Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ)

СЫУАШТАР КАНАШЫ (СЪЕЗЫ), БР сыуаштарының милли үҙаңын күтәреү, сыуаш телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты пропагандалау һәм нығытыу маҡсаты м‑н ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1999 й. алып эшләй. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Сы- уаш...

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич

СЫЧЁВ Алексей Алексеевич [1861, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Дыуан а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) – ?], Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912–17) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған. Златоуст өйәҙземство башҡармаһында писарь булып хеҙмәт иткән. Златоуст өйәҙземство йыйылышында крәҫтиәндәрҙән...

СЮЖЕТ

СЮЖЕТ (фр. sujet — предмет), художестволы әҫәрҙә арауыҡ‑ваҡыт үҙгәрештәре, бер‑береһен алмаштырған урын‑торош һәм шарттар рәүешендә күҙ алдына баҫтырылған хәл‑ваҡиғалар йыйылмаһы. С. драматик, эпик һәм лиро‑эпик жанрҙарҙың ойоштороусы башланғысы булып тора; лирикала ла мөһим булырға мөмкин. С. структур...

СЮИТА

СЮИТА (фр. suite — рәт, эҙмә‑эҙлелек), дөйөм художество идеяһы м‑н берләшкән бер нисә ҡапма‑ҡаршы үҙ аллы өлөштәрҙән (характеры, ритмы, темпы һ.б. б‑са айырылалар) торған инструменталь цикллы муз. әҫәр. С. соната һәм симфониянан өлөштәренең артыҡ үҙ аллылығы, уларҙың ҡәтғи иҫәпкә, тәртипкә, характерға...

СЮТКИН Владимир Михайлович

СЮТКИН Владимир Михайлович (28.2.1952, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), инженер‑механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Ижевск механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Рязань мәҙәниәт‑көнкүреш тауарҙары ф‑каһында өлкән мастер булып эшләй. 1977 й. алып “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда:...

СЮТКИН Пётр Иванович

СЮТКИН Пётр Иванович [31.12. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Армянинов а. — 14.8.1954, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл эшселәр ҡсб, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Холодный Ключ ҡсб ерләнгән, ш. уҡ р‑ндың Калегин а. күсереп ерләнгән], танкист, майор. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Горький...

ТАБАН БАЛЫҠ

ТАБАН БАЛЫҠ (Carassius), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ заты. 2 төрө билдәле: алтын Т.б. Урта һәм Көнсығыш Европала, Себерҙә (Лена й. тиклем), көмөш Т.б. Тымыҡ океан басс., Себерҙә, Амударъя, Һырдаръя, Волга, Днепр һ.б. йылғаларҙың түбәнге ағымында таралған. Кәүҙәһе бейек, оҙонлоғо...

ТАБАҪҠЫТАМАҠ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ТАБАҪҠЫТАМАҠ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Табаҫҡытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 75 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Пермь өлк.) К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Аяҙ й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 68 кеше; 1959 — 885; 1989 — 716; 2002 — 567; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар, татарҙар,...

ТАБИП-ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ

ТАБИП‑ФИЗКУЛЬТУРА ДИСПАНСЕРЫ, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы. Физик культура һәм спорт м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙе (ш. иҫ. балаларҙы) мед. хеҙмәттәре, ш. уҡ халыҡты мед. реабилитацияһы м‑н тәьмин итә. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑ф.д. составына спорт мед., тергеҙеү мед. һәм реабилитация, консультатив‑диагностика...

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 638 кеше; 1920 — 603; 1939 — 577; 1959 — 458; 1989 — 352; 2002 — 359; 2010 — 306...

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ

ТАБЫН БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Һул ҡулына сабый Иисусты күтәргән Богородицаның йөҙөн һүрәтләгән икона; һары‑көрән төҫтә, византия яҙмаһы м‑н төшөрөлгән. Ҡазан Божья Матерь иконаһына оҡшаш. Үлсәме 106х74 см. Риүәйәт б‑са, ике тапҡыр (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, өс тапҡыр) — 1580 йй. Вознесение пустыны эргәһендә...

ТАБЫН КАНТОНЫ

ТАБЫН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустарынан һәм Өфө өйәҙенең Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустарынан АСБР составында барлыҡҡа килә. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.к. сиктәре...

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ

ТАБЫН ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Табын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. һул ярындағы һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1956 й. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1978...

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ

ТАБЫН ҠӘЛҒӘҺЕ, Т а б ы н, 1736 й. 14 июлендә сауҙагәр И.Д. Утятниковтың тоҙ промыслаһы янында, Тоҙйылға й. Ағиҙелгә ҡойған урында, башҡорт ихтилалдары (1735—40) барышында башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙә И.К.Кириловтың күрһәтмәһе б‑са төҙөлгән. Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, Т.ҡ. Нуғай даруғаһының...

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАБЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3064 кеше; 1920 — 4252; 1939 — 3442; 1959 — 2560; 1989 — 1931; 2002 — 2153; 2010 — 1827 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта...

ТАБЫН, племя

ТАБЫН, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бишул, бәҙрәк, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, табын, һырҙы ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған. 12 б. аҙ. — 13 б. башында барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. берләшмә көнбайышта — Сирмешән й. үҙәнен, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) түбәнге ағымын; көньяҡта — Туҡ, Кесе Уран, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек...

ТАБЫШ

ТАБЫШ, продукция (хеҙмәт) һатыуҙан алынған килемдең етештереү һәм һатыу сығымдарынан артыуы; предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хужалыҡ итеү эшмәкәрлегендәге финанс һөҙөмтәләренең төп күрһәткесе. Продукттарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатыуҙан килгән төшөм м‑н етештереү факторҙары сығымдарының суммаһы араһындағы...

ТАВАСИЕВ Сосланбек Дафаевич

ТАВАСИЕВ Сосланбек Дафаевич (25.12.1894, Терек өлк. Фаснал а. — 10.4.1974, Мәскәү), скульптор. Төньяҡ Осетия (1955) һәм Башҡорт (1967) АССР‑ҙарының халыҡ рәссамы. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1935). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юғары художество‑техник ин‑тын тамамлаған (1927; педагогы...

ТАВРИОН

ТАВРИОН (донъяуи исеме Батозский Тихон Данилович; 28.7.1898, Харьков губ. Краснокутск ҡ. — 13.8. 1978, Изге Троица монастыры Спасо‑Преображение пустыны, Латвия ССР‑ының Валгунде ҡсб), дин әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Архимандрит (1927). Монахлыҡ ҡабул иткән (1920). 1926 й. алып Марк Изге...