Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МУЛЛАҒӘЛӘМОВ Марат Сабит улы

МУЛЛАҒӘЛӘМОВ Марат Сабит улы (7.11.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Урта Сермән а., хәҙерге БР‑ҙың шул уҡ районы Сермән а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1962 й.  алып КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитетында,...

МУЛЛАҒӘЛИЕВ Илдар Рәсих улы

МУЛЛАҒӘЛИЕВ Илдар Рәсих улы (3.7.1952, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 21.2.2008, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2007). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Органик химия ин‑тында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре стереорегуляр полидиендарҙы...

МУЛЛАҒОЛ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

МУЛЛАҒОЛ, Бүрәш, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 – 300; 1939 – 190; 1959 – 213; 1989 – 151; 2002 – 144; 2010 – 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

МУЛЛАҒОЛОВ Миҙхәт Хажиәхмәт улы

МУЛЛАҒОЛОВ Миҙхәт Хажиәхмәт улы [20.9.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Һарайлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 5.3.2007, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАХИ‑ны тамамлаған (1956). 1957—62 йй. СДПИ‑ла, бер үк ваҡытта 4‑се техник уч‑щела, 1962 й. алып ӨНИ филиалында (икеһе лә — Стәрлетамаҡ...

МУЛЛАҠАЕВА Нурия Камалетдин ҡыҙы

МУЛЛАҠАЕВА Нурия Камалетдин ҡыҙы (15.7.1931, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Яңы Сибай а., хәҙ. Сибай ҡ., — 4.11.2000, Сибай), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1954—82 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тының Сибай байыҡтырыу ф‑каһында эшләгән: пробиркасы, өлкән флотатор, 1968 й. алып бригадир. М. бригадаһы мәғдән эшкәртеү...

МУЛЛАҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ

МУЛЛАҠАЙ МӘҘРӘСӘҺЕ, урта уҡыу йорто. 1837 й. Ырымбур гу‑ бернаһы Орск өйәҙе Муллаҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — Сәйетбаттал хәҙрәт (С.Нурмөхәмәтов). Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Рәмиевтар һ.б. аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә барышына мөҙәрис,...

МУЛЛАҠАЙ, Архангел р‑нындағы ауыл

МУЛЛАҠАЙ, Й ә р е м б ә т, Архангел р‑нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 283 кеше; 1920 — 470; 1939 — 712; 1959 — 381; 1989 — 235; 2002 — 228; 2010 — 201...

МУЛЛАҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

МУЛЛАҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡолсора а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 483 кеше; 1920 — 671; 1939 — 492; 1959 — 448; 1989 — 462; 2002 — 518; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

МУЛЛАҠАЙ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

МУЛЛАҠАЙ, И ҫ к е М у л л а ҡ а й, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яңы Муллаҡай а/с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 173 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 265; 1939 — 324; 1959 — 263; 1989 — 261;...

МУЛЛАНУР, Баҡалы р‑нындағы ауыл

МУЛЛАНУР, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Маты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 208 кеше; 1959 — 184; 1989 — 160; 2002 — 158; 2010 — 121 кеше Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Маты төп мәктәбе...

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ (ингл. mulch — һалам, тиреҫ һ.б. м‑н ҡаплау), агро‑ техник алым, тупраҡты мульча м‑н тотошлай йәки рәт аралаш ҡаплау. М.й. тупраҡтың кибеүен кәметә, эрозиянан һаҡлай, ҡыртышланыуын иҫкәртә, файҙалы микрофлораның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, т‑ра режимын көйләй, ҡый үләндәренең шытып сығыуын...

МУНСА

МУНСА, юғары т‑ратурала һәм дымлылыҡта йыуыныу һәм сабыныу өсөн махсус бина. Йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар М. тирмәгә оҡшаш ҡоролмаларҙа яһаған: һайғауҙарҙан эшләнгән каркас эсенә таш өйөп ут яҡҡандан һуң каркасты кейеҙ м‑н ҡаплағандар. Башҡорттар ултыраҡ тормошҡа күскәс, М. ауылдарҙала күренә башлай....

МУРАВЕЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МУРАВЕЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 179 кеше; 1959 — 258; 1989 — 154; 2002 — 179; 2010 — 218 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ...

МУРАХТИНА Нина Петровна

МУРАХТИНА Нина Петровна [11.10. 1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Скворчиха а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 14.7.1989, Силәбе ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1950 й. алып Силәбелә эшләй: 5‑се икмәк з‑дында, 1978—80 йй. 3‑сө ПТУ‑ның производствоға өйрәтеү мастеры. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966)...

МУРДУСКИН Роберт Александрович

МУРДУСКИН Роберт Александрович (17.3.1947, ТАССР‑ҙың Хорновар‑Шигали а.), тренер. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1979) тамамлаған. “Көньяҡ Урал” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Орск ҡ.; тренеры В.М.Бовдуй)....

МУРЗИН Даян Баян улы

МУРЗИН Даян Баян улы [20.12. 1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Балыҡлы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 9.2.2012, Өфө], дәүләт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. юрисы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рига хәрби уч‑щеһын (1941), Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик ин‑тын (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1941 й. Төньяҡ-Көнбайыш...

МУРИНОВ Юрий Ильич

МУРИНОВЮрий Ильич (4.3.1942, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1982), проф. (1986), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй. 1967 й. алып Органик химия ин‑тында (1982 й. башлап лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1985—90 йй. БДУ‑ла органик булмаған...

МУРТЫҠТЫ, алтыны ятҡылығы

МУРТЫҠТЫ, Учалы р‑нындағы алтын мәғдәне ятҡылығы, Ильинка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1890 й. алып билдәле, БР‑ҙың разведкаланған алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының иң ҙурҙарынан һанала. Магнитогорск мегасинклинорийының төньяҡ өлөшөндә (Туңғатар һынылышы зонаһы) урынлашҡан. Мәғдәнләнеү...

МУСА УЛЫЕВ

МУСА УЛЫЕВ, М. Ә л и е в (1733—?), Крәҫтиәндәр һуғышын‑ да (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ырымбур провинцияһы Сәйет биҫтәһенең сауҙагәр татары. Шул уҡ биҫтәнең старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла, Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. март аҙағында Татищев ҡәлғәһе янында Баш күтәреүселәрҙең...

МУСА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

МУСА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 201; 1989 — 87; 2002 — 115; 2010 — 91 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 1922...