Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙОСОПОВ Тимур Тәүхәт улы

ЙОСОПОВ Тимур Тәүхәт улы (21.9.1973, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). “Кэмпо” (тренеры М.М.Ғәбдрәхимов) һәм ӨДАТУ (Р.С.Саяпов, В.Д.Чистонов) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Азия...

ЙӨҘӨҮ

ЙӨҘӨҮ, спорт төрө, күкрәккә (ирекле стиль) йәки арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөү (кроль), брасс, баттерфляй һ.б. ысулдар м‑н дистанцияларға (50—1500 м) йөҙөүҙе берләштерә. Башҡортостанда Й. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Й. 1‑се Бөтә Башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелгән. 1927 й. Өфөлә...

ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы

ЙЫҺАНГИРОВА Диана Рафиҡ ҡыҙы (31.7.1983, Өфө), спортсы. Юридик ф. канд. (2006). Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2004). 22‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.А.Арсентьева). Рәсәй чемп. (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар...

КИКБОКСИНГ

КИКБОКСИНГ (ингл. kick — аяҡ м‑н тибеү һәм boxing — уҫмаҡлау), спорт төрө, ике спортсының ҡулдарына боксер бирсәткәләре һәм аяҡтарына йомшаҡ футтар кейеп бергә‑бер уҫмаҡлашыуы (тубыҡ һәм терһәк м‑н һуғыу, ырғытыу, ҡармап тотоу, быуыу тыйыла). К. лайт (еңел), семи (сикләнгән) һәм фулл (тулы) бәйләнештәргә...

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович

КЛОКОВ Дмитрий Вячеславович (18.2.1983,  Балашиха ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2006). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2008). 2001—13 йй. Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгеөсөн сығыш...

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ, боҙҙа конькиҙа тиҙлеккә йүгереү. К.ш.с. күпбәйге, айырым аралыҡҡа һәм команда м‑н уҙышыу ярыштарын айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда К.ш.с. 20 б. 30‑сы йй. үҫешә. 1937 й. БАССР‑ҙың йыйылма командаһы авт. респ. һәм РСФСР өлкәләренең Спартакиадаһында ҡатнаша. 40‑сы йй. уртаһында...

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ

ҠАДИРОВ Ғ. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЕХНИК СПОРТ ТӨРҘӘРЕ ҮҘӘГЕ, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. “Төҙөүсе” стадионы базаһында Ғ.Ф. Ҡадиров ис. спорт клубы булараҡ төҙөлә, 2010 й. хәҙ. исемен ала. 2012 й. үҙәк эргәһендә мотоспорт б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт техник мәктәбе асыла....

ҠАРАСУРИН Азат Динар улы

ҠАРАСУРИН Азат Динар улы (8.11.1995, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡалмаш а.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2014). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Ә.Ә.Ғүмәров). Биатлон б‑са 12,5 км уҙышта Паралимпия уйындары чемп. һәм 7,5...

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ, мотоспорт төрө, ҡаргиҙәр кросында, кантри‑кросында (тигеҙһеҙ урында түңәрәк буйлап уҙышыу) һ.б. ҡаргиҙәрҙәрҙә ярыштар. 1990 й. Башҡортостанда Өфөнөң Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионында СССР, Канада һәм АҠШ уҙышсылары ҡатнашлығында Ҡ.с. б‑са “Дуҫлыҡ” кубогына тәүге ярыштар үтә....

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ

  ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ, спорт төрө, тәбиғи (ҡая) йәки яһалма (скалодром) рельеф б‑са үрмәләү. Ярыштарҙы тиҙлек, ауырлыҡ, боулдеринг (ҡатмарлы ҡыҫҡа трассаларҙы һаҡлаусы ҡулайламаларһыҙ үтеү) һ.б. б‑са айыралар. Башҡортостанда Ҡ.ү.с. альпинизмдың бер тармағы булараҡ 20 б. 60‑сы йй. башында үҫеш ала....

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Юлиә Рөстәм ҡыҙы

ҠОРБАНҒӘЛИЕВА Юлиә Рөстәм ҡыҙы (12.11.1984, Өфө ҡ.), спортсы. Пуля м‑н атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2008). 26‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Б.Гулак). Шәхси зачётта Рәсәй кубогының бронза призёры (2005), РОСТО чемпионаты еңеүсеһе (2 тапҡыр, 2000)....

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ, спорт төрө, аяҡ һәм ҡулдар м‑н һуғыу, ҡармап тотоу, ырғытыу, ауырттырыу һәм быуыу алымдары ҡулланылған бергә‑бер көрәш. Ҡ.һ. б‑са комплекслы ярыштар 2 турҙа үтә: 1‑се — ҡораллы көрәштәштән һаҡланыу техникаһын күрһәтеү, 2‑се — көрәш (ҡорал ҡулланмайынса). 20 б. 40‑сы йй. уртаһында Өфөлә “Дина‑...

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы (21.3.1994, Гродно ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2022). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса бер-бер артлы...

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич (21.11.1992, Өфө), спортсы. Шорт- трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2014), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2015). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.К.Кяк, А.И.Максимов). Дөйөм зачётта 500 м дистанцияла Донъя кубогын (2015—16) яулаусы, Европа (2014—15)...

МОТОКРОСС

МОТОКРОСС, мотоспорт төрө, тигеҙ булмаған урындарҙа 50—500 см3 һәм коляскалы 750 см3 класлы махсус мотоциклдарҙа ярыштар. Башҡортостанда М. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. үҫешә (ҡара: “Башавтомотоклуб”). 1974—91 йй. Өфө р‑нында М. өсөн “Вавилово” трассаһы эшләй, унда РСФСР (1978, 1980) һәм СССР (1982) чемпионатының...

НИКИТИН Пётр Иванович

НИКИТИН Пётр Иванович (24.2. 1949, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Покровка а.), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2006). 1989 й. алып “Каучук” спорт клубында (Стәрлетамаҡ ҡ.), 2008 й. — Стәрлетамаҡ р‑нының 2‑се ДЮСШ‑ында, бер үк ваҡытта 1993—2003...

НОВОЖИЛОВ Владимир Вениаминович

НОВОЖИЛОВ Владимир Вениаминович (23.7.1952, Сумы ҡ. — 8.8. 1994, Ишембай ҡ.), тренер. Биатлон б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1990). 1972 й. алып саңғы ярыштары б‑са уҡытыусы‑тренер, 1975 й. — 5‑се ДЮСШ дир., 1977 й. — Н.Ф.Гастелло ис. спорт клубының уҡытыусы‑тренеры...

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы

НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы (6.5.1948, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Туҡай а. — 17.6.1992, Нефтекама ҡ.), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1974). 1966—67 йй. Борай р‑ны Оло Баҙраҡ урта мәктәбе, 1974 й. алып 1‑се Борай урта мәктәбе физик культура уҡытыусыһы,...

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

ОЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, бөтә донъя спорт ярыштары, хәҙ. О.у. 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелә. Боронғо грек О.у. хәҙ. О.у. прообразы булып тора, улар б.э.т. 776 й. алып Зевс аллаһы хөрмәтенә бөтә грек спорт һәм сәнғәт байрамы булараҡ үткәрелгән. Б.э. 394 й. үткәрелмәй башлай. Хәҙерге беренсе йәйге О.у. Грецияла...

ӨФӨ СПОРТ ӘЙБЕРҘӘРЕ ФАБРИКАҺЫ

ӨФӨ СПОРТ ӘЙБЕРҘӘРЕ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ. Ҡара‑ҡаршы көрәш, туристар өсөн спорт кәрәк‑ярағы, махсус кейем етештерә. Составына тегеү цехы, бесеү оҫтаханаһы ингән. 2009 й. 12 кеше эшләгән, 80 берәмеккә яҡын продукция етештерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1972 й. БАССР‑ҙың физик...