Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [21.2.1905, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Хәсән а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) — 5.12.1954, Бөрө ҡ.], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Редакция-нәшриәт ин‑тында (Мәскәү, 1932), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1935—37) уҡыған. 1920 й. Һамар губ. Диңгеҙбай а....

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы (15.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 19.10.1984, Өфө), ҡурайсы, йырсы, актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1975), БАССР-ҙың халыҡ (1973) артисы. 1943—49 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1953 й. алып...

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович (5.4.1924, Иваново-Вознесенский губ. Кригоузово а. — 20.6.2003, Өфө), рәссам. СССР‑ҙың (1982) һәм РСФСРҙың (1975) халыҡ рәссамы. Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (1996). РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1965), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965). Рәссамдар союзы ағзаһы (1954)....

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич

ЖУРАВЛЁВ Василий Николаевич (2.8.1904, Рязань ҡ. — 16.11.1987, Мәскәү), кинорежиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ының халыҡ артисы (1959). Дәүләт кинематография техникумын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1927) “Мосфильм” к/ст эшләй. 20‑гә яҡын фильм авторы: “Аҫрау ул” (“Приёмыш”;...

ЗАРИПОВ Нур Талип улы

ЗАРИПОВ Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы [15.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 6.9.1997, Өфө ҡ.], фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев...

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы

ЗАРИПОВ Радик Геннадий улы (12.2.1960, Өфө), балет артисы. БАССРҙың атҡ. артисы (1983). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1979; педагогы А.Г. Нисневич) БДОБТ солисы, 1988 й. башлап Ленинград Кесе опера һәм балет театры солисы. 1989 й. алып Д.Ноймайер труппаһында (Гамбург ҡ., Германия)...

ЗАҺРЕТДИНОВ Роберт Абдрахман улы

ЗАҺРЕТДИНОВ Роберт Абдрахман улы (16.12.1932, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а. — 1.3.2016, Өфө), ҡумыҙсы. РСФСР‑ҙың (1987) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962; Н.Я.Инякин класы) һәм Свердловск пед. ин‑тын...

ЗӘЙНЕТДИНОВ Рәшит Сәйфетдин улы

ЗӘЙНЕТДИНОВ Рәшит Сәйфетдин улы (18.6.1938 й., БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Ҡауарҙы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны, — 18.12.2015, Өфө), рәссам. Проф. (1998). БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2008), БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Рәссамдарсоюзы ағзаһы (1980). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов)...

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

ИГЕБАЕВ Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы [2.7.1930, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР-ҙың Баймаҡ р‑ны) — 27.9.2016, Өфө], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2010). РФ-тың (1991) һәм БАССР-ҙың (1980) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), М.Горький ис....

ИЛЬЯСОВА Гөлдәр Мозафар ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11.6.1954, Ишембай ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1994). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1975; М.К.Мөхәмәтшина класы), Алма‑Ата театр‑художество ин‑тын (1984; Р.С.Андриасян курсы) тамамлаған. 1975—78 йй. Башҡ. филармонияһы бейеүсеһе,...

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13.10.1942, БАССР-ҙың Миәкә р‑ны Ҡанбәк а.), актриса. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1998) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы), ӨДСИ‑не (1987; А.К.Лощенков курсы) тамамлаған....

ИСМӘҒИЛЕВ Заһир Ғариф улы

ИСМӘҒИЛЕВ Заһир Ғариф улы [8.1.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 30.5.2003, Өфө], композитор, педагог, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1977). СССР‑ҙың (1982), РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1963) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). Композиторҙар союзы...

ИСРАФИЛОВ Рифҡәт Вәкил улы

  ИСРАФИЛОВ Рифҡәт (Рәфҡәт) Вәкил улы (6.8.1941, БАССР-ҙың Мәсетле районы Яңы Мөслим а.), режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), БАССР-ҙың (1977), ТР‑ҙың (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре...

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы [6.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыманбаш а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.5.1983, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1949 й....

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы

КАЛИТОВ Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.9.1952, БАССР‑ҙың Балтас районы Түбәнге Иванай а. — 27.11.2021, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2012), атҡаҙанған (2003) рәссамы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980;...

КӘРИМ Мостай

КӘРИМ Мостай [ысын исеме Кәримов Мостафа Сафа улы; 20.10.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Келәш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 21.9.2005, Өфө], яҙыусы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1992), Соц. Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1963). РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939)....

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович

КЕРБЕЛЬ Лев Ефимович (7.11.1917, Чернигов губ. Семёновка а. — 14.8. 2003, Мәскәү), скульптор. СССР‑ҙың (1977) һәм РСФСР‑ҙың (1967) халыҡ рәссамы. СССР Художество акад. академигы (1975). Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Суриков ис. Мәскәү...

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы

КИЛДЕЙӘРОВА Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсеғол а.), йырсы (сопрано). Профессор (2013). РФ‑тың халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.А.Букатованың хор менән дирижёрлыҡ итеү класы, Р.А.Мусинаның яңғыҙ йырлау класы)...

КИНЕЛЬСКИЙ Дан

КИНЕЛЬСКИЙ Дан [ысын исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 15.12.1896, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Иҫке Ҡолшәрип а. (Ырымбур өлк. Әсекәй р‑ны) — 5.11.1982, БАССР-ҙың Иглин р‑ны Рәсмәкәй а., БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. ерләнгән], педагог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың...

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич

КЛЕМЕНТ Александр Васильевич (1.9.1948, Ҡырғыҙ ССР‑ы Ҡаджи-Сай ҡсб), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлаған (1978). 1966—71 йй. һәм 1981—83 йй. Шилка, Свердловск ҡҡ. сәнәғәт пр‑тиеларында, 1978—80 йй. “Башкиргражданпроект” ин‑тында, 1983 й. алып БАССР‑ҙың...