 1940—43 йй. ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәнең урындағы популяцияһынан Х.Н.Фәтҡуллин (Башҡ‑н дәүләт селекция ст.; ҡара: Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы) тарафынан сығарылған. Һабағы 1,2 м тиклем бейеклектә, төҙ, йығылмай, йомшаҡ ҡыуаҡ. Япраҡлылығы яҡынса 60%....

БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН МӘКТӘПТӘР

БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН МӘКТӘПТӘР, урыҫ һәм башҡа милләттәр өсөн башланғыс халыҡ училищелары, Рәсәйҙә урыҫ булмаған милләт балалары өсөн башланғыс дөйөм белем биреү учреждениелары. 1860-сы йй. алып хөкүмәт, Урыҫ православие сиркәүе йәки земстволар башланғысы м‑н христианлаштырыу һәм уҡытыу процесын урыҫлаштырыу...

БАШҠАРМА ВЛАСТЬ

БАШҠАРМА ВЛАСТЬ, дәүләт власының дәүләт эштәре м‑н идара итеү функцияларын башҡарыусы үҙ аллы тармағы. Б.в. закондар сығарыу власы акттарын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен ҡабул итә. Башҡортостанда Б.в. функцияларын Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы, Башревком,...

БАШҠОРТ

БАШҠОРТ, башҡорттарҙың үҙ атамаһы. Этноним ғәрәп сәйәхәтселәре һәм географтары Сәлләм Тәржемән, Балхи (“башджард”, “башджар”, “басхарт”), Истахри, Масуди (“баджгард”), Ибн Фаҙлан, Гардизи (“башджурт”), Мәхмүт Ҡашғари (“башгырт”), Иҙриси (“басджирт”), Яҡут (“баш джирд”, “баш кирд”), Европа сәйәхәтселәре...

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ, РККА‑ла, 1919 й. июнь аҙағында Бәләкәй Башҡортостанда элекке Башҡорт корпусының Ә.Б.Ҡарамышев ис. 1‑сеБашҡ. кавалерия полкы нигеҙендә М.Л.Мортазин тарафынан ойошторола. Составында 1‑се (окт. алып 5‑се Башҡ. кавалерия полкы тип үҙгәртелә, 1920 й. майынан — 27‑се) һәм...

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, РККА‑ла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 5 апр. 615‑се бойороғо б‑са Саранск ҡ. Башҡорт корпусының элекке хәрби хеҙм‑рҙәренән һәм мобилизацияланыусыларҙан Башҡ. айырым бригадаһы булараҡ ойошторола. Составҡа 1‑се (ком. У.Н.Тереғолов), 2‑се (Х.Ф.Әлишев)...

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КОРПУСЫ

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КОРПУСЫ, 1918 й. 7 сент. Ырымбур ҡ. башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са ойошторола (17 сент. Халыҡ армияһы ғәскәрҙәре б‑са бойороҡ м‑н раҫлана). Б.а.к. составына Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Ә.Б.Ҡарамышев ис. 1‑се Башҡ. кавалерия полкы, окт. алып...

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ УҠСЫЛАР БРИГАДАһЫ

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, РККА‑ла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 5 апр. 615‑се бойороғо б‑са Бәләбәй ҡ. Башҡорт корпусының элекке хәрби хеҙм‑рҙәренән, ш. уҡ Бәләбәй өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙендә мобилизацияланыусыларҙан ойошторола. 1919 й. авг. бригада составына...

БАШҠОРТ АССР‑ЫНЫҢ ХАЛЫҠ СӘСӘНЕ

БАШҠОРТ АССР‑ЫНЫҢ ХАЛЫҠ СӘСӘНЕ, маҡтаулы исем. Импровизаторлыҡ сәнғәте өлкәһендә күрһәткән ҙур хеҙмәттәр өсөн бирелгән. БАССР ЮС‑ы Президиумының 1944 й. 14 апр. Указы м‑н булдырыла. Исем биреү һәм унан мәхрүм итеү Яҙыусылар союзы һәм Башҡ-н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑ның (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт...

БАШҠОРТ АТЛЫ ПОЛКЫ

БАШҠОРТ АТЛЫ ПОЛКЫ, 1878 й. 30 мартында император Александр II раҫлаған “башҡорт атлы полкы тураһында ваҡытлы положение” ҡарарына ярашлы Ырымбур хәрби округында (ҡара: Хәрби округтар) Башҡ. дивизионы нигеҙендә ойошторола. Ырымбур хәрби округының штаб нач. буйһона. Полк составына 4 эскадрон инә. Командирҙар...

БАШҠОРТ АТЫ

БАШҠОРТ АТЫ, еген, менге‑еген, менге‑артмаҡлы урындағы тоҡом. Дала һәм урман типтары тоҡомдарынан килеп сыҡҡан, Башҡортостандың уртаса‑континенталь климатында йыл әйләнәһендә көтөүлектә йөрөп формалашҡан. Б.а. 17 б. алып Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһында үрсетелгән, ш. уҡ Пермь губернаһы, Ҡазан...

БАШҠОРТ АШ‑ҺЫУЫ

БАШҠОРТ АШ‑ҺЫУЫ, малсылыҡ‑игенселек хужалығы, шулай уҡ солоҡсолоҡ, һунар, балыҡсылыҡ аҙыҡтары, емеш‑еләк йыйыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Башҡорттарҙа һөт ризыҡтары өҫтөнлөк иткән. Һыйыр, бейә, кәзә, дөйә, һарыҡ һөтө ҡулланылған. Айыртылмаған һыйыр һөтөн сәйгә һалғандар, балалар аҙығы булараҡ ҡулланғандар;...

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Б.ә., боронғо төрки әҙәбиәте һәм көнсығыш әҙәбиәте традицияларына таянып, башҡ. фольклоры нигеҙендә үҫешә. Башҡ. һүҙ сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡылары болғар осорона (ҡара: Волга буйы Болғары) ҡарай. Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының төрлө этник төркөмдәренең...

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ, Мәскәүҙә милли әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын киң сағылдырған сара. 1955 й. 27 май — 5 июнендә уҙғарыла. Декадаға әҙерлек һуғышҡа тиклемге йылдарҙа уҡ башлана, әммә үткәреү ваҡыты ике тапҡыр (1941 й. һәм 1953 й.) кисектерелә. Б.ә.һ.с.д. Яҙыусылар союзы,...

БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО

БАШҠОРТ БАЛ ҠОРТО, урта урыҫ тоҡомло бал ҡорттарының башҡ. популяцияһы. Башҡа тоҡомдарҙан ҡараһыу һоро төҫө һәм эрерәк булыуы м‑н айырыла. Тән оҙонлоғо (мм): эшсе ҡорттарҙыҡы 12—14, әре ҡорттарҙыҡы 15—17, инә ҡорттарҙыҡы 20— 25. Мороно ҡыҫҡа (5,7—6,3 мм). Ауырлығы (мг): йәш ҡорттарҙыҡы (кәрәҙ күҙәнәгенән...

БАШҠОРТ БАРМАҒЫ

БАШҠОРТ БАРМАҒЫ, Б а р м а ҡ, Сик ауыл, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 120 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Сик й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 156 кеше; 1920 — 215; 1939 — 268; 1959 — 221; 1989 —...