Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӨРӘКТАУ

ЙӨРӘКТАУ, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а. көнбайышҡа табан 1 км, Стәрлетамаҡ ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,0 км, киңлеге 0,8 км. Конус рәүешендә. Тау итәктәре аҫтында битләүҙәре текә, ҡая ташлы,...

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡажат й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 349; 1939 — 414; 1959 — 262; 1989 — 176; 2002 — 175; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ (гр. ischo — туҡтатам һәм haima — ҡан), коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы һәм йөрәк мускулы (миокард) ишемияһы (кислород етешмәүе) м‑н характерланған йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуы. Асыҡланыуы һәм миокард ишемияһы эҙемтәләренә бәйле кинәт коронар үлем, стенокардия, миокард инфаркты,...

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың ер өҫтөндә (артмаҡлы‑менге транспорт, егеүле транспорт, саңғы һ.б.) һәм һыуҙа йөрөү саралары булған. Традицион Й.с. үҫешендә бер нисә этап айырыла: тәүгеһе Көньяҡ Уралдағы һунар, балыҡсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән боронғо  ҡәбиләләрҙең хужалыҡ‑мәҙәни тибына (йөк...

ЙҮКӘ

ЙҮКӘ (Tilia), йүкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк япраҡлы, йәки ваҡ япраҡлы Й. үҫә. 300—400 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры киң йәки пирамида формаһында, ҡуйы япраҡ м‑н...

ЙҮКӘЛЕ

ЙҮКӘЛЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Ҡарайылға (Миндәк й. ҡушылдығы) һәм Тимәш (Урал й. басс.) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абс. бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539—730 м бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора (Ҡараташ,...

ЙҮКӘЛЕ ТАУҘАРЫ

ЙҮКӘЛЕ ТАУҘАРЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Әселе й. (Еҙем й. басс.) алып Нөгөш й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 1,5—3 км, абс. бейеклеге 673 м. Һыртта 450—673 м бейеклектәге 20‑гә яҡын түбә (Ҡоҙаш, Ҡалынтау, Ҡылысҡыр...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. эргәһендә урынлашҡандар. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарайҙар. Й.ҡ.I б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Ауылдың төньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. 1958 й. урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1964 й. Н.А.Мәжитов, К.В.Сальников...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ

ЙҮКӘЛЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, бронза быуаты — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12—6 бб. ҡарай. Ҡыйғы р‑ны Йүкәлекүл а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1967 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1970 й. В.С.Стоколос, 1978 й., 1985 й. В.С.Горбунов һәм М.Ф.Обыдённов...

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 111 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 829; 1939 — 794; 1959 — 649; 1989 — 364; 2002 — 395; 2010 — 364 кеше....

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ЙҮКӘЛЕКҮЛ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 715 кеше; 1920 — 825; 1939 — 878; 1959 — 795; 1989 — 626; 2002 — 640; 2010 — 648 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ЙҮНӘЛЕШ

ЙҮНӘЛЕШ, субъект‑объект мөнәсәбәттәрен белдергән ҡылым категорияһы. Й. категорияһы донъяның күп телдәрендә (мәҫ. алтай телдәрендә, славян телдәрендә, төрки телдәрҙә, фин‑уғыр телдәрендә, һинд‑европа телдәрендә) бар. Башҡорт телендә Й. аффикстар ярҙамында яһала һәм грамматик категория ғына түгел, ә семантик...

ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ

ЙҮРҮҘӘН МУЛЬДАҺЫ, Йүрүҙән синклинале, Башҡорт мегантиклинорийының өсөнсө дәрәжәле кире тектоник структураһы, Ямантау һәм Ирәмәл антиклинорийҙары сигендә урынлашҡан. Н.Н.Дингельштедт тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Баҡты һәм Егәлгә һырттары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 28 км,...

ЙҮРҮҘӘН-ӘЙ ТИГЕҘЛЕГЕ

ЙҮРҮҘӘН‑ӘЙ ТИГЕҘЛЕГЕ, Әй яны тигеҙлеге, Урал алды бөгөлө сиктәрендә Йүрүҙән һәм Әй йй. араһында урынлашҡан. Көньяҡта Башташ һәм Ҡаратау һырттары, көнбайышта Өфө яйлаһы м‑н сиктәш, төньяҡ һәм көнсығыш сиктәре БР сиге буйлап үтә. Бейеклеге көнбайышта 200—300 м, көнсығышта — 300—450 м, абс. бейеклеге 517 м...

ЙҮРҮҘӘН-ИВАНОВКА ЗАВОДЫ

ЙҮРҮҘӘН‑ИВАНОВКА ЗАВОДЫ, 1758 й. Себер даруғаһы Төрөкмән улусы башҡорттары ерендә Йүрүҙән й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1784 й. алып А.И.Дурасова,...

ЙҮРҮҘӘН-СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ

ЙҮРҮҘӘН‑СЫЛВА ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1963). БР терр‑яһында төньяҡ сиктән алып Ҡаратау ҡалҡыуына тиклем һуҙыла. Бөгөл тарафынан “йотолған” һәм Бым‑Көңгөр уйпатлығының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө тарафынан үҙгәртелгән....

ЙҮРҮҘӘН, йылға

ЙҮРҮҘӘН, йылға, Ҡариҙел й. һул ҡушылдығы. Машаҡ һыртының көньяҡ‑көнсығыш итәгендә башлана. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа аға, Егәлгә һыртының төньяҡ битләүен урап үтеп, Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа (Ҡытау һәм Илек йй. тамаҡтары араһындағы участкала...

ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ

ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Йүрүҙән й. тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Өфө й. һул ярында урынлашҡан. 1951 й., 1954—55 йй. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 860 м2 ер ҡаҙылған. Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған....

ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ

ЙҮТӘЛ ҮЛӘНЕ (Thermopsis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 36 төрө билдәле, Европаның көньяҡ‑көнсығышында, Азияның уртаса өлкәләрендә һәм Төньяҡ Американың көньяғында таралған. Башҡортостанда Шишкин Й.ү. үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы һәм нескә тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы,...