Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИРӘКӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ТИРӘКӘЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Мәүлит а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 806 кеше; 1920 — 872; 1939 — 556; 1959 — 443; 1989 — 229; 2002 — 173; 2010 — 130 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб...

ТИРӘК

ТИРӘК (Populus), тал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 110‑дан ашыу төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: елберҙәк Т. йәки уҫаҡ, көмөш йәки аҡ Т., ҡара Т. йәки күк тирәк. 150—200 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры йәйенке, сатыр йәки...

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕҢ БЫСРАНЫУЫ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕҢ БЫСРАНЫУЫ. Тәбиғи һәм антропоген (ҡара: Антропоген ландшафт, Антропоген ташландыҡтар) сығышлы Т.‑я.м.б. айырыла. Объекттары (атмосфераның, һыу ятҡылыҡтарының, тупраҡтарҙың һ.б. бысраныуы), характеры (тирә‑яҡ мөхиттең физик бысраныуы, химик бысраныу, биологик бысратыу), биләгән терр‑яһы...

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ, тәбиғәт ресурстарын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, рациональ файҙаланыу һәм тергеҙеү б‑са саралар комплексы. Т.‑я.м.һ. объекттары булып һыу, ер аҫты, тупраҡ, атмосфера һауаһы, атмосфераның озон ҡатламы, Ер яны йыһан киңлеге, үҫемлектәр донъяһы, экосистемалар; үҫемлектәр, хайуандар...

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ, тәбиғәт ресурстарын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, рациональ файҙаланыу һәм тергеҙеү б‑са саралар комплексы. Т.‑я.м.һ. объекттары булып һыу, ер аҫты, тупраҡ, атмосфера һауаһы, атмосфераның озон ҡатламы, Ер яны йыһан киңлеге, үҫемлектәр донъяһы, экосистемалар; үҫемлектәр, хайуандар...

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ САНИТАР ҺАҠЛАУ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕ САНИТАР ҺАҠЛАУ, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуын иҫкәртеүгә һәм уның насар факторҙарының халыҡ һаулығына йоғонтоһон сикләүгә, кеше, хайуан һәм үҫемлектәрҙең йәшәү эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән дәүләт санитария‑гигиена һәм эпидемияға ҡаршы саралар системаһы. Һыу объекттарын...

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТ, кешенең йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү мөхите. Т.‑я.м. тәбиғи һәм яһалма (техноген) мөхитте, йәғни тәбиғи матдәләрҙән кеше хеҙмәте тарафынан эшләнгән һәм тәбиғәттә оҡшашлығы булмаған тирә‑яҡтағы элементтар йыйылмаһын (биналар, ҡоролмалар һ.б.) үҙ эсенә ала. Биол. төр булараҡ кешенең тәбиғи...

ТИРӘ-ЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ

ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ, антропоген эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә насар физик факторҙар сығанағының тирә‑яҡ мөхиткә йоғонтоһо; тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы төрҙәренең береһе. Вибрация һәм тауыштан (механик транспорт саралары, технологик ҡорамалдар, төҙөлөш һәм ремонт эштәре), электромагниттан (мәҫ.,...

ТИПТӘРҘӘР

ТИПТӘРҘӘР, 17—19 бб. Башҡортостандағы социаль төркөм. Яҙма сығанаҡтарҙа Т. тәүге тапҡыр 1725—26 йй. телгә алына (Көңгөр бургомистры Юхнев материалдары). “Типтәрҙәр” терминының килеп сығышын П.И.Рычков, В.Н.Витевский фарсы телендәге “дәфтәр” (яҙма, килешеү), Г.И.Комиссаров сыуаш телендәге “типтәр” (киртекле...

ТИПТӘР ПОЛКТАРЫ

ТИПТӘР ПОЛКТАРЫ, типтәрҙәрҙең Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеү өсөн ойошторолған еңел атлы хәрби частары, 1790—1845 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләренә ҡушылған. Ойошторолған ваҡытта Ырымбур айырым корпусы ком. буйһонған. Һәр полк 5 йөҙҙән (полковник, 5‑әр яҫауыл, йөҙ башы, хорунжий,...

ТИПОГРАФИЯ

ТИПОГРАФИЯ (гр. týpos — эҙ һәм ...графия), полиграфия сәнәғәтенең баҫма продукция сығара торған пр‑тиеһы. Т. формалар баҫыу (баҫма текст һәм иллюстрация формалары әҙерләү), баҫма (баҫма формаларҙан күп тапҡыр баҫылмалар эшләү) һәм биҙәү (брошюралау, төпләү, ламинирлау, ситен ҡырҡыу, рельефлы итеп баҫыу...

ТИПЕЕВ Шамсон Ислам улы

ТИПЕЕВ Шамсун Ислам улы [1.4. 1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Исай а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 1983 й. июне, Истра ҡ.], тарихсы. Тарих ф. канд. (1943). 1919 й. алып РКП(б) ағзаһы. Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында (1921—23), Ҡыҙыл профессураның...

ТИМОФЕЕВКА

ТИМОФЕЕВКА (Phleum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: болон Т. һәм дала Т. Кәүшәк кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яҡшы япраҡланған, бейеклеге 110 см тиклем....

ТИМОФЕЕВ Борис Михайлович

ТИМОФЕЕВ Борис Михайлович (21.11.1967, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1993). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ю.П.Гомоляко). “Авангард” (Өфө ҡ.; 1989 й. алып) һәм “Салауат Юлаев” (1991—2000; тренеры Р.Ғ.Ишмәтов)...

ТИМОФЕЕВ Андрей Александрович

ТИМОФЕЕВ Андрей Александрович (2.10.1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер. Техник ф. канд. (2004). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ) эшләй: инженер‑конструктор, 2005 й. алып инженер, төп инженер, 2009 й. башлап лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында...

ТИМОФЕЕВ Алексей Иванович

ТИМОФЕЕВ Алексей Иванович (21.7. 1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ерекле а., — 1985 й. нояб., Мәскәү), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау а.х. механизациялау ин‑тын тамамлағандан һуң (1934) Бөтә Союз...

ТИМОНИН Анатолий Николаевич

ТИМОНИН Анатолий Николаевич [14.2.1955, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Петровский а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре үткән ваҡиғаларҙы күҙәтеүгә ҡоролған илдәрҙе өйрәнеү фәне проблемаларына арналған....

ТИМИРЯЗЕВ К.А. ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ ИНСТИТУТЫ

ТИМИРЯЗЕВ К.А. ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1929 й. Өфө халыҡ мәғарифы ин‑ты базаһында асыла, 1957 й. алып Башҡорт дәүләт университеты. Институт составына мәктәпкәсә‑мәктәп (1933), тарих, физика‑матем., химия‑биол., тел һәм әҙәбиәт бүлектәре; 1934 й. башлап геогр., тәбиғәт фәндәре,...

ТИМЕРШИН Рәдиф Мәхмүт улы

ТИМЕРШИН Рәдиф Мәхмүт улы (1.1.1947, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Мәсәғүт а. — 2.5.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1986 й. тиклем (өҙөклөктәр м‑н) һәм 1988—92 йй. “Һәнәк” ж. (1989 й. башлап бүлек...

ТИМЕРОВ Азамат Камил улы

ТИМЕРОВ Азамат Камил улы (14.2. 1969, Баймаҡ ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2006) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1994; Д.М.Мусин класы). 1993 й. алып Сибай филармонияһы, 2007 й. — “Мираҫ” бейеү ансамбле, 2008 й. – Башҡ. филармонияһы солисы. Киң диапазонлы моңло тауышҡа эйә. Башҡарыу...