Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺЫЙЫРҒОЛАҠ

ҺЫЙЫРҒОЛАҠ (Verbascum), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: австрия Һ., ҡара Һ., сатырлы Һ. һ.б. Ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, япраҡлы, төклө, бейеклеге 30—150 см. Япраҡтары...

ҺЫҘҒЫ

ҺЫҘҒЫ (ҫыҫҡы), башҡорт ҡәбиләһе. Әйле ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғалары: ____ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең көслө йоғонтоһон кисергән фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. Урал алдының көньяҡ‑көнбайышынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16—17 бб. Урал аръяғында йәшәгән...

ҺЫҘА

ҺЫҘА, с а ғ ы л л ы ҡ, һөҙәк‑батынҡы төбө, яйлап һыу айырғыс аралыҡтарға күсеүсе ҡалҡыу битләүҙәре булған үҙән. Оҙонлоғо 100 м алып 30 км тиклем, тәрәнлеге 15 м тиклем, киңлеге 5 м алып 150 м тиклем. Ҡоро йәки ваҡытлы һыу ағымы булған Һ. айырыла. Битләүҙәре һәм төбө кәҫләнгән, ҡыуаҡлыҡ һәм урман м‑н...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ПРОИЗВОДСТВО СИСТЕМАЛАРЫ, автоматлаштырылған режимда эшләгән һәм бер идара итеү системаһы булған технологик һәм ярҙамсы ҡорамалдар йы­йылмаһы. Һ.п.с. ойошторолоуы б‑са автоматлаштырылған һығылмалы линиялар, участкалар һәм цехтар айырыла. Һ.п.с. составына һығылмалы производство модулдәре (тейешле...

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР

ҺЫҒЫЛМАЛЫ ИНДУКТОР, ҡатмарлы формалағы ҙур габаритлы изделиеларҙы индукцион ысул м‑н йылытыр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Йылылыҡ үткәрмәгән көплөк эсендәге ток үткәргес м‑н уратып алынған, тышҡы диам. 25—30 мм, оҙонлоғо 10—25 м булған гофрировкалы шлангынан ғибәрәт; үткән ток йышлығының диапазоны 50—10000...

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ, 1) телгә хас булған махсус саралар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһалыу процесы; 2) телдең һүҙ яһалыу системаһын өйрәнгән грамматика бүлеге. Һ. өйрәнеү объекты булып яһалма һүҙҙәр (дериваттар) тора; Һ. сиктәрендә яһалма һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы саралары һәм мәғәнәләре, һүҙ яһау структураһы һәм типтары...

ҺҮҘЛЕКТӘР

ҺҮҘЛЕКТӘР, билдәле тәртиптә урынлашҡан, төрлө характерҙағы тасуирлауҙар бирелгән (Һ. тибына ярашлы) һүҙҙәр (йәки һүҙ өлөштәре, һүҙ формалары, һүҙбәйләнештәр һ.б.) йы­йылмаһы. Мәғлүмәти, коммуникатив, норматив һ.б. соц. функциялар үтәй; йәмғиәттең бирелгән үҫеш этабындағы белемен сағылдыра. Һ. тасуирланған...

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ, һүҙҙәрҙең абстрактлаштырылған грамматик мәғәнәһе, морфологик категорияларының составы һәм үҙенсәлектәре, һөйләм составында синтаксик функциялары м‑н айырылған лексик‑грамматик төркөмө. Һ.т. классификациялағанда реаль ысынбарлыҡтың предмет һәм күренештәрен сағылдыра алыу һәләте; грамматик...

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҺУТЛЫ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ҡатнашмалы һыу миҡдары юғары булған (40%‑тан ашыу) мал аҙыҡтары. Һ.м.а. йәшел мал аҙығы, тамыраҙыҡтар, бүлбеаҙыҡтар, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос, сенаж инә. 1 кг Һ.м.а. туҡлыҡлылығы — 0,10—0,34 мал аҙығы берәмеге, ҡоро матдәһе еңел үҙләштерелеүсе углеводтарға (крахмал, шәкәр)...

