Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРЫҪЛАН, Шишмә р‑нындағы ауыл

АРЫҪЛАН, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1679 кеше; 1920 — 2102; 1939 — 1599; 1959 — 1140; 1989 — 724; 2002 — 635; 2010 — 650 кеше....

АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН

АРЫҪЛАНБӘК БӘККИН (?—1664), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Себер даруғаһында эш итә. 1663 й. мартында А.Б. Тубыл воеводаһы И.А.Хилков м‑н һөйләшеүҙәр алып бара, әммә улар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Яҙын Себер даруғаһы башҡорттары А.Б. һ.б. етәкселегендә...

АРЫҪЛАНҒОЛОВ Фәнил (Фаил) Тимерхан улы

АРЫҪЛАНҒОЛОВ Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.4.1954, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш а.), баянсы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; В.Ф.Беляков класы) БАДТ баянсыһы, 1988 й. алып муз. бүлеге мөдире; 1994 й. — А.Ғ.Ғәлимовтың “Айҙар” театр‑студияһы музыканты. А.‑аккомпаниатор...

АРЫҪЛАНОВ Айрат Гәрәй улы

АРЫҪЛАНОВ Айрат Гәрәй улы [10.4.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 23.4.2010, Ҡазан], актёр, эстрада артисы. РСФСР‑ҙың (1981) һәм ТАССР‑ҙың (1974) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1978) һәм ТАССР‑ҙың (1957) атҡ. артисы. Татар театр уч‑щеһын (1949), ГИТИС‑ты (1967) тамамлаған. 1949 й. алып...

АРЫҪЛАНОВ Әмир Солтан улы

АРЫҪЛАНОВ Әмир Солтан улы [25.9.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Кәлшәле а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 23.2.1987, Өфө], рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1986). Рәссамдар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы — Я.С.Хаст). 1955 й. алып Октябрьский ҡ....

АРЫҪЛАНОВ Ғата Арыҫлан улы

АРЫҪЛАНОВ Ғата Арыҫлан улы [24.6.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.12.2001, Өфө], актёр, эстрада артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1956). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). 1932—34 йй. Мәскәү консерваторияһының Башҡ. студияһында уҡый. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын...

АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәди Мөхәмәт улы [29.3.1925, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай районы)] — 21.8.1998, Стәрлетамаҡ ҡ.), журналист. РСФСР-ҙың (1979), БАССР‑ҙың (1975) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Журналистар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары...

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә,...

АРЫҪЛАНОВ Исмәғил Ғәни улы

АРЫҪЛАНОВ Исмәғил Ғәни улы (11.4.1959, Силәбе өлк. Һилейә ҡсб), инженер‑технолог. Техник ф. д-ры (2000). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1981) 1982 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. башлап Октябрьский филиалының машиналар эшләү механикаһы һәм технологияһы каф. уҡытыусыһы, 2001 й. — мөдире. Фәнни хеҙмәттәре...

АРЫҪЛАНОВ Мөхәмәт Нуриәхмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Мөхәмәт Нуриәхмәт улы [2.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мәмәк а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 20.10.2001, Өфө], сценограф. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР‑ҙың (1954) һәм БАССР‑ҙың  (1943) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). 1931—34 йй. Һынлы сәнғәт,...

АРЫҪЛАНОВ Нурамбәк Ғиниәт улы

АРЫҪЛАНОВ Нурамбәк Ғиниәт улы (15.7.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны 2‑се Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Кинйәабыҙ а. — 30.6.2012, Өфө), иҡтисадсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Иҡт. ф. д‑ры (1985), проф. (1987). РФ‑тың (1996), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары...

АРЫҪЛАНОВ Ринат Гәрәй улы

АРЫҪЛАНОВ Ринат Гәрәй улы (11.11.1932, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Килем а.), инженер-теплотехник. БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1987). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1990). Иванов энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң...

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы

АРЫҪЛАНОВ Рифхәт Мөхәмәт улы (8.8.1946, Өфө), сценограф, рәссам. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). М.Н.Арыҫлановтың улы. В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1978; педагогы М.М.Курилко). 1980—82 йй. СССР‑ҙың...

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы

АРЫҪЛАНОВА Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы [27.7.1953, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Журналистар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1981 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 2001 й. — “Башҡортостан”...

АРЫҪЛАНОВА Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы

АРЫҪЛАНОВА Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы (31.1.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Күҙәй а., — 24.12.2012, Өфө), актриса, эстрада артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940;...

АРЫҪЛАНОВТАР

АРЫҪЛАНОВТАР, башҡорттар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Арыҫлан Аҡҡолов, тархан, батыр. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Нуғай даруғаһының Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1708—22 йй. башҡа старшиналар м‑н бергә яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе м‑н, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙар,...

АРЫШ

АРЫШ (Secale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6—8) билдәле, Евразияла һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү А., йәки культура А. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — эсе ҡыуыш һалам, 5—6 быуын араһынан тора, бейеклеге...

АРЫШБАШ

АРЫШБАШ (Agropyron), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала, Австралияла, Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кикрекле А., ҡырлы А., мурт йәки себер А., сүллек А. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки төбөндә быуынлы‑бөгөлгән,...

АРЫШПАР, Белорет р‑нындағы ауыл

АРЫШПАР, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 110 км һәм Инйәр т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Мәнәйер й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 244; 1939 — 271; 1959 — 202; 1989 — 167; 2002 — 110; 2010 — 59 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АРЬКОВ Валентин Юльевич

АРЬКОВ Валентин Юльевич (3.3.1964, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ш. уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н). 1986—87 йй. “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда, 1994—2002 йй. Механика ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник системалар м‑н идара итеү проблемаларына...