Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

ЙӘШЕЛ ТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, төбәк метаморфизмының 250—450°С температурала һәм 2—6 кбар баҫым аҫтында барған төрө. Фанерозойҙың һәм кембрий алдының йыйырсыҡлы өлкәләрендә вулканоген, вулканоген-ултырма, интрузив тау тоҡомдарында үҫешкән (йәшел ташлы бүләктәр). Й.т.м. минераль ассоциацияларының арауыҡтағы...

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ

ЙӘШЕЛ ҺӘҮЕРТАШЛЫ МЕТАМОРФИЗМ, температура 250—500°С, баҫым 2—8 кбар булғанда барлыҡҡа килеүсе урындағы метаморфизмдың бер төрө. Тектоник стресс шарттарында тау тоҡомдарының пластик шыуышыуы һөҙөмтәһендә өҫкө ҡатламдарҙың аҫҡыларына баҫымы түбәнәйә. Ошо сәбәптәр бөтә төр тоҡомдарҙа ла Й.һ.м. нигеҙе булып...

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР (Chlorophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 20 меңдән ашыу төрө билдәле; бөтә Ер шарында, башлыса сөсө һыу ятҡылыҡтарында (ш. уҡ диңгеҙҙә), тупраҡта, ер өҫтөндә, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында киң таралған. Эукариот, бер (яңғыҙ йәки тупланып) йәки күп күҙәнәкле, һирәгерәк күҙәнәкһеҙ,...

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ЙӘШЕЛСӘ КУЛЬТУРАЛАРЫ, йәшелсә алыу өсөн үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле. Й.к. япраҡлыларға (кәбеҫтә, салат, укроп, шпинат, япраҡлы петрушка һ.б.), емешлеләргә (баклажан, борос, борсаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, ташҡабаҡ, томат, фасоль һ.б.), һуғанбашлыларға (һарымһаҡ,...

ЙӘШЕЛСӘ-ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ

ЙӘШЕЛСӘ‑ЕМЕШ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында үҫешә башлай. 1997 й. Асҡын йәшелсә киптереү комбинаты, Покровка, Шафран йәшелсә киптереү комб‑ттары, Бөрө, Суртан йәшелсә киптереү з‑дтары, Бүздәк (ҡара: Бүздәк консерва комбинаты), Иглин, Туймазы консерва з‑дтары, “Консервалар”...

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК

ЙӘШЕЛСӘСЕЛЕК, 1) үҫемлекселектең йәшелсә культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. Асыҡ һәм ябыҡ тупраҡ Й. айырыла. Асыҡ тупраҡта баҫыу шарттарында йәшелсә, ябыҡ тупраҡта ултыртыу миҙгеле булмаған осорҙа йәшелсә һәм асыҡ тупраҡ өсөн үрсетмә үҫтерелә. Башҡортостанда Й. үҫеше колхоз һәм совхоздар...

ЙӘШЕН

ЙӘШЕН, атмосфера күренеше, был ваҡытта өйкөм ямғыр болоттарында йәки болот һәм ер өҫтө араһында күп тапҡыр ҡабатланған электр разрядтары — күк күкрәү м‑н Й. уты барлыҡҡа килә. Й. ваҡытында көслө дауыллы ел, ҡойма ямғыр, күп осраҡта боҙло ямғыр була. Й. барлыҡҡа килеү механизмы тулыһынса өйрәнелмәгән:...

ЙӘШЕРГӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ЙӘШЕРГӘН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 93 км алыҫлыҡта Йәшергән й. (Тәтер й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1197 кеше; 1920 — 1528; 1939 — 1258; 1959 — 1226; 1989 — 770; 2002 — 723; 2010 — 620 кеше....

ЙӘШКӘҘЕ, һырт

ЙӘШКӘҘЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары буйлап Кесе Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) тамағынан Еҙем й. ағымының киңлек өлөшөнә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 24 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 591 м (Аҡбейек тауы). 323—591 м бейеклектәге 7 түбәһе...

ЙӘШМӘ, тау тоҡомо

ЙӘШМӘ, кремнезёмлы ултырма тау тоҡомо. Кварцтан тора, ҡайһы берҙә халцедон ҡушылмаһы була. Структураһы криптокристаллы, текстураһы массив. Ҡыҙыл, һары, көрән, күкһел һоро, йәшел төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәре тимер һәм марганец окиселдары булыуы м‑н аңлатыла; ш. уҡ сыбар, юлаҡлы йәки тимгелле (пейзажлы)...

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ

ЙӘШТӘР ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ ХӘРӘКӘТТӘРЕ. Йәштәр ойошмалары (ЙО) — уртаҡ эшмәкәрлек барышында уставта (положениела) күрһәтелгән дөйөм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы 14—30 йәшлек граждандарҙың йәмәғәт берекмәләре; ағзалар һаны сикләнгән. Йәштәр хәрәкәттәре (ЙХ) — йәштәрҙең ҙур төркөмөн, ҡайһы ваҡыт бер нисә...

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ

ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ, БР дәүләт власы органдарының йәш граждан дарҙың соц. формалашыуы һәм үҫеше өсөн соц.‑иҡт., хоҡуҡи шарттар һәм гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; уны тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдары, йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре, балалар ойошмалары ҡатнаша. Й.с. “Башҡортостан...

ЙӘШТӘР ҺАРАЙЫ

ЙӘШТӘР ҺАРАЙЫ, мәҙәниәт һарайы. Өфөлә урынлашҡан. 1970 й. “Гидравлика” пр‑тиеһының “Юбилейный” мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1999 й. — Аграр университеттың 5‑се уҡыу корпусы, 2009 й. алып БДАУ-ҙың Йәштәр һарайы. 1150 урынлыҡ тамаша залы, 3 бейеү залы, 12 уҡыу аудиторияһы бар. 1999 й. тиклем мәҙәниәт...

ЙОҠ (КНАУФ) ЗАВОДЫ

ЙОҠ (КНАУФ) ЗАВОДЫ, 1731 й. Уҫы даруғаһы Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Йоҡ й. (Ирень й. басс.) буйында П.И. һәм Г.П. Осокиндар тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1828 й. — ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау...

ЙОҠ ЗАВОДТАРЫ

ЙОҠ ЗАВОДТАРЫ, Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Йоҡ й. (Сылва й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан Түб. һәм Үрге баҡыр иретеү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Й.з. 1734 й. Йоҡ й. буйында, Үргеһе — 1740 й. Түб. Й.з. көнбайышҡа табан 2 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлә. Хужалары: ҡаҙна, 1757 й. алып...

ЙОҠ-КАМА ЗАВОДЫ

ЙОҠ-КАМА ЗАВОДЫ, 1746 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Кама Йоғо й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында А.Г.Строганов (ҡара: Строгановтар) тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Строгановтар, 1823 й. алып В.П.Бутеро-Родали, 1864 й. — Шуваловтар; 1918 й....

ЙОҠА ҠАТЛАМЛЫ ТУПРАҠ

ЙОҠА ҠАТЛАМЛЫ ТУПРАҠ, йырғыланған рельефлы райондарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡ төркөмө. Тупраҡ профиленең ҡыҫҡартылғанлығы һәм горизонттар йыйылмаһының тулы булмауы, серетмә запасының түбән, ҡырсынташлы, ташлы булыуы м‑н билдәләнә. Антропоген йөкләнешкә тотороҡһоҙ, деградацияға тиҙ бирелә (ҡара: Тупраҡтың...

ЙОЛА

ЙОЛА, ғөрөф-ғәҙәт, элек-электән килгән соц. тәртип ҡағиҙәләре. Й. ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең төп ысулдарының береһе, кешеләрҙе теге йәки был соц. һәм мәҙәни тәжрибәгә өйрәтеү, уны быуындан-быуынға тапшырыу, этник (ҡара: Этнос) һәм соц. төркөмдәрҙе берләштереү сараһы булып иҫәпләнә. Й. үтәлеү дәрәжәһе...

ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, йолаларҙың вербаль‑шиғри өлөшө. Й.п. өсөн традициялылыҡ, тотороҡлолоҡ, күсәгилешлелек, функциональ мәғәнә, импровизацияның һәм ҡанундарҙың органик берләшеүе хас. 2 төркөмгә бүленә: 1) ваҡыт‑миҙгел йола поэзияһы, 2) ғаилә‑көнкүреш йола поэзияһы. Р.Ә.Солтангәрәева Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

ЙОЛА ХОҠУҒЫ

ЙОЛА ХОҠУҒЫ, ҡат-ҡат ҡулланыу һөҙөмтәһендә йәмғиәттә хасил булған тәртип ҡағиҙәләре (йолалар) йыйылмаһы. Тарихи яҡтан хоҡуҡтың иң иртә формаһы. Й.х. нормалары яҙма рәүештә лә, телдән-телгә күсеп тә йәшәргә мөмкин. Дәүләттәр барлыҡҡа килеү һәм үҫеү м‑н Й.х. ҡануниәт формалашыу өсөн нигеҙ була, йәки Й.х. уның...