Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ ҠЫЙЫШҠЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә Ағиҙел й. һул ярында ҡалҡыу урында урынлашҡан. 1934 й. П.Д.Дмитриев һәм К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1957—60 йй. М.Х.Садиҡова тикшерә....

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ ҠЫРҒЫҘ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай. Илеш р‑ны Иҫке Ҡырғыҙ а. көнсығыш ситендә Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярының бейек морононда урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1972 й. С.М.Васюткин, 1989 й. Ф.А.Сөнәғәтов тикшерә....

ИҪКЕ МОШТО ҠАЛАСЫҒЫ

ИҪКЕ МОШТО ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡыҙҡала тауы, Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта ҡалдыҡ тау түбәһендә урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1982 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Ҡаласыҡ 2 рәт ярым...

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ МОШТО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—4 бб. ҡарай. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры киртләсендә урынлашҡан. 1982 й. асыла, 1988—91 йй. Г.Н. Гарустович, 2002 й. Ф.А.Сөнәғәтов тарафынан өйрәнелә. Ҡатнаш ҡәберлектәргә ҡарай....

ИҪКЕ МУСА ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ МУСА ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Мусса а. төньяҡ-көнбайыш ситендә урынлашҡан. 1957—58 йй. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам. 7— 11 м, бейеклеге 0,5—0,8 м) тора, уларҙың һәр береһендә...

ИҪКЕ НУҒАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ИҪКЕ НУҒАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 4—3 мең йыллыҡтар археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. В.С.Стоколос тарафынан 1969 й. асыла һәм 1970 й. өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә...

ИҪКЕ НУҒАЙ ТОРАЛАРЫ

ИҪКЕ НУҒАЙ ТОРАЛАРЫ, Ҡормантау мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Йәнйегет а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4—4,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яры морононда урынлашҡан. Иҫке Нуғай а. (хәҙ. көндә юҡ) исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1969 й. В.С.Стоколос...

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ИҪКЕ ХӘЛИЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 10—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а. төньяҡ ситендә Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 12 ҡурғандан (диам. 5—16 м, бейеклеге 0,2—1,0 м) тора, 8‑е өйрәнелгән. Мәйеттәр 0,3—1,3 м тәрәнлектәге...

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I, Иткүл мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Дауыт а. янындағы Иткүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асыла, 1953 й. Н.П.Кипарисова, 1954 й. К.В.Сальников тарафынан өйрәнелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 2 мең м2) ур һәм соҡор м‑н һаҡланған....

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 7—3 бб. ҡарай. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асылған Иткүл (Исәт й. басс.) янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡортостанда И.м. ҡомартҡылары (20‑гә яҡын) Әй й. басс., Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. үрге ағымында тупланған (Аҙанай, Иткүл...

ИШҠОЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ИШҠОЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Әбйәлил р‑ны Ишҡол а. янында Оло Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. 1983 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1984 й. В.А.Иванов тикшерә. Ҡомартҡы 12 ҡурғанлы ҡәберлектән тора, уларҙың һәр береһендә берәр ҡәбер табылған. Ҡәбер өҫтө ҡоролмалары...

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16—1 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәләүез р‑ны Иштуған а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1976 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1977 й. һәм 1982 й. өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы (диам. 18—30 м, бейеклеге 0,2—1,5 м) ҡәберлектәр...

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович (15.6.1892, Түбәнге Новгород губ. Яново а. — 5.9.1961, Ленинград), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сиркәү‑мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған. 1909 й. алып Өфө губернаһының төрлө учреждениелары хеҙм‑ре. 1923 й. башлап БАССР Дәүләт ғилми...

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ, боронғо сәнғәттә киң таралған йәнлектәр, уларҙың стилләштерелгән кәүҙә өлөштәре һыны йәки бер нисә йәнлектән торған композицияларҙың шартлы дөйөм атамаһы. Бронза быуатында барлыҡҡа килә, боронғо тимер быуатта таралыу ала. Й.с. барлыҡҡа килеүе изге хайуандарға табыныуға (ҡара: Тотемизм)...

ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ

ЙҮРҮҘӘНТАМАҠ ТОРАҺЫ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Йүрүҙән й. тамағынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Өфө й. һул ярында урынлашҡан. 1951 й., 1954—55 йй. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 860 м2 ер ҡаҙылған. Аҫҡы ҡатламында төньяҡ һәм көньяҡ морондар буйлап урынлашҡан торалар табылған....

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ

КАСЬЯНОВ ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—3 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. янында Ҡормантау һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1954—55 йй. Һ.В.Йосопов, 1975 й. В.А.Иванов, 1979 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо...

КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ

КӘКРЕКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 6 б. — б.э. 8 б. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк һәм Ә.М.Кинйәбаев, 1988 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе...

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ

КӘКРЕКҮЛ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — 1‑се мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а.көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Кәкрекүл күле исеме м‑н аталған. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1968—69 йй....

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 3—2 бб., б.э. 17—18 бб. ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Дүртөйлө р‑ны Көшөл а. эргәһендә Кеүәш й. һул ярында урынлашҡан. 4 ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. К.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 12—13 бб. ҡарай. 1957 й. А.П. Шокуров тарафынан асыла,...

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 6 б. аҙ. — 7 б. 1‑се ярт. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1959 й. В.Ф.Генинг, М.С.Акимова өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 30 ҡәбер өйрәнелгән....