Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГИРУДОТЕРАПИЯ

ГИРУДОТЕРАПИЯ (лат. hirudo — һөлөк һәм терапия), һөлөк менән дауалау, мед. һөлөктәрен файҙаланып дауалау. Һөлөктәрҙең шайыҡ биҙҙәре секретында ҡан ойоуын тотҡарлаған, иммун системаһын, ҡан һәм лимфа әйләнешен, матдәләр алмашыныуын активлаштырған, бактерицид һәм яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған биологик...

ГИСТОЛОГИЯ

ГИСТОЛОГИЯ (гр. histos, histion — туҡыма һәм ...логия), хайуан һәм кеше туҡымалары т‑дағы фән. Дөйөм (туҡымалар үҫешенең һәм төҙөлөшөнөң төп принциптарын, уларҙың функцияларын өйрәнә) һәм айырым (туҡыма комплекстары үҙенсәлектәрен һәм ағзаларҙың микроскопик төҙөлөшөн тикшерә) бүлектәрҙән тора. Анатомия,...

ГЛАДКИЙ

ГЛАДКИЙ, Салғыя рифы, ҡалдыҡ тау, көньяҡ-көнбайыш өлөшө – тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Ярославка һәм Салғыя аа. араһында Мәләкәҫ й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 364,6 м. Конус формаһында, түбәһе яҫы. Битләүҙәре текә. Ташҡа әйләнгән диңгеҙ риф фаунаһы ҡалдыҡтары м‑н көңгөр ярусының карбонатлы...

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы

ГЛАДКИХ Ирина Фаат ҡыҙы (13.6.1954, Омск ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2005). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй. 1983 й. алып өлк. ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — ИПТЭР‑ҙа лаб. мөдире. 1993 й. алып “Поиск” ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Өфө технология б‑са дир., бер үк ваҡытта 2005 й. алып ӨДАТУ-ла...

ГЛАДКОВ Александр Серафимович

ГЛАДКОВ Александр Серафимович (12.5.1959, Свердловск өлк. Махнёво а.), спортсы. Грек-рим көрәше б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). “Хеҙмәт резервтары” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренерҙары В.А.Борман, В.И.Севрюков). РСФСР чемп. (1980—86), СССР чемпионаттарының көмөш (1982) һәм бронза...

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич

ГЛАДКОВ Александр Тимофеевич (19.7.1899, Борисоглебск ҡ. — 20.9.1968, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1962), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1963). Практик а.х. ин‑тын (Борисоглебск, 1921) һәм К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. (1925) тамамлаған. 1925 й. алып Аксёнов а.х. техникумы дир., 1927 й. —...

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы...

ГЛАДЫШЕВА Светлана Алексеевна

ГЛАДЫШЕВА Светлана Алексеевна (13.9.1971, Өфө), спортсы. Тау саңғыһы спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.П.Финк), 1987–98 йй. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте өсөн...

ГЛАДЫШЕВТАР

ГЛАДЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Гордей Иванович Г., баяр балаларынан. 16 б. аҙ. — 17 б. башында түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1633 й. ҡарата Ағиҙел й. буйында 300 сирек ер биләгән. Уның улдары: Иван Гордеевич Г., башҡорттар отряды башында 1635 й....

ГЛАЗЕНАП Карл Иванович

ГЛАЗЕНАП Карл Иванович (Карл Рейнгольд; 19.9.1745, Рига губ. — яҡынса 1802, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1800), ген.-майор (1797). Дворяндарҙан. 1760—98 йй. рус армияһында. 1791 й. алып Херсон еңел кавалерия полкы командиры. 1799 й. башлап Волынск, 1800 й. июне — 1802 й. Ырымбур граждан...

ГЛАУКОМА

ГЛАУКОМА (гр. glaucoma — күҙ яҫмығының күкһелләнеп томаланыуы), һары һыу, күреү нервыһының трофик боҙолоуы һәм күҙ эсе баҫымы күтәрелеүе хас булған күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, беренсел (асыҡ һәм ябыҡ мөйөшлө; күҙ эсе шыйыҡсаһының ағып сығыуы ауырлашыу һөҙөмтәһендә үҙенән-үҙе барлыҡҡа...

