Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович (Моисей Хаимович; 2.10.1936, Витебск ҡ.), скрипкасы, педагог. Проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1959; М.Б.Питкус класы) БДОБТ оркестры солисы, 1962 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1972—2001 йй. ӨДСИ‑лә...

ШВАРЦ Евгений Львович

ШВАРЦ Евгений Львович (9.10.1896, Ҡазан — 15.1.1958, Ленинград), яҙыусы, драматург. “Иҫке балалайка хикәйәһе” (“Рас­сказ старой балалайки”; 1925) шиғырҙар йыйынтығы, “Шура һәм Маруся мажаралары” (“Приключения Шуры и Маруси”), “Сит ҡыҙ бала” (“Чужая девочка”; икеһе лә — 1937) повестары, “Ундервуд” (1930),...

ШВЕЦОВ Дмитрий Филимонович

ШВЕЦОВ Дмитрий Филимонович (10.6.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 2.11.1978, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). П.Ф.Швецовтың ағаһы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен тамамлағандан һуң (Өфө, 1930) 1934 й. тиклем һәм 1936—40 йй. Өфөлә комсомол һәм партия...

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович (14.1. 1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 9.6.1992, Мәскәү), инженер‑гидрогеолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Д.Ф.Швецовтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.‑разведка...

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 422 ке­ше; 1920 — 498; 1939 — 434; 1959 — 406; 1989 — 382; 2002 — 362; 2010 — 360 кеше....

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич (25.2.1814, Киев губ. Моринцы а. — 26.2.1861, С.‑Петербург), украин яҙыусыһы, рәссам. “Катерина” (1838), “Гайдамактар” (“Гайдамаки”; 1841), “Неофиттар” (“Неофиты”; 1857) поэмалары, “Кобзарь” (1840) шиғырҙар йыйынтығы, “Назар Стодоля” (1843) драмаһы, “Кенәз ҡатыны” (“Княгиня”;...

ШЕВЧУК Юрий Юлианович

ШЕВЧУК Юрий Юлианович (16.5. 1957, Магадан өлк. Ягодный ҡсб), музыкант, йырҙар авторы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1980). “ДДТ” рок төркөмөн ойоштороусы һәм уның лидеры (Өфө, 1980). 1984 й. алып Чере­повец, Свердловск, Мәскәү ҡҡ., 1985 й. — С.‑Петербургта эшләй. 1995 й. башлап автор...

ШЕИН Пётр Александрович

ШЕИН Пётр Александрович (9.8. 1941, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Буғабаш а. — 17.8.2008, Өфө), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте от­личнигы (1982). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Бөтә Союз үҙәк проф. союздар...

ШЕЙКО Борис Иванович

ШЕЙКО Борис Иванович (5.6.1949, Мәскәү), тренер. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999), 1‑се халыҡ‑ара (1995) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2006). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1973). 1975...

ШЕКСПИР Уильям

ШЕКСПИР Уильям (23.4.1564, Стратфорд‑он‑Эйвон ҡ., Англия — 23.4. 1616, шунда уҡ), инглиз шағиры, драматург. “Венера һәм Адонис” (“Венера и Адонис”; 1593), “Лукреция” (1594) поэмалары, “Сонеттар” (“Сонеты”; 1609) шиғырҙар йыйынтығы, “Ричард III” (1593), “Йәйге төндәге төш” (“Сон в летнюю ночь”; 1596),...

ШЕЛКОВ Валентин Иванович

ШЕЛКОВ Валентин Иванович (23.9. 1906, Одесса ҡ. — 23.12.1980, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), Ҡырғыҙ ССР‑ының һәм Бүрәт АССР‑ының (икеһе лә — 1956), Башҡорт (1957) һәм Сыуаш (1966) АССР‑ҙарының атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1933; педагогы...

ШЕЛЛЬ Юлиан Карлович

ШЕЛЛЬ Юлиан Карлович (1846 — 1.2.1881, Вильна губернаһы Вильна ҡ.), ботаник, флорист. 1877—78 йй. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында ботаник‑географик тикшеренеүҙәр үткәргән, һөҙөмтәлә ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле һәм ябай төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең бик күп гербарий өлгөләре коллекцияһын йыйған (күпселек...

ШЕМӘК, Өфө р‑нындағы ауыл

ШЕМӘК, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 47 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1399 кеше; 1920 — 1833; 1939 — 1309; 1959 — 836; 1989 — 322; 2002 — 351; 2010 — 428 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ШЕМЕНКОВ Юрий Михайлович

ШЕМЕНКОВ Юрий Михайлович (4.5.1955, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). ӨНИ‑не тамамлаған (1983). 1974 й. алып БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында эшләй: 1987 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире, 2009—16 йй. бүлек мөдире....

ШЕМЕТОВ Сергей Ильич

ШЕМЕТОВ Сергей Ильич (1872— ?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Казак. 2 клас­лы ауыл уч‑щеһын тамамлаған. Станица атаманы. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. М.Х.Хужин...

ШЕНДЕЛЬ Олег Васильевич

ШЕНДЕЛЬ Олег Васильевич (24.5. 1948, Коростень ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). Свердловск янғын‑техник уч‑щеһын (1971), БДУ‑ны (1980) тамамлаған. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. Өс быуынлы шыуҙырма баҫҡыс буйлап өйрәнеү башняһының өсөнсө ҡатына...

ШЕРГЕНГ Наталия Алексеевна

ШЕРГЕНГ Наталия Алексеевна (20.1.1959, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Бала Сытырман а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2003), проф. (2008). Куйбышев мәҙәниәт ин‑тын (1982) һәм БДУ‑ны (2004) тамамлаған. 1982 й. алып Башҡ‑н респ. мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.). 1997—2016 йй. (өҙөклөк м‑н) БДУ‑ның Стәрлетамаҡ...

ШЕРЕШОВЕЦ Валерий Владимирович

ШЕРЕШОВЕЦ Валерий Владимирович (15.2.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а. — 15.10.2000, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Органик химия ин‑тында эшләй: 1980 й. алып өлкән, 1986 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1991 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1993 й. башлап...

ШЕРСТЕННИКОВ Николай Александрович

ШЕРСТЕННИКОВ Николай Александрович (3.2.1900, Вятка губ. Большой Рой а. — 2.1.1981, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1943). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1922) шунда уҡ эшләй, 1923—35 йй. Уржум ҡ. санитария табибы....

ШЕРСТОБИТОВ Евгений Павлович

ШЕРСТОБИТОВ Евгений Павлович (24.9.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Костарев а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). 1956— 57 йй. Ағиҙел йылға пароходсылығында эшләй. 1961—99 йй. “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ында компрессор ҡулайламаһының өлкән машинисы. Ш. ҡатнашлығында 10‑сы биш йыллыҡ планды үтәгәндә юғары етештереү күрһәткестәренә...