Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘНИЕВ Реналь Рәмил улы

ҒӘНИЕВ Реналь Рәмил улы (13.1.1985, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2004). Башҡ. физик культура институтын (2008), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2011) тамамлаған. 23‑сө СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе,...

ҒӘНИЕВ Ривнер Фазыл улы

ҒӘНИЕВ Ривнер Фазыл улы (1.4.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Тәжәй а.), механик. РФА акад. (1994), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), Литва ФА‑ның сит ил ағзаһы (2011), техник ф. д‑ры (1968), проф. (1969). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 100‑сө почта йәшниге (Өфө) инженеры булып эшләй. 1964 й. алып Украина ССР‑ы...

ҒӘНИЕВ Станислав Рәхимйән улы

ҒӘНИЕВ Станислав Рәхимйән улы (6.1.1973, Өфө), спортсы. Грек-рим көрәше б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Х.Ғәниев, Н.В.Рухтин, А.М.Фёдоров). БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—94) чемпионаттарының көмөш призёры. Испанияла...

ҒӘНИЕВ Фәдис Рәхимйән улы

ҒӘНИЕВ Фәдис Рәхимйән улы (11.2.1967, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Мулла а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1997) артисы. 1989 й. алып һәм 1998 й. — Башҡ. филармонияһы эстрадаһының, 1992 й. — “Планета” концерны эстрада бригадаһының (Өфө), 1996 й. — Стәрлетамаҡ филармонияһының солист-йырсыһы. Йомшаҡ һәм...

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы [1.8.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Нәсибаш а. (БР-ҙың Салауат районы) — 28.2.2016, Ҡазан ҡ.], тел белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филология фәндәре докторы (1978), профессор (1985). РФ‑тың (1996) һәм ТАССР-ҙың (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлағандан...

ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы

ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы (22.10.1938, Өфө — 10.2.1983, шунда уҡ), график. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлаған (1966; педагогы А.М.Кудрявцев), 1973—75 йй. ӨДСИ-ла уҡыған. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Акварель техникаһы, пейзаж, портрет, натюрморт жанрҙарында эшләй. Рәссамдың ижади алымы төҫ һәм һыҙаттарҙың...

ҒӘНИЕВА Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы

ҒӘНИЕВА Мүзәйнә Сәйетгәрәй ҡыҙы [30.6.1932, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны)], механик. Физика-матем. ф. д‑ры (1986). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Ә.С.Ғәниевтең һәм Н.С.Ғәниевтең һеңлеһе. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1955). 1957 й. алып СССР ФА Ҡазан филиалының Ҡазан физика-...

ҒӘНИЕВА Тамара

ҒӘНИЕВА Тамара (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) (25.1.1951, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), шағирә. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2019), БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1978). 1970 й. алып Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, 1978 й. — Респ....

ҒӘРӘП ТЕЛЕ

ҒӘРӘП ТЕЛЕ, семит телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөм). Бөтә ғәрәп илдәренең (Ираҡ, Ливан, Сауд Ғәрәбстаны, Сүриә һ.б.), Сомали Федератив Республикаһы һәм Джибути Республикаһының рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Азияның һәм Төньяҡ Африканың башҡа илдәрендә таралған....

ҒӘРӘП ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР

ҒӘРӘП ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Ғ.т.ү.һ. таралыуына ғәрәптәрҙең ҡаҙаныштары, ислам, Урта быуаттарҙа ғәрәп телле илдәрҙә фән һәм мәҙәниәттең юғары кимәлдә үҫешкәнлеге булышлыҡ итә. Төрки телдәрҙә тәүге Ғ.т.ү.һ. — боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙа, башҡорт телендә иң тәүге шәжәрәләрҙә осрай. Башҡ....

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ

ҒӘРӘП ЯҘМАҺЫ, ғәрәп телле халыҡтар (ҡара: Ғәрәп теле), шулай уҡ бер ни тиклем үҙгәрештәр менән Иран, Афғанстан, Һиндостан, Пакистан һәм Ҡытай (Синьцзян) халыҡтары ҡулланған хәрефле яҙыу.   Ғ.я. б.э.т. 2 б. — б.э. 4 б. ҡулланылған арамей алфавиты нигеҙендә Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Ғәмәлдә Ғ.я. 6 б....

ҒӘСКӘРОВ Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ

ҒӘСКӘРОВ Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ БЕЙЕҮҘӘРЕ АНСАМБЛЕ, 1938 й. БАССР‑ҙың Театр-тамаша предприятиелары идаралығының (1939 й. алып Башҡорт филармонияһының) Концерт эстрада бюроһы Башҡ. бейеү, йыр һәм музыка ансамбленең бейеү коллективы (нояб. алып халыҡ бейеүҙәре ансамбле; ХБА) булараҡ ойошторола, 1940 й. башлап...

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы (21.10.1912, Бөрө ҡ. — 18.6.1984, Өфө), балетмейстер, бейеүсе. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумында уҡыған (1928—32; педагогы И.А.Моисеев). 1932—37 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта, бер...

ҒӘТИӘТОВ Рауил Мирзаһит улы

ҒӘТИӘТОВ Рауил Мирзаһит улы (10.2.1955, Октябрьский ҡ.), тренер. Мотоспорт б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2002). 1990 й. алып спидвей б-са “Төҙөүсе” командаһының баш тренеры, 1991 й. — “Прометей” спорт-техник клубы дир., 1997—2008 йй. “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” проф. спорт‑техник клубының ген. дир., бер үк...

ҒӘТИӘТУЛЛИН Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы [1891, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Шыршы‑Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1969, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө ҡ. мәҙрәсәлә уҡыған. Ғәрәп телен белгән. Тыуған ауылында йәшәгән һәм эшләгән, 1931—33 йй. — уҡытыусы. Ғ. әҫәрҙәренең төп...

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Радик Фиҙағый улы (20.5.1959, Өфө), педиатр, аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2002). БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1984). 1986—87 йй. Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһында эшләй, 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың тын...

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Шакир Йосоп улы (21.9.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Мулла а., хәҙер Октябрьский ҡ. эсендә, — 21.7.1972, Октябрьский ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында...

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ (? — 1662, Өфө), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан. 1662 й. Нуғай һәм Ҡазан даруғалары терр‑яһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Өфө, Минзәлә һәм Өфө өйәҙенең башҡа торама пункттары эргәһендә хәрәкәт итә. Ярлыҡау һорап килгән баш күтәреүселәр...

ҒӘФИӘТУЛЛИН Рәфәиз Хажи улы

ҒӘФИӘТУЛЛИН Рәфәиз Хажи улы (15.2.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Сулпан а. – 23.7.2007, Силәбе ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д-ры (1977), проф. (1982). РФ-тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1995), почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1989). Силәбе политехник ин-тын тамамлаған (1960). 1947—50 йй....

ҒӘФҮР, Туймазы р-нындағы ауыл

ҒӘФҮР, Туймазы р-нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1580 кеше; 1920 – 1735; 1939 – 1507; 1959 – 1112; 1989 – 939; 2002 – 990; 2010 – 1083 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Спорт‑күңел...