Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘНТЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ЙӘНТЕШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Атингән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Мәләүез й. тамағында (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 425 кеше; 1920 — 499; 1939 — 286; 1959 — 406; 1989 — 406; 2002 — 496; 2010 — 489 кеше....

ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ

ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ, хайуандар экологияһын өйрәнеү ысулы, индивидуаль йәки күпләп билдә һалыуға нигеҙләнгән. Билдә һалыу ярҙамында хайуандарҙың хәрәкәт итеү йүнәлешен, юлдарын һәм тиҙлеген (ҡара: Хайуандар миграцияһы) өйрәнәләр, һанын билдәләйҙәр. Индивидуаль билдәләр сифатында эре хайуандарҙың...

ЙӘНЛЕКСЕЛЕК

ЙӘНЛЕКСЕЛЕК, тире (ҡиммәтле тире) алыу өсөн ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Й. продукцияһы тиренән эшләнгән изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Й. төп объекттары — шәшке, аҡ төлкө, аҡһыл ҡара төлкө, нутрия, көҙән һ.б. 20 б. 50‑се йй. Учалы йәнлекселек хужалығында...

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ, боронғо сәнғәттә киң таралған йәнлектәр, уларҙың стилләштерелгән кәүҙә өлөштәре һыны йәки бер нисә йәнлектән торған композицияларҙың шартлы дөйөм атамаһы. Бронза быуатында барлыҡҡа килә, боронғо тимер быуатта таралыу ала. Й.с. барлыҡҡа килеүе изге хайуандарға табыныуға (ҡара: Тотемизм)...

ЙӘНЙЕГЕТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӘНЙЕГЕТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 34 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 199 кеше; 1920 — 289; 1939 — 255; 1959 — 264; 1989 — 285; 2002 — 392; 2010 — 362 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Сибай урта мәктәбе...

ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Мораҡай т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 186 кеше; 1920 — 379; 1939 — 174; 1959 — 194; 1989 — 275; 2002 — 301; 2010 — 293 кеше. Башҡорттар...

ЙӘНЕКӘЕВТӘР

ЙӘНЕКӘЕВТӘР, 1) кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Йәнекәй Тенишев, кенәз Бейхан нәҫеленән. 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим ханлығының Темников ҡалаһында кенәз һәм воевода була. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы нигеҙендә мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II...

ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы

ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы (10.4.1946, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Д.Ә.Йәнекәевтең һеңлеһе. БДМИ-ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған....

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы (23.11.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй а. — 25.9.2003, Өфө ҡ.), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй (1969 й. алып бүлек мөдире),...

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы (29.1.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 17.12.1984, Мәскәү), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-емеш ин‑тын тамамлаған...

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө ҡ.), сценограф. РФ‑тың халыҡ рәссамы (2021), РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған...

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы (9.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 17.4.2000, БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иванай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Саҡмағош, Дүртөйлө,...

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы (17.11.1984, Октябрьский ҡ.), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2007). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2008). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.,...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы (12.2.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 16.8.2007, Өфө, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. ерләнгән), селекционер. БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ҡустыһы. БАХИ-ны...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы (16.3.1962, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Тогус а.), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). БР-ҙың атҡ. табибы (2015). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1997 й. алып Һуғыш ветерандары өсөн...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. — 27.7.1993, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1987). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире була....

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Гөблөкөсөк ауылы. Составында һыйыр малының 2 һөтсөлөк фермаһы бар. 2012 й. 61 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3799 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр  — 2525 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген...

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы (4.3.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012), юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй, 1978 й. алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары...

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы (29.3.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сафар а. — 28.6.2011, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. юрисы, БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан...