Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХӨСӘМ КӘТИБ

ХӨСӘМ КӘТИБ (14 б.), төрки шағиры. Х.К. т-да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. “Жөмжөмә солтан” дастанының авторы. Был ҡомартҡының эстәлеге б-са Х.К. уҡымышлы кеше булыуы, тарихты, динде, көнсығыш әҙәбиәтен белеүе т-да фараз итергә мөмкин. М.Х.Иҙелбаев Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

ХӨСНИ Усман

ХӨСНИ Усман (ысын исеме Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы; 1895, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һынны-Илсембәт а., хәҙ. БР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а., — 30.11.1948, Өфө), тел белгесе. 1910—13 йй. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Боҙаяҙ а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, К.А.Тимирязев ис. Башҡорт...

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы (14.8.1964, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй (2007—12 йй. производство процестарын автоматлаштырыу ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт хәүефһеҙлеге проблемаларына...

ХӨСНИЙӘРОВ Сәлих Дәүләт улы

ХӨСНИЙӘРОВ Сәлих Дәүләт улы (27.8.1915, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Теләкәй а., хәҙ. ТР-ҙың Аҡтаныш р-ны Иҫке Теләкәй а., — 30.7.1992, Өфө), йырсы (лирик тенор), муз.-йәмәғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1976). Ҡазан музыка уч-ще­һында уҡыған (1933—36). Мәскәү...

ХӨСНӨТДИНОВ Әхнәф Ғәлимйән улы

ХӨСНӨТДИНОВ Әхнәф Ғәлимйән улы [28.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Учалы а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 12.7.2005, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында 4-се танк армияһының 29-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһы 3-сө мотоуҡсылар...

ХӨСНӨТДИНОВ Рауил Исмәғил улы

ХӨСНӨТДИНОВ Рауил Исмәғил улы (12.2.1947, БАССР-ҙың Фёдоровка р-ны Ҡораласыҡ а.), химик-органик. Химия ф. д-ры (1989), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1970) Фёдоровка р-нының Балыҡлы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1972 й. алып Органик химия ин-тында (1983 й. башлап...

ХӨСНӨТДИНОВ Рәмил Ғәли улы

ХӨСНӨТДИНОВ Рәмил Ғәли улы (11.9.1972, БАССР-ҙың Благовещен ҡ.), спортсы. Бокс б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). БДУ-ны тамамлаған (1995). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т. Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй (1995) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре (1994) чемп., Рәсәй...

ХӨСНӨТДИНОВА Золя Әсләм ҡыҙы

ХӨСНӨТДИНОВА Золя Әсләм ҡыҙы (24.7.1950, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Урал а.), гигиенист. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1976) Өфө ҡала дезинфекция станцияһында эшләй, 1979 й. алып БДМУ-ла...

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы (24.5.1954, Өфө), генетик.Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2016), БР ФА акад. (2012), биол. ф. д-ры (1997), проф. (1998). РФ-тың (2004) һәм БР-ҙың (1999) атҡ. фән эшмәкәре. К.Ш.Әхиәровтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) Биохимия һәм генетика ин-тында эшләй: 1983...

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы

ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы (24.5.1954, Өфө ҡ), генетик. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), БР ФА академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. К.Ш.Әхиәровтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Биохимия...

ХРАМОВ Алексей Васильевич

ХРАМОВ Алексей Васильевич (25.2. 1909, Бәләбәй ҡ. — 14.11.1978, Өфө), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1974). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары Л.В.Лезенков, И.Н.Самарин). 1930 йй. Х. ижадының төп темалары — индустриялаштырыу...

ХРАМЦОВ Николай Филиппович

ХРАМЦОВ Николай Филиппович (18.12.1926, Алыҫ Көнсығыш крайы Прохоры а. — 8.9.2008, БР-ҙың Дыуан р-ны Ярославка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1958) Дыуан а.х. техникумында эшләй. 1962 й. алып “Октябрь байрағы” к-зында: баш агроном, 1968 й. башлап рәйес,...

ХРИЗМАН Илья Анисимович

ХРИЗМАН Илья Анисимович (ысын исеме Эля Нусинович; 1901, Екатеринослав ҡ. – 1988, Өфө), химик. Химия ф. канд. (1936), проф. (1961). СССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы, БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡ. химигы, СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы, БАССР- ҙың мәғариф отличнигы. Днепропетровск халыҡ...

ХРИЗОБЕРИЛЛ

ХРИЗОБЕРИЛЛ (гр. chrysos— алтын һәм beryllos — берилл), ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, Al2BeO4. Кристалдары ҡалын пластинкалы, һирәгерәк ҡыҫҡа һәм оҙон призматик псевдогексагональ формалы. Төҫө алтын һымаҡ, көрән, йәшкелт һары, үтә күренә; һыҙаты аҡ, быяла һәм балауыҙ кеүек ялтыр. Ҡатылығы 8,5,...

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, күбеһенсә дини йөкмәткеле баҫмалар. “Уфимские епархиальные ведомости” Башҡортостанда православие йүнәлешендәге беренсе дини журнал була. “Сеятель” (“Таратыусы”), православие журналы. Нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире — рухани И.Г.Хохлов. 1913—17 йй. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ...

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ

ХРИСТИАНЛАШТЫРЫУ, дини ойошмаларҙың башҡа дингә ышаныусылар араһында христианлыҡ таратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге; Рәсәй хөкүмәтендә урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата үткәрелгән дини сәйәсәт аспекттарының береһе. Волга буйындағы һәм Уралдағы урыҫ булмаған халыҡтарҙы Х. 1555 й. Ҡазан епархияһы ойошторолғандан...

ХРИСТИАНЛЫҠ

ХРИСТИАНЛЫҠ (гр. Christos — мәсих), донъя диндәренең береһе (буддизм һәм ислам м-н бер рәттән). 1 б. башында Фәләстанда барлыҡҡа килә. Төп йүнәлештәре: православие, католицизм, протестантлыҡ. Эйәреүселәре — христиандар. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге риүәйәт (католицизмда һәм православиела)....

ХРИСТОФОР

ХРИСТОФОР (донъяуи исеме Смирнов Фёдор Алексеевич; 8.2.1842, Смоленск губ. Вёшки а. — 1918 й. һуң), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1903—08). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1883). Монахлыҡ ҡабул иткән (1883). Смоленск дини семинарияһын (1865), Киев дини акад. (1869) тамамлаған. 1871...

ХРОМ

ХРОМ (Chromium), Сr, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы бар. Х. 70-тән ашыу минералы билдәле (хромиттар, крокоит, волконскоит һ.б.); Х. сульфидтары — метеориттарҙа, ҡатышмалары дунитта, слюдаларҙа һ.б. табылған. Көмөш төҫлө металл; tиреү 1890°С,...

ХРОМ МӘҒДӘНДӘРЕ

ХРОМ МӘҒДӘНДӘРЕ, хромит мәғдәндәре, сәнәғәт өсөн металл сығарыуға яраҡлы миҡдарҙа һәм берләшмәләрҙә хром булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — хромшпинелидтар. Файҙалы ҡушылмалары — ағалтын һәм платиноидтар, зарарлылары — марганец, цинк, ванадий. Х.м. ятҡылыҡтары базальтоид һәм...