Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, ҡаты, шыйыҡ йәки газ хәлендәге матдәләр (тултырғыстар) сағыштырмаса тигеҙ урынлашҡан өҙлөкһөҙ полимер фазалы (матрицалы) гетероген системалар. Тултырғыс сифатында аҡбур, тальк, ҡором, каолин, ағас оно, быяланан матдәләр, икенсел полимер сеймал һ.б. ҡулланыла. Сығышы б‑са...

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР

УГЛЕВОДОРОД ГАЗДАР, молекулаларында 5‑кә тиклем углерод атомы булған алифатик углеводородтар ҡатышмаһы. Тәбиғи газдарға, нефть эшкәртеү (тура ҡыуыу, деструктив процестар: термик крекинг, каталитик крекинг, пиролиз һ.б.) газдарына бүленә. Тәбиғи У.г. төп компоненттары — метан (ҡайһы саҡ 98%‑ҡа етә),...

УГЛЕВОДОРОДТАР

УГЛЕВОДОРОДТАР, молекулалары углерод һәм водород атомдарынан торған органик берләшмәләр. У. — нефть, углеводород газдары, газ конденсаты һ.б. төп компоненттары. Төҙөлөшөнә ҡарап алифатик (углерод атомдары һыҙыҡлы, мәҫ., н‑пентан, йәки тармаҡлы мәҫ., изо‑пентан, сылбыр барлыҡҡа килтерә,) һәм циклик (3...

УГЛЕРОД

УГЛЕРОД (Carboneum), C, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. 2 тотороҡло, радиоактив изотоптары бар. Тәбиғәттә У. ирекле хәлдә (алмас, графит), карбонаттар (эзбизташтар, доломиттар), диоксид сифатында (гидро‑ һәм атмосферала), янар ятҡылыҡтар составында (янар тәбиғигаздар, нефть,...

ҮҘӘК ЗАВОД ЛАБОРАТОРИЯҺЫ

ҮҘӘК ЗАВОД ЛАБОРАТОРИЯҺЫ, сәнәғәт пр‑тиеһындағы лаб. комплексы, лаб. контроль, ғилми‑тикшеренеү һәм эксперименталь‑производство эштәрен башҡара. Ү.з.л. бурыстары производствоның үҙенсәлектәренә һәм күләменә бәйле. Ү.з.л. сеймал, яғыулыҡ сифатын, технологик процесс ваҡытында материалдарҙың химик составы...

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, молекулалары 1, йышыраҡ 2 һәм унан күберәк эйәртеүле бәйләнешле системаһы булған, составына гидроксил төркөмдәр ингән планар циклдарҙан торған тәбиғи берләшмәләр. Ү.а.б. ябай һәм күп атомлы фенолдар, флавоноидтар, кумариндар, хромондар, антрахинондар, лигнандар, гидролизланыусы...

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ, ҡоротҡос бөжәктәрҙән үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың (а.х., урман, декоратив) интеграциялы ысулының ҡушма өлөшө, биол., химик һәм техник саралар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Айырым бөжәк төрҙәренең үҙ‑үҙен тотошона ҡарап уларҙы йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн билдәле физик (тауыш,...

ФЕНОЛДАР

ФЕНОЛДАР, молекулаларында ароматлы ҡулса атомдары м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә гидроксил төркөм булған ароматик берләшмәләр. Гидроксил төркөм һаны б‑са бер‑ (фенол, крезол, ксиленол), ике‑ (пирокатехин, резорцин, гидрохинон), өс‑ (пирогаллол, флороглюцин, оксигидрохинон) һәм күп атомлыларға бүленә....

ФЕРОМОНДАР

ФЕРОМОНДАР, биологик актив матдәләр, хайуандарҙың махсус биҙҙәре тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә бүлеп сығарыла һәм ш. уҡ (ҡайһы берҙә ҡәрҙәш) биол. төр заттарына хас холоҡто йәки үҫеш процесын барлыҡҡа килтерә. Енес (аттрактанттар һәм афродизиактар; күберәк өйрәнелгән), аҙыҡ, агрегацион, хәүеф, эҙ, соц....

ФИЗИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ФИЗИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, нурланыштың (квант йәки бөртөктәр ағымы) матдә м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эффектты (сигнал) үлсәүгә нигеҙләнгән. Сигнал дәүмәлен үлсәү һөҙөмтәләре б‑са статистик эшкәртеп асыҡланған компоненттарҙың концентрацияһы һәм массаһы м‑н бәйле аналитик сигнал алына....

