Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКАҺЫ, м у з ы к а л ь ф о л ь к л о р, халыҡтың вокаль һәм инструменталь ижады. Традицион ауыҙ-тел ижады формаһында йәшәп килә. Башҡорттарҙа Х.м. боронғо тотемистик ҡараштарға (ҡара: “Сыңрау торна”), йыллыҡ циклдың традицион байрамдарына (ҡара: Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй), һунар һәм хәрби эшмәкәрлеккә,...

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ

ХАЛЫҠ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорт халыҡ музыка инструментарийы күп төрлө. Аэрофондар төркөмөнә (тынлы музыка ҡоралдары) ҡурай, һорнай, борғо (һыбыҙғы; һунарҙа сигнал ҡоралы, мөштөгө булған конус рәүешле ағас торба, оҙонлоғо яҡынса 800 мм, бармаҡтар өсөн 1—2 тишеге була йәки тишекһеҙ), һыҙғыртмаҡ (һыҙғыртҡыс;...

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ

ХАЛЫҠ МИГРАЦИЯҺЫ, халыҡтың механик үҙгәреше, кешеләрҙең (мигранттарҙың) даими йәки ваҡытлыса йәшәү, йәки йыш ҡайтыу өсөн йәшәү урынын алмаштырыу маҡсатында теге йәки был терр-я сиктәре аша күсеүе. Йүнәлеше б-са тышҡы (иммиграция һәм эмиграция) һәм эске (төбәк-ара, төбәк эсендә); оҙайлығы б-са – кире...

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ

ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, тарихи үҫеш барышында халыҡ тарафынан тупланған шифалы саралар, дауалау һәм гигиена алымдары һәм күнекмәләре, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн уларҙы файҙаланыу т-да эмпирик белем йыйылмаһы. Башҡорттарҙың Х.м. Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәренә, традицион хужалыҡ формаларына...

ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ

ХАЛЫҠ ҠОРАЛДАРЫ МИЛЛИ ОРКЕСТРЫ. 2001 й. Башҡорт филармонияһы эргәһендә БР Х.ҡ.м.о. булараҡ ойошторола, тәүге концерты 2001 й. 1 окт. була. 1-се художество етәксеһе һәм дирижёры — Р.М.Ғәйзуллин. Оркестр репертуары: М.Х.Әхмәтов — “Башҡорт рапсодияһы” (“Баш­кирская рапсодия”), “Дуҫым Рәмилгә соло-фантазия”...

ХАЛЫҠ КОМИССАРҘАРЫ СОВЕТЫ

ХАЛЫҠ КОМИССАРҘАРЫ СОВЕТЫ, Совнарком, Хөкүмәт, БАССР дәүләт власының юғары башҡарма һәм күрһәтмә биреү органы. 1920 й. июлендә Стәрлетамаҡ ҡ. РСФСР Конституцияһы һәм Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС-ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарарына ярашлы АСБР-ҙың 1-се...

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ

ХАЛЫҠ КАЛЕНДАРЫ, йыл ваҡытын бүлеү, иҫәпләү һәм регламентлау йәһәтенән тарихи яҡтан ойошҡан система, традицион йолалар һәм байрамдар циклын, хужалыҡ һәм көнкүреш практикаһын, ш. уҡ төрлө ышаныуҙарҙы һәм фольклорҙы барлыҡҡа килтерә. Башҡорттарҙа Х.к. (ҡояш һәм ай календарын үҙ эсенә ала) тәбиғәт күренештәре...

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ

ХАЛЫҠ ЙЫРСЫЛАРЫ ҺӘМ МУЗЫКАНТТАРЫ, халыҡ музыкаһын һаҡлаусылар, башҡарыусылар, милли муз.-поэтик мираҫ һәм башҡарыу традицияларын дауам итеүселәр. Баш­ҡорт йырсылары һәм музыканттарына тауыштары, халыҡ музыка ҡоралдары м-н оҫта эш итеү хас; үҙ ижадтары м-н улар теге йәки был халыҡ сәнғәте мәктәбен күрһәтә....

