Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТИРӘКЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ТИРӘКЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һаҡмар а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 89 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ирәҙә й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 242; 1989 — 114; 2002 — 106; 2010 — 75 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТИРЕ

ТИРЕ, һыйыр малы, ваҡ мал, дөйә, болан, ат, сусҡа, ш. уҡ ҡайһы бер диңгеҙ имеҙеүселәре, ҡоштар, рептилиялар, балыҡтар тиреһенең урта ҡатламынан (дерма) махсус химик технология м‑н эшкәртеп алынған материал. Эшкәртелгән Т. ныҡ (тиҙ йыртылмай), һығылмалы, тышҡы йөҙө шыма, төҫө матур була, ферменттар,...

ТИРЕ АУЫРЫУҘАРЫ

ТИРЕ АУЫРЫУҘАРЫ, тире, уның өҫтәмәләре (тырнаҡ, сәс) һәм күҙгә күренгән лайлалы тиресәләре ауырыуҙарының төркөмө. Башлыса эске (эске ағзалар ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы, эндокрин, иммун, үҙәк һәм периферик нервы системаларының функциялары боҙолоу һ.б.), тышҡы (физик, химик, бактериологик һәм вирус...

ТИРЕ ҠУҢЫҘҘАРЫ

ТИРЕ ҠУҢЫҘҘАРЫ (Dermestidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 20 төрө бар: келәм Т.ҡ., һаҫығүлән Т.ҡ., сыбар Т.ҡ. һәм башҡалар. Кәүҙәһе цилиндр формаһында йәки овал, оҙонлоғо 2—12 мм. Төҫө ҡарағусҡыл көрән йәки ҡара,...

ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ

ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, дәүләт авт. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Енси юл м‑н таралған тире ауырыуҙарын һәм инфекцияларын иҫкәртеү, дауалау б‑са Башҡортостандың төп махсус мед. учреждениеһы булып тора. Өфөлә урынлашҡан. Т.‑в.д. составына 280 койкаға иҫәпләнгән 5 стационар бүлексә, консультация‑диагностика...

ТИРЕНӘН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

ТИРЕНӘН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК‑ЯРАҒЫ, эшкәртелгән тиренән яһалған (ҡара: Күн эше) көнкүреш әйберҙәре. Башҡорттар йылҡы, һыйыр малы, ваҡ мал, ҡайһы бер ҡырағай хайуан (мышы, болан, ҡоралай һ.б.) тиреһен ҡулланған. Күндән, һирәгерәк тиренән аҙыҡ‑түлек һаҡлау, ташыу һәм әҙерләү өсөн төрлө традицион йыһаздар,...

ТИРЕҪ ҠУҢЫҘҘАРЫ

ТИРЕҪ ҠУҢЫҘҘАРЫ, ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бер нисә ярым ғаиләне (геотруптар, копрҙар, скарабейҙар һ.б.) үҙ эсенә алған бөжәктәр төркөмө. 12 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 40 төрө бар: ябай Т.ҡ., көмрө Т.ҡ., айлы копр һ.б. Кәүҙә оҙонлоғо 3—30 мм, ҡабарынҡы, яланғас...

ТИРЛӘН ЗАВОДЫ

ТИРЛӘН ЗАВОДЫ, 1801 й. Тирлән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында Д.И.Пашкова (ҡара: Пашковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Пашковтар, 1874 й. алып “Вогау һәм К°”, 1897 й. — Белорет заводтары йәмғиәте; 1918 й. национализациялана. Белорет тау округына...

ТИРЛӘН МИНЕРАЛЬ ПИГМЕНТТАР ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТИРЛӘН МИНЕРАЛЬ ПИГМЕНТТАР ЯТҠЫЛЫҒЫ, Белорет р‑ны Тирлән а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сейәлеҡул төбәгендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылма аҫҡы силурға ҡараған карбонат‑балсыҡ ултырмаларының ашалыу ҡатлауындағы нәҙек һыҙыҡлы аргиллитҡа оҡшаш ҡыҙыл һәм сирень төҫөндәге охранан тора. 50 м тиклем ҡалынлыҡтағы...

