Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОЧИССКИЙ Павел Варфоломеевич

ТОЧИССКИЙ Павел Варфоломеевич (3.5.1864, Екатеринбург ҡ. — 10.7.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворян. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. 1885 й. С.‑Петербургта “Петербург мастеровойҙары ширҡәте” социал‑демократик ойошмаһына нигеҙ һалған....

ТОФА ТЕЛЕ

ТОФА ТЕЛЕ, ҡ а р а ғ а с  т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Тофаларҙың милли теле. Иркутск өлк. Түб. Удинск р‑нында таралған. Тофаларҙың һаны — 800‑ҙән ашыу кеше, шуларҙың яҡынса 370‑е Т.т. һөйләшә (2002). Тува теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм уғыҙ ҡәбиләләре телдәренә барып тоташа. Көндәлек...

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ

ТОТОШ МӨХИТТӘР МЕХАНИКАҺЫ, механиканың һәм теоретик физиканың деформациялана торған  газ, шыйыҡ хәлдәге һәм ҡаты хәлдәге мөхиттәрҙең төрлө физик шарттарҙағы макроскопик хәрәкәтен өйрәнгән бүлеге. Фундаменталь материаль континуум төшөнсәһенә нигеҙләнгән бойондороҡһоҙ үҙ аксиоматикаһы бар. Мөхиттең эске...

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ

ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ, система хәрәкәтенең йәки тигеҙләнешенең тотороҡлолоғо шарттарын өйрәнеү м‑н бәйле төшөнсәләр һәм ысулдар йыйылмаһы. Тотороҡлолоҡ — динамик системаларҙың болартыу йоғонтоларын компенсациялау һәләтлеге. Математикала дифференциаль тигеҙләмәнең сығарылышы (йәки динамик системаның...

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна

ТОТМАНОВА Ася Валентиновна (5.11.1954, Өфө), бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1975). 1970 й. алып “Шаратын” Абхаз халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1971 й. — Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 й....

ТОТМАНОВ Рәдис Нурислам улы

ТОТМАНОВ Рәдис Нурислам улы (5.8.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1974) һәм Рәсәй театр сәнғәте акад. (1998; педагогы Е.П.Валукин) тамамлаған. 1975—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге...

ТОТЕМИЗМ

ТОТЕМИЗМ, кеше һәм тотем — хайуан, үҫемлек, һирәгерәк тәбиғәт күренеше йәки әйбер араһында ҡөҙрәтле көсө булған туғанлыҡ барлығына нигеҙләнгән традицион инаныуҙар. Ҡағиҙә булараҡ үҙ тотемының исемен йөрөткән тотем төркөмө (ырыуйәки ырыу бүленеше) ағзаларына тотем ҡоштары һәм хайуандарына һунар итеү,...

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

ТОТАШТЫРҒЫС ТУҠЫМАНЫҢ ДИФФУЗИЯ АУЫРЫУҘАРЫ аутоиммун һәм иммун комплекслы процестар үҫеше м‑н төрлө ағзалар һәм системалар шешеүенә, ш. уҡ артыҡ фиброздар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Т.т.д.а. ревматоид артрит (ш. иҫ. ювениль), системалы ҡыҙыл сөсө ауырыуы (ҡара: Ауто аллергия ауырыуҙары), системалы склеродермия,...

ТОРФЯНОЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ТОРФЯНОЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Чесноковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Өршәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 82 кеше; 1989 — 676; 2002 — 170; 2010 — 196 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-аушерлыҡ пункты бар....

ТОРФ

ТОРФ (нем. Torf), һ а ҙ т и р е ҫ е, янар файҙалы ҡаҙылма, үҫемлектәр материалы күмергә әүерелеүенең беренсе стадияһы продукты. Ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарының тупланыуы һәм уларҙың тулыһынса тарҡалмауы һөҙөмтәһендә һаҙлыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Структураһы сүсле йәки аморфлы. Текстураһы башлыса ҡатламһыҙ....

ТОРОНТАЙЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ТОРОНТАЙЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.-Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Торонтайыш й. (Ҡорҫаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3210 кеше; 1920 — 3674; 1939 — 2463; 1959 — 2013; 1989 — 1367; 2002 — 1305; 2010 — 1034 кеше. Татарҙар йәшәй...

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ (Ustilaginales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. 40 заты, яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө табылған. Спораларының шытыу ысулы б‑са устиляго һәм тиллеция һымаҡтар ғаиләләренә бүленә. Мицелийы дикариотик, еп рәүешле,...

ТОРОН

ТОРОН, үҫемлектәрҙең торон бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Иң ҙур зыянды иген культураларына килтерә. Емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, һабаҡтарын, япраҡтарын зарарлай, улар споралы ҡара массаға әүерелә. Башҡортостанда бойҙайҙың, арпаның, һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ...

ТОРНОВ Василий Иванович

ТОРНОВ (Персианинов) Василий Иванович (1737, Мәшхәд ҡ., Фарсы иле — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. 1756 й. алып Рәсәйҙә. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла, Т.И.Падуров отряды составында Ырымбур ҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Дек. Пугачёв тарафынан...

ТОРНАҺАҘ, һаҙлыҡ

ТОРНАҺАҘ, Сөн й. басс. һаҙлыҡ. Илеш р‑ны Тыпый а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Маты й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 118,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын,...

ТОРНАЛЫ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТОРНАЛЫ, П е р м я к т а р, Салауат р‑нындағы ауыл, Торналы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 252; 1939 — 345; 1959 — 205; 1989 — 214; 2002 — 835; 2010 — 819 кеше. Башҡорттар, урыҫтар,...

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтың башы, б.э. 13—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Торналы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы Ҡалатау морононда урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй., 1971 й., 1980 й. тикшерелә. 900 м2 яҡын ер ҡаҙылған....

ТОРНА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТОРНА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 124 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 928; 1939 — 576; 1959 — 376; 1989 — 195; 2002 — 103; 2010 — 77 кеше. Татарҙар...

ТОРНА БОРСАҒЫ

ТОРНА БОРСАҒЫ (Lathyrus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Америка тауҙарында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө — аҡһыл Т.б., болон Т.б., яҙ Т.б. һ.б. үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр....

ТОРМОШ‑КӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ

ТОРМОШ‑КӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ, көндәлек (рәссам йәшәгән осорға хас булған) шәхси һәм ижт. тормошҡа арналған һынлы сәнғәт жанры. Т.‑к.ж. рәсем сәнғәте төп урынды алып тора. Тормош‑көнкүреш мотивтары ш. уҡ графикалатаралған, скульптура һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә киң ҡулланыла. Т.‑к.ж. ысынбарлыҡты сағылдырыу...