Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҪКЕБЕЙ

ИҪКЕ БЕЙ, бөрйән ырыуы башлығы. Бөрйәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Бикбау бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың...

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР

ИҪКЕРГӘН ҺҮҘҘӘР, актив ҡулланылыштан төшөп ҡалған, әммә пассив һүҙлектә һаҡланған һәм күпселек һөйләшеүселәргә аңлайышлы булған һүҙҙәр. Телдә төҙөлөшө төрлө дәрәжәлә иҫкергән булыуы, архаизацияның төрлө сәбәптәре һәм ҡулланыу характеры м‑н билдәләнгән иҫкергән лексика системаһын барлыҡҡа килтерәләр;...

ИҪТЕРЕК, Нуриман р‑нындағы ауыл

ИҪТЕРЕК, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Упҡанкүл эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 559; 1939 — 672; 1959 — 479; 1989 — 286; 2002 — 230; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-...

ИТ СӘНӘҒӘТЕ

ИТ СӘНӘҒӘТЕ, ит, колбаса һәм ыҫланған ашамлыҡтар, ит консервалары һ.б. етештереүсе аҙыҡ‑түлек сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда И.с. беренсе биш йыллыҡтар (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) ваҡытында үҫеш ала. 1934 й. 10 ит эшкәртеү пр‑тиеһы һәм производствоһы, ш. иҫ. Бөрө ит комбинаты, Бәләбәй ит комбинаты,...

ИТАР—ТАСС

ИТАР—ТАСС, Рәсәй мәғлүмәт телеграф агентлығы. БР‑ҙағы И.—Т. вәкиллеге Өфөлә урынлашҡан. Сәйәси, иҡт., соц.-мәҙәни һ.б. төрлө характерҙағы оператив мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә йыйыу, эшкәртеү һәм тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә (ҡара: “Мәғлүмәт агентлыҡтары”). Тарихы 1922 й. берләштерелгән Рәсәй телеграф...

ИТБАЕВ Валерий Ҡәйүм улы

ИТБАЕВ Валерий Ҡәйүм улы (21.1.1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып лаб. ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта 2001 й. — механизм һәм машиналар ҡороуҙың...

ИТБАЕВ Салауат Мостафа улы

ИТБАЕВ Салауат Мостафа улы [18.7.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Бикбау а. (БР‑ҙың шул уҡ районы Бикбау а.) — 11.12.2020, Өфө ҡ.], эстрада режиссёры. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989), БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014). ӨДСИ‑не (1973, Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Эстрада тамашалары режиссёрҙарының квалификацияһын...

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I, Иткүл мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Дауыт а. янындағы Иткүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асыла, 1953 й. Н.П.Кипарисова, 1954 й. К.В.Сальников тарафынан өйрәнелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 2 мең м2) ур һәм соҡор м‑н һаҡланған....

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 7—3 бб. ҡарай. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асылған Иткүл (Исәт й. басс.) янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡортостанда И.м. ҡомартҡылары (20‑гә яҡын) Әй й. басс., Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. үрге ағымында тупланған (Аҙанай, Иткүл...

ИТҠОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ИТҠОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнб. 53 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 266 кеше; 1920 — 328; 1939 — 325; 1959 — 244; 1989 — 75; 2002 — 104; 2010 — 101 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ИТТИХАТ, Бишбүләк р-нындағы ауыл

ИТТИХАТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Калинин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 422 кеше; 1989 — 331; 2002 — 340; 2010 — 284 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. 20 б. 20‑се йй....

ИУДАИЗМ

ИУДАИЗМ, иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Фәләстанда барлыҡҡа килә, башлыса йәһүдтәр араһында таралған. Дин ғилеме сығанағы — Тәүрат; догматик, дини‑этик һәм хоҡуҡ ҡанундары — Талмудта, йәһүдтәрҙең тормошон көйләүсе ҡанундар Һалахала теркәлгән. И. эйәреүселәр бер Аллаға,...

ИУСТИН

ИУСТИН (донъяуи исеме Полянский Михаил; 1831, Воронеж губ. — 26.9.1903, Херсон губ., Изге Григорий Бизюково монастыры), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1896— 1900). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1872). Монахлыҡ ҡабул иткән (1864). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1869) Харьков дини...

ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы

ИХИН Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5.3.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түб. Бишенде а. — 5.4.2018, БР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. энергетигы (1970), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). 1951 й. алып “Туймазабурнефть” тресында,...

ИХСАН Әхтәм Сөләймән улы

ИХСАН (Ихсанов) Әхтәм Сөләймән улы [16.12.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР-ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.9.1992, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡый (1933—35). 1929 й. алып “Башҡортостан йәштәре” гәз., 1930 й. —...

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й....

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы

ИХСАНОВ Рамаҙан Миңлехан улы [2.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтағол а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 12.11.1983, Әлмәт ҡ.], актёр. ТАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ғ.С.Саттаров курсы) 1952 й. тиклем һәм 1954 й. алып — Салауат башҡ....

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы

ИХСАНОВ Рафиҡ Рәшит улы (27.9.1965, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Түбәнге Әүрез а.), лётчик, полковник (2002). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1987—88 йй. Афғанстанда һәм 1995—96 йй., 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1986), Ю.А.Гагарин...

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы [6.8.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сабай а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.7.2001, Өфө], актриса. Татар сәнғәт техникумын тамамлаған (Ҡазан, 1931). 1932 й. алып — Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1947—70 йй. БАДТ актрисаһы. Баймаҡ колхоз‑совхоз...

ИХТИЛАЛ (1747)

ИХТИЛАЛ (1747), типтәр-бобыль И., һалымдарҙың артыуы арҡаһында Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһы халҡының хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Типтәрҙәргә һәм бобылдәргә яһаҡ (һәр йорттан 82 тин) урынына — һалым (һәр ир‑ат башына 80 тин), мишәрҙәргә яһаҡ (һәр йорттан 25 тин) һалыуҙы индергән 1747 й. 22 майындағы Сенат...