Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУҘБЕЙӘ, һаҙлыҡ

БУҘБЕЙӘ, Өҫән й. басс. һаҙлыҡ, Туймазы р‑ны Сәйрән а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта ята. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 25 га, торфтың уртаса ҡалынлығы яҡынса 1 м. Ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, ерек, айыу көпшәһе, шифалы ҡырҡъяпраҡ, кейеҙ үлән, күрән, һаҙ ҡырҡбыуыны һ.б. үҫә. Аҡсарлаҡ,...

БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы

БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы [1789, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Барын‑Табын улусы Кесе Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1856, С.‑Петербург], кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы (1846). Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы. 1808 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1832—47 йй. 4‑се Көнбайыш, бер үк ваҡытта 1835—47 йй....

БУЗАЕВ Вячеслав Степанович

БУЗАЕВ Вячеслав Степанович (22.1.1948, Өфө — 12.4.2012, шунда уҡ), йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) — 17‑се ҡала дауаханаһында, 1975 й. алып (өҙөклөк м‑н) — 6‑сы ҡала клиник дауаханаһында (икеһе лә — Өфө); 1981—89 йй. Новосибирск...

БУЗОВЬЯЗОВСКОЕ, алмағас сорты

БУЗОВЬЯЗОВСКОЕ, алмағас сорты. 1948 й. Х.Ә.Әхмәтов тарафынан Боҙаяҙ емеш питомнигында сығарыла. Уртаса бейеклектәге ағас, йыйнаҡ оҙонса сатырлы. Ботағы ҡараһыу көрән, һорғолт. Үрендеһе ҡыҙғылт төҫмөрлө. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йомро йәки киң оҙонса формала, ҡара йәшел, аҙ төклө, бысҡы ситле, тигеҙ киртләсле....

БУЙЛОВ Пётр Захарович

  БУЙЛОВ Пётр Захарович (17.4.1951, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нижегородка а.), тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1988). РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. физик культура хеҙм‑ре. П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). 1971 й. алып Өфө иҫәп-хисапты механизациялау...

БУКАНОВА Роза Ғафар ҡыҙы

БУКАНОВА Роза Ғафар ҡыҙы [29.1.1950, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1976), 1980 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ уҡыта (1998—2000 йй., 2005 й. башлап сығанаҡтар өйрәнеү һәм историография...

БУКИН Василий Николаевич

БУКИН Василий Николаевич (27.1.1899, Пенза губ. Знаменское а. — 21.1.1979, Мәскәү), биохимик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1964), биол. ф. д-ры (1943). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ленинград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) Ленинград өлк. эшләй: өлкә ер идаралығында агроном, 1927 й....

БУЛАВКИН Вячеслав Васильевич

БУЛАВКИН Вячеслав Васильевич (11.7.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылы — 9.10.2007, Мәскәү), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) машиналар эшләү з‑дында (Ырымбур ҡ.) эшләй: 1968 й. алып бүлек нач.,...

БУЛАНКИН Дмитрий Александрович

БУЛАНКИН Дмитрий Александрович (8.8.1978, Пенза ҡ.), спортсы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2008). РОСТО тәрбиәләнеүсеһе (Пенза; тренеры В.Г.Шумилин). 2000 й. алып Ҡадиров Ғ. исемендәге...

БУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

БУЛАТ, Монаш, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 411 кеше; 1920 — 548; 1939 — 289; 1959 — 203; 1989 — 150; 2002 — 158; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 41 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 525; 1939 — 434; 1959 — 343; 1989 — 253; 2002 — 233; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БУЛАТЙЫЛҒА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БУЛАТЙЫЛҒА, Булат, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Ушъя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 513 кеше; 1939 — 583; 1959 — 522; 1989 — 153; 2002 — 98; 2010 — 74 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БУЛАТОВ Анатолий Павлович

БУЛАТОВ Анатолий Павлович (14.9.1939, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Түбәнге Ләмәҙ а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994). Ҡурған а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ҡурған өлк. Белозёрск р‑нының “Маяҡ” к‑зы баш зоотехнигы, 1968 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тының зоотехния...

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 10.6.) 1906 Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 2.1. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 12.1.) 1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк,...

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.1.1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә...

БУЛАТОВА Фәниә Дәриғәт ҡыҙы

БУЛАТОВА Фәниә Дәриғәт ҡыҙы [17.8.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әрмет‑Рәхим а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 19.6.1997, Өфө], профпатолог. Мед. ф. д-ры (1984), проф. (1987). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Ишембай ҡ. терапевт булып эшләй. 1963 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ клиникаһының...

БУЛАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

БУЛАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Күндерәк й. үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 384 кеше; 1939 — 503; 1959 — 359; 1989 — 72; 2002 — 99; 2010 — 62 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....

БУЛАШЕВ Зиннәтулла Ғиззәт улы

БУЛАШЕВ Зиннәтулла Ғиззәт улы (7.4.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡарашиҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иҫке Ҡарашиҙе а. — 11.7.1938, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен (1915), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты (Мәскәү, 1922) тамамлаған. 1919 й. алып Ялан кантоны башҡарма ком‑тының...

БУЛГАКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

БУЛГАКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/ с үҙәге. Өфөнән К. 30 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 712; 1939 — 824; 1959 — 1628; 1989 — 2216; 2002 — 2801; 2010 — 3591 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

БУЛГАКОВТАР

БУЛГАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Николай Михайлович Б., статский советник. 1791 й. алып — Быҙаулыҡ өйәҙ, 1794—96 йй. — Өфө өйәҙ, 1797—1803 йй. Ырымбур губерна дворяндар йыйылышы башлығы. Бәләбәй өйәҙендә, Боғорослан өйәҙендә, Быҙаулыҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә башҡорттарҙың...