Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ. 1877 й. Ер үлсәү училищеһы булараҡ асыла, 1920 й. алып урман (1922— 29 йй. ер төҙөлөшө, урман һәм төҙөлөш‑мелиорация) техникумы, 1957 й. — индустриаль, 1977 й. — урман‑техника техникумы, 1982 й. башлап Өфө урман хужалығы техникумы. 1930—34 йй. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1957 й. техникум...

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ

УРМАН ҺЫҘАТТАРЫ, һыҙат тибындағы һаҡлаусы урман ултыртмалары, терр‑яның гидрологик режимын һәм микроклиматын яҡшыртыу, һыу һәм ел эрозияһы үҫешенә юл ҡуймау, а.х. культураларының уңдырышлылығын арттырыу өсөн булдырыла. У.һ., тәғәйенләнешенә һәм терр‑яла урынлашыуына ҡарап, баҫыу һаҡлаусы, йырын яны,...

УРМАН‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р-нындағы ауыл

УРМАН‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р-нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Cтәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 – 446; 1939 — 501; 1959 — 747; 1989 — 600; 2002 — 715; 2010 — 613 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

УРМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл

УРМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/c ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 4 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 185 кеше; 1989 — 130; 2002 — 336; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Психоневролгия интернаты бар. Ауылға 1952...

УРМАН, Иглин р‑нындағы ауыл

УРМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Урман а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 1234 кеше; 1959 – 4317; 1989 – 2674; 2002 – 2504; 2010 – 2877 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

УРМАН, лимон сорты.

УРМАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 2,5—2,8 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, көрән төҫтә, яланғас. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—450 г (максималь —...

УРМАНАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

УРМАНАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 79 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 311 кеше; 1920 – 381; 1939 — 404; 1959 — 364; 1989 — 330; 2002 — 273; 2010 — 256 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

УРМАНАҪТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

УРМАНАҪТЫ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Яубазы й. башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 670 кеше; 1920 — 781; 1939 — 755; 1959 — 507; 1989 — 317; 2002 — 305; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

УРМАНДАР

УРМАНДАР, үҫемлектәр донъяһы тибы, үҫемлектәрҙең күп һанлы йәшәү формалары м‑н бирелгән, улар араһында ағастар өҫтөнлөк итә. Урмандарҙы өйрәнеү фәне, урмансылыҡ, урман генетикаһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ, урман таксацияһы, фитоценология, урман энтомологияһы һәм фитопатологияһы, дендрология, биогеоценология,...

УРМАНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ

УРМАНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ, урман, уны тәшкил иткән бергәлектәрҙең биологияһы, ағас тоҡомдары, урман, тәбиғәт һәм антропоген факторҙарҙың үҙ‑ара бәйләнеше, уның тергеҙелеү ҡанундары, ағас тоҡомдарының алышыныуы т‑дағы фән. Урман үҫемлектәренең биохимияһын һәм генетикаһын, дендрология, урман ресурстарын...

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ

УРМАНДЫ ФАЙҘАЛАНЫУ, урмандарҙы кешеләрҙең урман ресурстарына һәм урмандың файҙалы үҙенсәлектәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланыу. РФ Урман кодексы тарафынан көйләнә (ҡара: Урман хоҡуғы). У.ф. ағас, сайыр әҙерләү, ағас булмаған урман ресурстары, аҙыҡ‑түлек ресурстары, дарыу үҫемлектәре әҙерләү...

УРМАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл

УРМАНКҮЛ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Көтмәҫ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 253 кеше; 1920 — 324; 1939 — 279; 1959 — 248; 1989 — 175; 2002 — 169; 2010 — 147...

УРМАНОВ Тәлғәт Фәтхетдин улы

УРМАНОВ Тәлғәт Фәтхетдин улы [1.12.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Шишмә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], бейеүсе. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1963). 1951—71 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1972—75 йй. БДУ‑ның ижт. профессиялар ф‑ты деканы, 1976...

УРМАНСЫ, Салауат р‑нындағы ауыл

УРМАНСЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 432 кеше; 1920 — 443; 1939 — 509; 1959 — 501; 1989 — 434; 2002 — 511; 2010 — 405 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

УРМАНСЫЛЫҠ

УРМАНСЫЛЫҠ, 1) үҫемлекселектең ағас, башҡа урман продукттары алыу, ш. уҡ һаҡлау, һыу көйләү, һауыҡтырыу, эстетик һ.б. халыҡ‑хужалыҡ һәм соц. маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн урман үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. У. урман хужалығының нигеҙе булып тора. 2) Тәбиғәт, урманды үҫтереү һәм яҡшыртыу, уның продуктлылығын...

УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ

УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, 1 ‑ с е А т а у т а м а ҡ. Салауат р‑ны Урмантау а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон һәм туннель формаһындағы...

УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1959 й. Салауат р‑нында Урмантау урман участкаһы (1948 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторолған, 1998 й. алып МУП, 2007 й. ябылған. Составына Биәз һәм Троягыш урман участкалары ингән (икеһе лә – 1959 й.). 2003 й. 14 кеше эшләгән;...

УРМАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл

УРМАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 89 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1835 кеше; 1989 — 863; 2002 — 483; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. – 20.5. 2016, Мәскәү), философ. Биол. ф. канд. (1963), филос. ф. д‑ры (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) ф‑ттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев ис. Үҫемлектәр физиологияһы ин‑тында эшләй (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре...

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы

УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.5.2016, Мәскәү ҡ.), философ. Биология фәндәре кандидаты (1963), философия фәндәре докторы (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) факультеттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы...