Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ

Просмотров: 1273

УРМАНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ФӘНЕ, урман, уны тәшкил иткән бергәлектәрҙең биологияһы, ағас тоҡомдары, урман, тәбиғәт һәм антропоген факторҙарҙың үҙ‑ара бәйләнеше, уның тергеҙелеү ҡанундары, ағас тоҡомдарының алышыныуы т‑дағы фән. Урман үҫемлектәренең биохимияһын һәм генетикаһын, дендрология, урман ресурстарын өйрәнеүҙе, урман метеорологияһын, фитопатологияны һ.б. үҙ эсенә ала, урмансылыҡтың фәнни‑теоретик нигеҙе булып тора. Башҡортостанда 20 б. 30—40‑сы йй. Урман тәжрибә станцияһында ағас үҫемлектәрҙең биология (А.Л.Кор- кешко), Биология институтында — урман һәм тупраҡтың үҙ‑ара бәйләнеше (С.Н.Тайсинов) өйрәнелә. 50—70‑се йй. Биология ин‑тында ағас тоҡомдарының экологияһы (Ғ.Ҡ.Байков, А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин, Н.И.Мушинская, Б.И.Федорако һ.б.), ағас үҫемлектәрҙең физиол. (Ю.З.Кулагин, Л.И.Сергеев, К.А.Сергеева һ.б.), урман тупраҡ ғилеме, урман һәм тупраҡтың үҙ‑ара бәйләнеше (М.Н.Буранғолова, К.М.Ғәбдрәхимов, Ә.Х.Моҡатанов, Тайсинов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), дендрология (Коркешко, А.Ю.Кулагин, В.П.Путенихин), урмандарҙы типтарға бүлеү һәм урман‑хужалыҡ районлаштырыу (А.А.Баталов, Ю.З.Кулагин, Н.А.Мартьянов, Б.Ф.Окишев, Г.В.Попов һ.б.), Урман тәжрибә станцияһында — урман генетикаһы, селекция һәм орлоҡсолоҡ (Ю.Ф.Косоуров, С.М.Хазиагаев, З.Х.Шиһапов, Ю.Ә.Янбаев һ.б.), һаҡлаусы урман үҫтереү (Косоуров, Н.Ф.Морозов), урмандарҙың продуктлылығы һәм урманды файҙаланыу (Ф.Г.Хөсәйенов, Р.С.Сурағолов һ.б.), урмандарҙы ауырыуҙарҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау (И.А.Ибраһимов, И.П.Положенцев, Р.Ә.Түрйәнов һ.б.), БДАУ‑ҙа — рекреацион урмансылыҡ (Ә.Ф.Хәйретдинов, С.И.Конашова һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 80‑се йй. алып У.ө.ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Ботаника баҡса‑институтында (Путенихин, Шиһапов, Янбаев һ.б.), Биология ин‑тында (Р.Х.Ғиниәтуллин, Г.А.Зайцев, А.А.Кулагин, А.Ю.Кулагин һ.б.), БДАУ‑ҙа (Ғәбдрәхимов, Окишев, Р.Р.Солтанова һ.б.) үҫешә.

Әҙәб.: К у л а г и н Ю.З. Индустриальная дендроэкология и прогнозирование. М., 1985; Леса Башкортостана /А.Ф.Хайретдинов [и др.]. Уфа, 2004; Водоохранно‑защитные леса Уфимского плато. Уфа, 2007.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ю.Кулагин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019