ҺУНДАР

ҺУНДАР, 2—4 бб. Көньяҡ Урал яны, Урал аръяғы далаларында, Урта Азияның көнбайыш райондарында барлыҡҡа килгән төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. Һ. нигеҙен хунну монгол ҡәбиләһенең төньяҡ тармағы тәшкил итә. Шулай уҡ уларҙың барлыҡҡа килеүендә массагеттар, саҡтар, сарматтар, уғырҙар һ.б. күсмә ҡәбиләләр (ҡара:...

ҺУНАРШИН Әүәл Хажи улы

ҺУНАРШИН Әүәл Хажи улы [28.10. 1911, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Билән а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 6.1.1995, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1966), газ сәнәғәте отличнигы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1970). 1935—41 йй. Өфө нефть...

ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ

ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, тәбиғәтте файҙаланыуҙың һунар итеү хайуандарын һәм улар йәшәгән мөхитте (һунарсылыҡ биләмәләрен) дөйөм хоҡуҡи, иҡт. һәм фәнни‑техник нигеҙҙә тотороҡло файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе тәьмин иткән тармағы. БР урман хужалығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән...

ҺУНАРСЫЛАР ҺӘМ БАЛЫҠСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ

ҺУНАРСЫЛАР ҺӘМ БАЛЫҠСЫЛАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ СОЮЗЫ, БР‑ҙың йәмәғәт ойошмаһы. 1945 й. Башҡ‑н һунарсылар һәм балыҡсылар ирекле йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1958 й. алып “Росохотрыболовсоюз” Башҡ‑н респ. һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте, 1991 й. — БАССР‑ҙың Һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәттәре союзы. 1988...

ҺУНАР ЙӘНЛЕКТӘРЕ

ҺУНАР ЙӘНЛЕКТӘРЕ, балыҡсылыҡ һәм һунар объекттарына индерелгән төрҙәр. Кәсеп һунары хужалыҡ, спорт, фәнни һәм мәҙәни маҡсаттарҙа алып барыла. Һ.й. — экосистемаларҙың мөһим компоненттары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары һанын туҡтатып тороуҙа ҡатнаша; ите, ҡиммәтле тиреһе, майы, туң...

ҺУНАР

ҺУНАР, ҡырағай йәнлектәр һәм ҡоштар тотоуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге формаһы. Башҡорттарҙа традицион кәсеп. Һунар итеү системаһы Башҡортостандың тәбиғәт‑климат үҙенсәлектәренә (ҡара: Тәбиғәт зоналары) һәм хужалыҡ итеү традицияларына бәйле булған. Актив (эҙәрлекләү, ҡыуып индереү, ҡамау, яралау)...

ҺУНАҒАРА, ҡош

ҺУНАҒАРА, й ы л а н  ы л а с ы н ы (Circaetus gallicus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм Африкала та­ралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—72 см, ауырлығы яҡынса 600 г, ҡанат йәйеме 155 см тиклем. Ҡауырһыны көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Түшендә,...

ҺУНА ӨЙРӘК

ҺУНА ӨЙРӘК (Anas platyrhynchos), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош (ҡайһы берҙәре ҡышлай). Кәүҙә оҙонлоғо 51—62 см, ауырлығы 730—1750 г, ҡанат йәйеме 80—100 см (ата ҡош эрерәк). Ҡауырһыны ҡара‑һоро таптар менән сыбарланған көрәнһыу...

ҺУЛТАНТИМЕР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҺУЛТАНТИМЕР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Яманһаҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 61 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 116 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 188 кеше; 1920 — 248; 1939 — 47; 1959 — 323; 1989 — 286; 2002 — 300; 2010 — 250 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ҺУЛТАНТИМЕР ҠУРҒАНЫ

ҺУЛТАНТИМЕР ҠУРҒАНЫ, 5—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Йылайыр р‑ны Һултантимер а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Үтәштау ҡалҡыулығында урынлашҡан. 1992 й. асылған, 1996 й. Ф.А. Сөнғәтов тарафынан тикшерелгән. Таш ҡатыш тупраҡ өйөмөнән (диам. 8 м, бейеклеге 0,6 м) ғибәрәт, унан осонда таш ҡатыш...

ҺУЛ ЭСЕРҘАР, ҡара: Һул социал революционерҙар

ҺУЛ ЭСЕРҘАР, ҡара: Һул социал‑революционерҙар.