ФИЗИК ХИМИЯ

ФИЗИК ХИМИЯ, химик процестар үтеү законлыҡтарын физиканың фундаменталь принциптары, теоретик һәм эксперименталь ысулдарына нигеҙләнеп аңлатҡан фән. Квант механикаһы, статистик физика һәм термодинамика, һыҙыҡлы булмаған динамика, химия физикаһы һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Ф.х. матдәләр төҙөлөшө т‑дағы тәғлимәтте,...

ФИЗИК‑ХИМИК АНАЛИЗ

ФИЗИК‑ХИМИК АНАЛИЗ, химик әүерелештәрҙе бер нисә компоненттан (уларҙы айырмайынса) торған системаларҙа (башлыса тиң булған) химик составына, компоненттарҙың бер‑береһе м‑н тәьҫир итешеүенә, фазаларҙың һ.б. тәбиғәтенә һәм йәшәү сиктәренә бәйле өйрәнеү ысулы. Ф.‑х.а. төп бурысы — “состав—үҙенсәлек” (“состав—температуpa”,...

ФЛАВОНОИДТАР

ФЛАВОНОИДТАР, биологик актив матдәләр, үҫемлек пигменттары, бензо‑γ‑пиран сығарылмалары. Молекулаларында 2 бензол ҡулсаһы бер‑береһенә пропан гетероциклик кислородлы фрагмент (фенилпропан каркасы С6—С3—С6) м‑н бәйләнгән фенол берләшмәләре. 1000‑дән ашыу Ф. билдәле, үҫемлектәрҙә киң таралған, ҡайһы берҙә...

ФЛОТАЦИЯ

ФЛОТАЦИЯ (фр. flottation), суспензияларҙан ваҡ ҡаты өлөштәрҙе бүлеү, эмульсияларҙан дисперслы фаза тамсыларын айырып алыу. Өлөшсәләрҙең (тамсыларҙың) шыйыҡса м‑н еүешләнеүсәнлегенең төрлөлөгөнә һәм уларҙың фаза бүлеге сиктәрендә тупланыуына нигеҙләнгән. Фаза‑ара сиктәр барлыҡҡа килеү механизмына бәйле...

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, флуоресценция күренешенә (ҡара: Люминесценция) нигеҙләнгән анализ ысулы. УФ‑нурланыш (сығанаҡтары — кварцлы газ разрядлы терегөмөш йәки ксенон лампалары, УФ‑лазерҙар) м‑н ярһытылған тикшерелгән матдәнең фотолюминесценцияһы визуаль, фотографик йәки фотоэлектрон приёмник ярҙамында...

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, формальдегид нигеҙендәге олигомер продукттар. Икенсе компонент тибына бәйле амин-(амид)‑, (анилин‑, гуанамин‑, дициандиамид‑, меламин‑, мочевина‑) һәм фенол‑ (саф фенол‑, ш. уҡ крезол‑, резорцин‑); ш. уҡ ҡатнаш (гуанамин-мочевина‑, гуанамин-меламин‑, фенол‑анилин-, фенол-ксиленол‑,...

ФОСФОГИПС

ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелгән экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙы тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килгән көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның...

ФОСФОР

ФОСФОР (Phosphorus), P, Д.И. Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобыбар. Тәбиғәттә фосфаттар сифатында осрай (200‑гә яҡын минерал). Аҡ, ҡыҙыл (уртаса тотороҡло; диэлектриктар), ҡара (тотороҡло; ярым үткәргес, 8,6•1010 Па юғарыраҡ баҫымда — үткәргес, 4,7—10 К түбәнерәк...

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ, +1-ҙән алып +5‑кә тиклем окисланған дәрәжәле фосфорҙың кислородлы к‑талары. XYP(O) OH (X, Y — кислород, фосфор, водород атомдары йәки органик радикал) структура берәмектәренән тора (ҡара: Фосфорорганик берләшмәләр). Уларға ш. уҡ юғары фосфор к‑талары инә (ҡара: Органик булмаған пероксидтар)....

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР, УФ‑нурланышты инфраҡыҙылға әйләндереү өсөн люминофорлы полимер плёнкалар (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр, Люминесценция). Фотосинтез тиҙлеге йәшел төҫкә төшөүсе яҡтылыҡ тулҡынының оҙонлоғона бәйле булғанға, әүерелгән нурланыштың өҫтәмә миҡдары (иң юғары эффект 600—...