ГЛАУКОНИТ

ГЛАУКОНИТ (грекса glaukós — күкһел йәшел), гидрослюдалар төркөмө минералы, тимер алюмосиликаты, (K, Na, Са)(Fe3+, Mg, Fe2+, Al)2—[(Al, Si)Si3O10](OH)2•H2О. Составы буйынса селадонит (магнезиаль), сколит (глинозёмлы) һ.б. айырыла. Агрегаттары нескә бөртөклө, ваҡ тәңкәле, суғырмаҡлы. Төҫө төрлө сағылышлы...

ГЛАУКОФАН

ГЛАУКОФАН (грекса glaukḗs — күкһел йәшел һәм phanḗs — тойолған), һелтеле амфиболдар төркөмө минералы, Na2Mg3Al2 [Si8O22](OH)2. Кристалдары призматик, энәле. Агрегаттары нурлы, сүсле, сферолитлы. Төҫө тоноҡ зәңгәрҙән ҡуйы шәмәхәгә тиклем, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6, тығыҙлығы 3100—3400 кг/м3. БР‑ҙа...

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна (5.6.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), акушер-гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1947)....

ГЛИКОЗИДТАР

ГЛИКОЗИДТАР, молекулалары углеводлы (гликозид) һәм углеводһыҙ (агликон) фрагменттарҙан торған органик берләшмәләр. Моно‑ йәки олигосахаридтарҙың циклик формала‑рының спирттар (фенолдар), тиолдар (ҡара: Меркаптандар) һәм аминдар м‑н конденсирланған продукттары булып тора; ярашлы рәүештә O‑, S‑, N‑Г....

ГЛИКОЛДӘР

ГЛИКОЛДӘР, д и о л д а р, ике атомлы спирттар. Түбән (моно‑, ди‑, три‑ этиленгликолдәр; 1,2‑ һәм 1,3‑пропиленгликолдәр һ.б.) һәм юғары (полиэтиленгликолдәр) Г. айыралар. Түбән Г. — төҫһөҙ, татлы, еҫһеҙ ҡуйы шыйыҡсалар, tҡайнау 190°С юғарыраҡ, tтуңыу ‒4°С түбәнерәк, һыу, альдегидтар, аминдар һ.б. м‑н...

ГЛИНКИН Игорь Михайлович

ГЛИНКИН Игорь Михайлович (23.2.1923, Өфө — 6.9.2007, шунда уҡ), инженер-технолог. РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1974). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1993 й. тиклем “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында эшләй: цех контроле бюроһы нач., махсус конструкторлыҡ бүлеге нач., баш контролёр, 1956 й. алып...

ГЛИЦЕРИН

ГЛИЦЕРИН (гр. glykeros — тәмле),1,2,3‑триоксипропан, пропантриол-1,2,3, HOCH2CH(OH)‑CH2OH, өсатомлы спирт. Хайуан һәм үҫемлек майҙары составына инә; Г. сығарылмалары (моно‑, ди‑ һәм триглицеридтар) төрлө биол. процестарҙа ҡатнаша (ҡара: Липидтар). Төҫһөҙ, еҫһеҙ, татлы, сироп һымаҡ шыйыҡлыҡ; tиреү 17,9°С,...

ГЛОБУЛЯРИЯ

ГЛОБУЛЯРИЯ, йомрогөл (Globularia), глобулярия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Европала таралған. Башҡортостанда һипкелле Г. үҫә. 10—30 см бейеклектәге күп йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы төҙ, тармаҡһыҙ. Япрағы ябай; һабаҡ япраҡтары ваҡ, ланцет рәүешендә,...

ГЛУМИЛИН, ауыл, Өфө составында

ГЛУМИЛИН, ауыл, 1932 й. алып Өфө составында. Ауылға 17 б. башында Ф.С.Тарбеевҡа (дворян Тарбеевтар нәҫеленән) Сутолока й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында бүләк итеп бирелгән ерҙәрҙә Фёдоровский (Тарбеевский) утары булараҡ нигеҙ һалына. 18 б. 2-се ярт. яңы хужа А.В.Коптеваның исеме м-н Анненково (Аннинский)...