ТИРЛӘН МУЛЬДАҺЫ

ТИРЛӘН МУЛЬДАҺЫ, Т и р л ә н   с и н к л и н а л е, Башҡорт мегантиклинорийы һәм Уралтау зонаһы тоташҡан урында өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структура. Йылайыр синклинорийының төньяҡ дауамы булып тора. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан Белорет...

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

ТИРЛӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Тирлән йылғаһында (Ағиҙел й. басс.). Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Белорет р‑ны Тирлән а. эргәһендә уның тамағынан 8,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаныңһыу йыйыу майҙаны 519 км2 (йылға басс. 98%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 147 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы...

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

ТИРЛӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Тирлән а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Белорет т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Тирлән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Тирлән һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 6632 кеше; 1920 — 7218; 1939 — 11631; 1959 — 13962; 1989 — 8055; 2002 — 5747; 2010...

ТИРМӘ

ТИРМӘ, күсмә төрки һәм монгол халыҡтарында күсереп йөрөтмәле торлаҡ. Башҡорттар йәйләүҙә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) күберәк төрки (һөҙәк көмбәҙле), һирәгерәк монгол (түбәһе конус рәүешендә; Көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш райондарында осрай) тибындағы...

ТИРМӘН

ТИРМӘН, төрлө материалдарҙы ваҡлау машинаһы. Т. эшләү принцибына ҡарап, 1) барабанлы (шарлы, таяҡлы, ҡырсынташлы, үҙенән‑үҙе ваҡлаусы һ.б.); 2) тәгәрмәсле, яҫмалы, ҡулсалы, ышҡылыусы‑шарлы, ике таш тәгәрмәсле; 3) сүкешле (шахталы), бармаҡлы (дезинтеграторҙар); 4) корпусы тирбәлеп эшләүсе вибрацион;...

ТИРМӘН, Салауат р‑нындағы ауыл

ТИРМӘН, Салауат р‑нындағы ауыл, Тирмән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 60 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Олоер й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 514; 1939 — 1016; 1959 — 926; 1989 — 917; 2002 — 950; 2010 — 774 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТИРМӘНЙЫЛҒА, ауыл, Ишембай ҡ. эсендә

ТИРМӘНЙЫЛҒА, ауыл, 1941 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 17 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған....

ТИСА ЗАВОДЫ,

ТИСА ЗАВОДЫ, 1763 й. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тиса й. (Кама й. басс.) буйында А.Г.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863 й. алып ҡаҙна, 1848 й. — Соҡсон тау заводтары...

ТИССАГЕТТАР

ТИССАГЕТТАР, ф и с с а г е т т а р, боронғо күсмә ҡәбиләләр. Геродот фекере б‑са, будиндарҙан (“7 көнлөк юл”) һәм савроматтарҙан көнсығышта һәм төньяҡ‑көнсығышта йәшәгәндәр. Т. Ананьин мәҙәни‑тарихи берлегенең бер өлөшөн тәшкил иткән Волга‑Кама буйының (Марий Эл Респ. һәм ТР‑ҙың көнсығыш райондары терр‑яһы)...

ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ

ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ, алюмин, ванадий, молибден һәм башҡа ҡатыштырылған элементтар өҫтәлгән титан нигеҙендәге иретмәләр. Кристаллик рәшәткәһенең тибы б‑са Т.и. α‑, β‑ һәм (α+β) модификациялары һәм интерметаллидтар нигеҙендәге иретмәләр; тәғәйенләнеше б‑са эҫегә сыҙамлы, иретеп йәбештерелә торған һәм ҡыҙҙырғанда...

ТИТОВ Борис Иванович

ТИТОВ Борис Иванович (20.12.1903, Омск ҡ. — 1992, Свердловск өлк. Белоярская Застава ҡсб), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1925 й. алып Урал өлк. эшләй (1930 й. башлап Михайловка район кооператив икмәк союзының өлкән агрономы). 1931 й. алып Силәбе өлк. Лебяжье р‑нының Лопаткин МТС‑ында, 1937 й. — Бөрө район...