Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МУСА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

МУСА, Т а ң ғ ы р, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 92 кеше; 1920 — 90; 1939 — 120; 1959 — 234; 1989 — 120; 2002 — 118; 2010 — 103...

МУСАЕВ Кенесбай Муса улы

МУСАЕВ Кенесбай Муса улы (24.3.1931, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Кумисти а. — 26.5.2020, Мәскәү ҡ.), тел белгесе. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (2003), филология фәндәре докторы (1968), профессор (1972). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Ҡырғыҙстандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Ҡаҙаҡ университетын...

МУСАҠАЕВА Лилиә Зиннур ҡыҙы

МУСАҠАЕВА (Рысаева) Лилиә Зиннур ҡыҙы (7.5.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). Хәҙ. гуманитар ин‑ттың Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған (Мәскәү, 2002). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры П.И.Никитин). Рәсәй чемп. һәм...

МУСИН Әмир Шәғәли улы

МУСИН Әмир Шәғәли улы (5.7.1937, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Түб. Һаҙ а. — 27.11.2017, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1974). 1957—98 йй. “Уфанефтехим” ААЙ‑нда эшләй: оператор ярҙамсыһы, оператор, өлкән оператор,...

МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы

МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы (10.11.1946, Черемхов ҡ.  — 14.4.2007, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1972 й. алып Күмертау машиналар эшләү һәм вертолёт заводтарында, Өфө телефон аппаратураһы заводында эшләй. 1975 й. башлап БДПИ‑ла, 1979 й. — ӨДСИ‑лә,...

МУСИН Илдар Хәмит улы

МУСИН Илдар Хәмит улы (1.8. 1959, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Матем. ин‑тында: 1999 й. алып өлкән, 2004 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2015 башлап дир. вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 2002—08 йй. ӨДАТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

МУСИН Ноғман Сөләймән улы

МУСИН Ноғман Сөләймән улы [17.7.1931, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ҡолғона а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 31.10.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], яҙыусы. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2001), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау отличнигы (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963)....

МУСИН Сәфәр Ғайсар улы

МУСИН Сәфәр Ғайсар улы [5.11.1948, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Ялсы а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 6.8.2019], Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1965—2007 йй. “Трест Салаватстрой” ЯАЙ‑нда эшләй: балта оҫтаһы, ташсы, 1995 й. алып төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры. 1‑се (1986), 2‑се (1977) һәм 3‑сө (1975)...

МУСИН Хәниф Муса улы

МУСИН Хәниф Муса улы [21.10. 1893, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әкәнәй а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 21.10.1993, Өфө], актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1949). 1933—42 йй. Дүртөйлө район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1943 й. алып Дүртөйлө колхоз‑совхоз театры, 1949 й. — Борай татар халыҡ театры актёры, 1951—59...

МУСИН Эмиль Марат улы

МУСИН Эмиль Марат улы (2.3. 1968, Шаһрисабз ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992), “Земляки” (“Яҡташтар”; Ағиҙел ҡ.) ж., 1993 й. алып “Белебеевские известия” гәз. хәбәрсеһе, 1995 й. — Бәләбәй муниципаль телекомпанияһы дир., 1997 й. — хәбәрсеһе, 1998 й. — 17‑се...

МУСИНА Ләлә Әхиәр ҡыҙы

МУСИНА Ләлә Әхиәр ҡыҙы (4.6.1958, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман шәкәр заводы ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Прибельский ҡсб), биолог. Биология фәндәре докторы (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1976 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда, 1983 й. — Өфө ҡ. 10‑сы дауаханаһында эшләй. 1988 й. башлап...

МУСИНА Ольга Геннадьевна

МУСИНА Ольга Геннадьевна (13.4. 1965, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1993) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995). ӨДСИ‑не (1990; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ. Ҡасимова курсы), Борис Щукин ис. Театр ин‑тын (Мәскәү, 2005; Л.Е.Хейфец курсы) тамамлаған. 1990 й. алып БР Милли Йәштәр театры актрисаһы,...

МУСИНА Римма Мөхтәр ҡыҙы

МУСИНА (Юлдашбаева) Римма Мөхтәр ҡыҙы [1.1.1937, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], йырсы (сопрано), вокал б‑са педагог. Проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1986). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1970; П.Л.Тронина класы) Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1971—2014...

МУСЛИМОВ Павел Ильич

МУСЛИМОВ Павел Ильич (15.6.1967, Өфө ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДПИ‑ны (1997), БДУ‑ны (2001) тамамлаған. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.К.Ямалиев)....

МУТАЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл

МУТАЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Мутабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Мута й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 295 кеше; 1959 — 275; 1989 — 316; 2002 — 295; 2010 — 237 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

МУТАЦИЯ

МУТАЦИЯ (лат. mutatio — үҙгәреш), генетик материалдың (геномдың) организмдың билдәләре үҙгәреүенә килтергән ҡапыл булған тәбиғи йәки яһалма булдырылған нәҫелдән-нәҫелгә бирелә торған үҙгәреше. М. — йәшәүҙең бөтә формаларының универсаль үҙенсәлеге; организмдарҙың нәҫелдән килгән үҙгәреүсәнлегенең нигеҙендә...

МУТИН Илдархан Ибраһим улы

МУТИН Илдархан Ибраһим улы [21.7.1888, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) — 3.2.1938], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Мутиндар нәҫеленән. 4 класлы Минзәлә ҡала уч‑щеһын тамамлаған. 1917 й. июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы, Башҡ. мәркәз шураһының хәрби бүлеге мөдире, дек....

МУТИН Мөхтәр Исхаҡ улы

МУТИН Мөхтәр Исхаҡ улы [25.12. 1886, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Үрге Таҡталасыҡ а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) — 3.6.1941, Магадан өлк.], актёр, реж., театр эшмәкәре. ТАССР‑ҙың атҡ. артисы (1926). Мутиндар нәҫеленән. Бәләбәй тау уч‑щеһын тамамлаған (1902). 1906—08 йй. Ырымбур мосолман диниә назаратында (Өфө)...

МУТИНДАР

МУТИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы Таҡталасыҡ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Мөтә Йәнырыҫов, Гәрә улусы старшинаһы, 1745 й. алып билдәле. Уның улы Тимер М. (? — 1759 й. дек., С.‑Петербург), сотник, Гәрә улусы старшинаһы. Ете йыллыҡ һуғышта (1756—63)...

МУХАРСКИЙ Энвер Давыдович

МУХАРСКИЙ Энвер Давыдович (8.6.1928, Белорет ҡ.), тау инжене‑ ры. Техник ф. д‑ры (1974), проф. (1986). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре, ТАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника хеҙм‑ре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1959 й. алып Татарстан нефть...