Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УРЫҪТАР

УРЫҪТАР (үҙ атамаһы русские), халыҡ, Рәсәйҙең төп халҡы. У. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145 155 мең, РСФСР‑ҙа — 119 865 мең; 2002 й. РФ‑та — 115 869 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны 1548,3 мең; БР‑ҙа 2002 й. 1490,7 мең кеше була. Республиканың бөтә ҡалаларында йәшәйҙәр, Белорет, Благовещенск,...

УРЫҪҺАҘ, һаҙлыҡ

УРЫҪҺАҘ, Кама й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Ҡыҙғау а. көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Кама й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1131,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,7 м, эшкәртелмәгән торф запасы 3752,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын,...

УРЯДОВ Иван Иванович

УРЯДОВ Иван Иванович (14.11. 1893, Сызрань ҡ. – 20.3.1962, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1914) Сызрань, Ырымбур, Һамар ҡҡ. төрлө учреждениеларында уҡытыусы, декоратор булып эшләй,...

УСКОВА Нина Николаевна

УСКОВА Нина Николаевна (30.5. 1947, Өфө), педагог. БР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2011), РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. уҡытыусыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Иглин р‑ны Урман урта мәктәбендә эшләй. 1971 й. алып 87‑се урта мәктәп, 1973 й. — 51‑се урта мәктәп, 1976 й. — 60‑сы лицей (бөтәһе лә —...

УСМАН Ғәбдерәхим

УСМАН Ғәбдерәхим әл-Болғари, Ғ ә б д е р ә х и м У т ы ҙ И м ә н и (1752, Ҡазан губ. Яңы Ҡадый а. – 1835, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мерәҫ а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Мерәҫ а.), суфый шағир. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1788 й. алып Бохара, Сәмәрҡәнд, Һират, Ҡабул ҡҡ. белем ала,...

УСМАН ТОРАМАЛАРЫ

УСМАН ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. У.т. I б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Ауырғазы р‑ны Усман а. төньяҡ ситендә Өршәк й. уң ярында һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1993—96 йй. Ю.А.Морозов өйрәнә. 1000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. 2 хужалыҡ ҡаралтыһы...

УСМАНОВ Абдрахман

УСМАНОВ (Ғосманов) Абдрахман [1846, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Кәпәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Килем а.], дин әһеле. Иҫке Килемдә мәҙрәсә тамамлаған. 1879 й. алып Килем мәсете мөҙәрисе, имам‑хатибы. Ике тапҡыр хаж ҡыла. И.Й.Усманов...

УСМАНОВ Әбүбәкер Нурийән улы

УСМАНОВ Әбүбәкер Нурийән улы [24.4.1910, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Имән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 13.6. 1982, Өфө], тарихсы, фольклорсы. Тарих ф. канд. (1960). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1948). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1937—71 йй. (өҙөклөктәр...

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы

УСМАНОВ Ғайса Мортаза улы [20.11.1925, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1.8.2005, шунда уҡ], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1950 й. алып Учалы р‑нының Ахун урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1955...

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы

УСМАНОВ Ғәлимйән Усман улы (18.6.1880, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны‑Илсембәт а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Һынны а., — 10.5.1974, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). 1904—05 йй. рус‑япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы....

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы

УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы [18.6.1875, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 1956, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. 1884—91 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) мәҙрәсәлә уҡый. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән фәлс. йөкмәткеле “Ваҡыт”, “Бәхет”,...

УСМАНОВ Искәндәр Йософ улы

УСМАНОВ Искәндәр Йософ улы (15.10.1950, Өфө), үҫемлектәр физиологы, эколог. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1991). Й.А.Усмановтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Биол. ин‑тында (1990 й. алып төп ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1989 й. башлап БДУ‑ның үҫемлектәр физиол. каф. мөдире, 2008 й. — ӨДИСА‑ның Туризм...

УСМАНОВ Йософ Абдрахман улы

УСМАНОВ Йософ Абдрахман улы (8.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Килем а., — 1.2.1993, Өфө), агрохимик. А.х. ф. д‑ры (1968), проф. (1961). РСФСР‑ҙың (1971), БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1971). А.Усмановтың улы. К.А.Тимирязев ис....

УСМАНОВ Мәғәфүр Мәхмүт улы

УСМАНОВ Мәғәфүр Мәхмүт улы (26.3.1962, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙғы а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.В.Исрафилов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1989 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актёры. Үҙенсәлекле...

УСМАНОВ Риф Мөҙәрис улы

УСМАНОВ Риф Мөҙәрис улы (25.2. 1941, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны, Дәүләкән ҡсб, хәҙ. Дәүләкән ҡ.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1992). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлаған (1969). 1962—64 йй. Өфө синтетик спирт з‑дында эшләй. 1968 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында: 1978 й. — 39‑сы цехтың...

УСМАНОВ Салауат Мөҙәрис улы

УСМАНОВ Салауат Мөҙәрис улы (17.9.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрге Ҡаръяуҙы а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (1997), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997), РФ‑тың...

УСМАНОВ Сәйет Усман улы

УСМАНОВ Сәйет Усман улы [22.4. 1922, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Яңы Муса а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) – 1972, Ташкент], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын тамамлаған (1944), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй: 1957 й. — үзбәк тел ғилеме, 1964 й. — дөйөм тел ғилеме...

УСМАНОВ Хәйрулла Абдрахман улы

УСМАНОВ Хәйрулла Абдрахман улы (1866—1915), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Ҡазанда мәҙрәсә тамамлаған. Ырымбур өйәҙе Сәйет посадының указлы муллаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 1907 й. һуң Сәйет биҫтәһе ахуны. Уҡытыу-тәрбиә...

УСМАНОВ Хәмзә Фәтих улы

УСМАНОВ Хәмзә Фәтих улы [24.4. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҙлыҡыуыш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) – 13.1.2009, Өфө], тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998). Тарих ф. д‑ры (1978), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған...