Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИБИНУР, люцерна сорты

БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү юлы м‑н алынған люцернаның гибридлы популяцияһынан индивидуаль‑ғаиләле һайлап алыу ысулы м‑н сығарған. Ярым төҙ ҡыуаҡ, бейеклеге...

БИБЛИОГРАФИЯ

БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр...

БИБЛИОГРАФИЯЛАҒЫ ҠЫҪҠАРТЫУҘАР

авт.‑төҙ. — автор-төҙөүсе авторҙ. — авторҙаш, авторҙашлык баҫ. — баҫма һ.б. — һәм башҡалар й.к. — йылы күрһәтелмәгән кит. — китап киҫ. — киҫәк М. — Мәскәү өҫт. — өҫтәлгән мөхәр. — мөхәррир ред‑да — редакцияһында сығ‑ш — сығарылыш төҙ. — төҙөүсе төҙәт. — төҙәтелгән тулыл. — тулыландырылған тәрж....

БИБЛИЯ

БИБЛИЯ (грек. biblia — китаптар), иудаизмда һәм христианлыҡта ҡанунлаштырылған боронғо дини текстар тупланмаһы; боронғо яҙма әҙәби ҡомартҡы. 2 өлөштән тора: Иҫке Ғәһет һәм Яңы Ғәһет. Б.э. тиклем 13—2 бб. боронғо йәһүд телендә яҙылған Иҫке Ғәһетте (39 ҡануни китап) йәһүдтәр һәм христиандар Изге Яҙма...

БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БИГӘНӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түбәнге Балтас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Йоҡ й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 380 кеше; 1920 — 370; 1939 — 352; 1959 — 371; 1989 — 204; 2002 — 198; 2010 —...

БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл

БИГӘНӘЙ, Яңы Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 412; 1939 — 335; 1959 — 403; 1989 — 236; 2002 — 225; 2010 — 183 кеше....

БИГИЕВ Муса, М.Ярулла

БИГИЕВ Муса, М.Ярулла (6.1.1873, Дондағы Ростов ҡ. — 29.10.1949, Ҡаһирә), мосолман дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Хәрби ахун. Ҡазан, Баҡсаһарай, Бохара ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡый; 1896 й. алып әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә), Мәккә, Мәҙинә (Сауд Ғәрәбстаны), Мумбай (Һиндостан) ҡҡ. һ.б. уҡыуын дауам итә. 1905 й....

БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы

БИҒЛОВ Йыһандар Ирғәле улы [18.12.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 28.11.2001, Өфө], математик. Физика‑матем. ф. канд. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1941). 1946—86 йй. БДУ‑ла уҡыта (1972—82 йй. матем. ф‑ты деканы)....

БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы

БИҒЛОВ Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы [1871—30.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шишмә ст. ҡсб (хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб)], Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Дворяндарҙан. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 19 б. аҙ. һәм...

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1.10.1950, Өфө), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. биреү хеҙм-ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр фенолдарҙы синтезлауҙың селектив ысулдарын...

БИҒОЛОВ Миңлеғол Солтан улы

БИҒОЛОВ Миңлеғол Солтан улы [20.10.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡанаҡай а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 6.1.1973, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1941 й. алып Ишембай р‑ны “Ҡыҙыл таң” к‑зында эшләй. 1947 й. башлап “Башнефтезаводстрой” тресының (Өфө) 2‑се төҙөлөш идаралығы ташсыһы, 1958 й. — комплекслы...

БИҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БИҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Биҙ й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 141 кеше; 1920 — 179; 1939 — 125; 1959 — 131; 1989 — 87; 2002 — 97; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар...

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ

БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ, биналарҙы эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү өсөн ҡулланылыусы төҙөлөш материалдары. Химик составы б-са минераль һәм органик сығышлы Б.м. айыралар. Минераль Б.м. еңел (эзбиз, гипс һ.б.) һәм гидравлик (портландцемент, аҡ һәм төҫлө цемент һ.б.) бәйләүес матдәләр, йөҙләү таштары нигеҙендәге...

БИҘӘР ЗАВОДЫ

БИҘӘР ЗАВОДЫ, 1740 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып) алынған ерҙәрҙә Биҙәр й. (Сылва й. басс.) буйында П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1818 й. — Англия банкиры...

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ

БИҘӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив, эстетик һәм технологик үҙенсәлектәргә эйә булғанлыҡтан биҙәү‑сәнғәт һәм ювелир әйберҙәре етештереүҙә ҡулланылыусы тау тоҡомдары, минералдар һәм минераль агрегаттар. Специфик үҙенсәлектәре б‑са Б.т. аҫыл таштарға яҡын. Күпселеге үтә күренмәүсән, сағыу төҫлө һәм биҙәкле. Ҡайһы...

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ

БИҘӘҮ-ҠУЛЛАНМА СӘНҒӘТЕ, биҙәү сәнғәте өлкәһе: донъя көтөү өсөн йорт кәрәк-ярағы, көнкүреш өсөн тәғәйенләнгән, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларға бәйле әйберҙәр эшләү һәм нәфис эшкәртеү (традицион йыһаз, мебель, туҡымалар, кейем, хеҙмәт ҡоралдары). Б.‑ҡ.с. тармаҡтары материалға ҡарап (ағас, керамика, металл, текстиль...

БИҘГӘКСӘН

БИҘГӘКСӘН, биҙгәк үләне (Thalictrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Көньяҡ Африка тауҙарында һәм Көньяҡ Америка тропиктарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кескәй Б., һары Б., һаҫыҡ Б., ябай Б. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы...

БИҘГӘЛӘК

БИҘГӘЛӘК, ҡ а р һ а ҡ  т у ғ а ҙ а ҡ (Tetrax tetrax), торна һымаҡтар отрядының туғаҙаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Төньяҡ Африкала һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—45 см, ауырлығы 550—950 г, ҡанатының ҡоласы 105—115 см. Арҡаһында һыҙыҡлы һүрәт бар, ҡуңыр-һоро...

БИЕШУ Мария Лукьяновна

БИЕШУ Мария Лукьяновна (5.5.1934, Молдавия АССР‑ының Волонтировка а. — 16.5.2012, Кишинёв), йырсы (лирик-драматик сопрано), муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Молдова Респ. ФА акад. (1998), проф. (1986). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). СССР‑ҙың (1970) һәм БР‑ҙың (1994) халыҡ артисы. Кишинёв консерваторияһын тамамлаған...

БИЗЯРКИНА Елена Николаевна

БИЗЯРКИНА Елена Николаевна (24.8.1971, Стәрлетамаҡ ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны (1995), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (1998) тамамлаған. 1995 й. алып “Сода” ААЙ‑нда: 2002 й. башлап төп иҡтисадсы, 2003 й. — бүлек нач. урынбаҫары. 2005 й. алып Көнсығыш иҡт., гуманитар...