Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР, этностың матди мәҙәниәте предметтарын һәм этнографик төркөмдәрҙә уның урындағы варианттарын үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың Э.к. Академик экспедициялар, этнографик экспедициялар барышында, 18 — 21 бб. ғалимдары тарафынан тупланған. Рәсәй этнография музейында (С.‑Петербург) башҡорт...

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР, этностың билдәле терр‑яла тупланып йәшәгән, тел үҙенсәлектәрен һәм мәҙәниәтенең айырым компоненттарын һаҡлаған өлөшө. Э.т. оҙайлы ваҡыт дауамында тәбиғи‑геогр., хужалыҡ, тарихи, этник, демографик, сәйәси һ.б. факторҙар йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙа көньяҡ‑көнсығыш,...

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, этностың традицион мәҙәниәте материалдарын йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡорттар, уларҙың таралыу терр‑яһы, көнкүреше, дини ҡараштары, йолалары һ.б. т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. 18 б....

ЭТНОГРАФИЯ, ҡара: Этнология.

ЭТНОГРАФИЯ, ҡара: Этнология.

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР, ағзалары дин б‑са бүленгән этник төркөмдәр. Э.т. этностыңбер өлөшөнөң икенсе дин ҡабул итеүе йәки башҡа этник һәм дини мөхиткә күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул Э.т. этник үҙаңдың, мәҙәни, хужалыҡ итеү, тел һ.б. үҙенсәлектәрҙең үҙгәреүенә булышлыҡ итә. 16—18 бб. Башҡортостанда...

ЭТНОЛИНГВИСТИКА

ЭТНОЛИНГВИСТИКА, телде мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтендә, телдең йәшәүендә һәм эволюцияһында тел, этномәҙәни, этнопсихологик факторҙарҙың бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеме йүнәлеше. Тел тарихы мәсьәләләре, унда матди һәм рухи мәҙәниәттең сағылышы башҡорт тикшеренеүселәре тарафынан әүҙем өйрәнелә. Башҡорт...

ЭТНОЛОГИК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ЭТНОЛОГИК ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 1993 й. Өфөлә РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндә Археология һәм этнография музейы м‑н Урал халыҡтары бүлеге булараҡ асыла, 1999 й. алып РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндәге Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, 2008 й. — РФА‑ның Өфө ФҮ‑ндәге Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑ты. 2011 й. ин‑тҡа Р.Ғ.Кузеев исеме...

ЭТНОЛОГИЯ

ЭТНОЛОГИЯ (этнос... һәм ... логия), өйрәнеү предметы халыҡтар, уларҙың формалашыуы (ҡара: Этногенез), этник тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт үҙенсәлектәре (ҡара: Этник мәҙәниәт), этник үҙаңһ.б. булған фән. Антропология, археография, археология, библиография, сығанаҡтар өйрәнеү, сәнғәт ғилеме, фольклористика,...

ЭТНОНИМИКА

ЭТНОНИМИКА (этнос һәм гр. оnyma — исем), этностарҙың, ҡәбиләләрҙең, ырыуҙарҙың, ырыу бүленешенең килеп сығышын, таралыуын, яҙылышын, атамаһы (этнонимы) аңлатмаһын өйрәнгән ономастика бүлеге. Антропология, антропонимика, археография, башҡорттар тураһында фән, генеалогия, диалектология, тарихи география,...

ЭТНОПЕДАГОГИКА

ЭТНОПЕДАГОГИКА, төрлө этностар тарихында барлыҡҡа килгән тәрбиәләү һәм уҡытыу б‑са белем һәм күнекмәләр т‑дағы фән. 20 б. 2‑се ярт. формалаша; этнология, психология һәм педагогика м‑н бәйле. Рәсәйҙә Э. идеялары Г.Н.Волков, А.С. Макаренко, В.А.Сухомлинский, Л.Н. Толстой, К.Д.Ушинский, И.Я.Яковлев һ.б....

ЭТНОПСИХОЛОГИЯ

ЭТНОПСИХОЛОГИЯ, ҡайһы бер этностар психологияһының һәм мәҙәниәтенең, этник үҙаңдың, психик һәм шәхси һыҙаттарға соц.‑мәҙәни факторҙар йоғонтоһоноң үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Антропология, культурология, социология, этика, этнология һ.б. м‑н бәйле. 19 б. уртаһынан Э. үҙ аллы фән булараҡ үҫешенә немец...