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ

ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ, махсус ойошторолған статистик күҙәтеүҙәр. Билдәле ваҡытҡа ҡарата иҫәп алыу объекттарының иҫәбе (һаны, майҙаны һ.б.) һәм составы т-дағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу, дөйөмләштереү, баһалау, анализлау һәм баҫтырып сығарыуҙы үҙ эсенә ала; дәүләт, соц., иҡт. һәм демография сәйәсәте йүнәлештәрен...

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан.1937 й.Башҡ-н респ. халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Респ. фәнни-методик халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эштәре үҙәге, 1991 й. башлап Респ. халыҡ ижады үҙәге. Нефтекама (1998; дир. В.К.Юрин) һәм Бәләбәй (2005; дир. Г.М.Хальзов) ҡҡ. филиалдары бар....

ХАЛЫҠ ДИПЛОМАТИЯҺЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

ХАЛЫҠ ДИПЛОМАТИЯҺЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР халыҡтарының рухи, мәҙәни һәм белем кимәлен күтәреү, башҡа илдәр халҡы м-н дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. “Яңы Башҡортостан өсөн” респ. берек­мәһе, “Башҡортостан—Франция” һәм “Башҡортостан—Бөйөк Британия”...

ХАЛЫҠ ГЕОГРАФИЯҺЫ

ХАЛЫҠ ГЕОГРАФИЯҺЫ, иҡтисади һәм социаль география бүлеге, төрлө тәбиғи, соц. һәм иҡт. шарттарҙа халыҡтың составын, урынлашыуын һәм терр. ойошоуын өйрәнә. Х.г. халыҡтың тәбиғи артыуының, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһының, уның соц., этник һәм ғаилә-никах составының һ.б., хеҙмәт ресурстары урынлашыуының...

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ, халыҡ сәнғәтенең иң боронғо төрө. Башҡорттарҙа Х.б. халыҡтың тарихи һәм соц. тормош шарттары йоғонтоһонда формалашҡан һәм үҫешкән. Унда хеҙмәт эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, төрлө йола һәм дини инаныуҙар, тирә-яҡ тәбиғәтте, йәнлек, ҡош, хайуан ҡылыҡта­рын образлы ҡабул итеү сағылдырылған....

ХАЛЫҠ АУЫҘ‑ТЕЛ ИЖАДЫ, ҡара: Фольклор

ХАЛЫҠ АУЫҘ‑ТЕЛ ИЖАДЫ, ҡара: Фольклор. 

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының ҡораллы көстәре. 1918 й. 8 июнендә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары ком-тының Баш штабы приказы б-са Һамар ҡ. ойошторола. Х.а. составына Төньяҡ (Кама буйы), Сызрань (Волга буйы), Хвалынск (Көньяҡ) ғәскәрҙәре төркөмө, ш. уҡ Башҡорт...

ХАЛЫҠ АЗАТЛЫҒЫ ПАРТИЯҺЫ

ХАЛЫҠ АЗАТЛЫҒЫ ПАРТИЯҺЫ, конституцион-демократик партия, к а д е т т а р, 1905—17 йй. Рәсәйҙә либераль партия. Окт. Ойоштороу съезында булдырыла (Мәскәү). Партия составына традицион земство либерализмы һәм либераль-демократик интеллигенция вәкилдәре (“Азатлыҡ союзы” һәм “Союз земцев-конституционалистов”...

ХАЛЫҠ

ХАЛЫҠ, тарихи яҡтан ойошҡан, халыҡтың тәбиғи артыуы процесында өҙлөкһөҙ тулыланған, айырым терр-яла йәшәгән кешеләр төркөмө. Х. өсөн даими халыҡһаныныңғәмәли үҙгәреше, механик (халыҡ миграцияһы), соц. (ҡара: Социаль стратификация) хәрәкәттәр хас, һөҙөмтәлә халыҡ һаны, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығы,...