Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОНВЕРСИЯ

КОНВЕРСИЯ (лат. conversio — үҙгәреү, әүерелеү), хәрби-сәнәғәт комплексын үҙгәртеп ҡороу, оборона заказы кәмеү сәбәпле сәнәғәтте демилитаризациялау һәм үҙгәртеп ҡороу, хәрби производство потенциалын граждандар продукцияһы һәм ике төр тәғәйенләнешле продукция сығарыу өсөн файҙаланыу. Тулы һәм өлөшләтә...

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы, шәкәрле (кәнфит, шоколад, мармелад, хәлүә һ.б.) һәм ҡамырҙан (печенье, торт, кекс, рулет һ.б.) кондитер изделиелары етештерә. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. үҫешә башлай, 1882 й. Өфө губ. 2 патока, 6 перәник һәм 1 керәндил ярым һөнәрселек биналары эшләй....

КОНКУРЕНЦИЯ

КОНКУРЕНЦИЯ (лат. concurrentia, concurrere — бәрелешәм), иҡтисадта: билдәле бер тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙа һатыу күләме өсөн фирмалар араһындағы ярыш. Камил һәм камил булмаған К. айырыла. Камил К. фирмалар баҙар власына (етештереүсенең баҙар хаҡына йоғонто яһай алыуы) эйә булмай. Уларҙың табышы тик...

КООПЕРАЦИЯ

КООПЕРАЦИЯ, физик шәхестәрҙең дөйөм иҡт. маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекле рәүештә ағза булыу нигеҙендә берләшеүе, пай түләүҙәрен бергә ҡушыу юлы м‑н булдырыла. Ойошма булараҡ рәсмиләштерелгән К. кооператив тип атала. Производство һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Производство кооперативы берлектә...

КОРКИН Иван Иванович

КОРКИН Иван Иванович (25.10.1908, Тверь губ. Орешки а. — 5.11. 1981, Сибай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1934). 1937 й. алып “Красноуралмедьруда” тресы (Красноуральск ҡ.), 1938 й. — “Кировградмедьруда” тресы баш механигы, 1941 й. — Ҡыштым механика з‑ды дир., 1951 й. — Урта Урал...

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич (9.8.1954, Ташауыҙ ҡ.), электрик. БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). 1975 й. Г.С.Верещагин ис. Славгород химия з‑дында, 1978 й. ғин. алып Өфө электр лампалары з‑дында электромонтёр; нояб. башлап 8‑се дауахананың (Өфө)...

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ.  Өфө губернаһында 20 б. башында халыҡҡа К.х. һөнәрселәр һәм яңғыҙ кустарҙар тарафынан күрһәтелгән (ҡалаларҙа — 23 меңдән, ауылдарҙа 17,5 меңдән ашыу кеше). Өфөлә хәрби гарнизон эргәһендә — мунса һәм кер йыуыу йорто, ҡала башҡармаһы ҡарамағында 2 мунса, шәхси бөҙрәханалар эшләгән. 20 б....

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, йыуыу, таҙартыу, ағартыу, дезинфекциялау саралары, мастикалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар, ш. уҡ минераль ашламалар һәм ваҡлап үлсәп төрөлгән үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары һ.б. етештереү б‑са химия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда К.х.е. химия, нефтехимия...

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович (22.10.1898, Кострома губ. Будухино а. — 12.5.1957, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1919 й. алып Кострома “Главкран” идаралығында, 1926—34 йй. һәм 1940 й. башлап Ҡорос прокатлау һәм тимер сым-канат з‑дында эшләй, 1943 й. алып “Гипрометиз”...

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна (12.5.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Поповка а. — 16.1.2014, Салауат ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып Ермолаевка ательеһының (Көйөргәҙе р‑ны) шәхси тегеү оҫтаһы, 1958 й. — Салауат тегеү ф‑каһы тегеүсеһе, 1960—88 йй. “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑ның минераль ашламалар з‑ды...

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ, төҫһөҙ быяланан быяла һауыт (20‑нән ашыу төр һыйышлыҡ) етештергән; ҡом, доломит, ҡырсынташ сығарған. 1924 й. Богоявленск заводы базаһында нигеҙ һалына, тәҙрә быялаһы сығарыуға махсуслашҡан, 1941—45 йй. завод терр‑яһында Белоруссиянан эвакуацияланған Гомель быяла з‑ды урынлашҡан....

КРЕДИТ

КРЕДИТ (лат. creditum — ссуда, бурыс), кире ҡайтарыу, ваҡытлыса бирелеү, тәьмин ителеү һәм түләүлелек шарттарында заёмщикҡа аҡса йәки тауар биреү. К. төп формалары: коммерция К. (һатыусы тарафынан алыусыға һатылған тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереү рәүешендә бирелә, вексель м‑н рәсмиләштерелә) һәм...

КУЗНЕЦОВ Владимир Николаевич

КУЗНЕЦОВ Владимир Николаевич (8.2.1920, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.2.1990, Өфө), иҡтисадсы-географ. Геогр. ф. канд. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1983 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй: 1962 й....

КУЗЬМИЧЁВА Евдокия Яковлевна

КУЗЬМИЧЁВА Евдокия Яковлевна [25.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.6.2002, Бәләбәй ҡ.], төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). 1948 й. алып “Туймазанефтестрой” тресы маляры, 1952—85 йй. “Шкаповнефтестрой” тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында (Бәләбәй ҡ.): 1954 й. башлап...

КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич

КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич (15.9.1910, Сембер губ. Тимбай а. — 20.3.1962, Октябрьский ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). 1931 й. алып Ҡыҙыл нефть разведкаһы (Пермь өлк.) быраулаусыһы, 1933 й. — “Ишимбайнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—62 йй. “Туймазанефть”...

КҮМЕР СӘНӘҒӘТЕ

КҮМЕР СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең күмер сығарыу, байыҡтырыу һәм брикетлау тармағы. Башҡортостанда К.с. барлыҡҡа килеүе һоро күмер ятҡылыҡтары асылыуға бәйле. 1947 й. Бабай һоро күмер ятҡылығы базаһында Ермолаевка разрезын проектлау башлана (1951 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1957 й. алып Күмертау разрезы;...

КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ПРОИЗВОДСТВО ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ПРОИЗВОДСТВО ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ААЙ. Граждан һәм хәрби вертолёттар, газ ҡорамалдары эшләп сығарыу; ер өҫтөндәге һәм осоусы составты уҡытыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Производство составында тимерлек‑преслау, ҡойоу, әҙерләү‑штамплау, механик йыйыу, иретеп йәбештереү, термогальваник, металл булмаған...

КҮМЕРТАУ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

КҮМЕРТАУ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына икмәк һәм икмәк-булка изделиелары (1950 й. нигеҙләнгән), перәник (1956), юғары сортлы изделиелар (1972) етештереү цехтары инә. 2011 й. 83 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1950 й. икмәк з‑ды булараҡ ойошторола,...

КҮМЕРТАУ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

КҮМЕРТАУ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡҡ. һәм Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка р‑ндары ҡулланыусыларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте — Күмертау ҡ., район диспетчер пункттары күрһәтелгән бөтә райондарҙа һәм Мәләүездә урынлашҡан. 2012 й....

КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ

КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең тәбиғи һәм яһалма күн, тире, тире һәм күн- галантерея изделиелары, аяҡ кейеме етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай (ҡара: Күн эше): 30‑сы йй. Өфөлә — 27, Стәрлетамаҡ ҡ. 28 күн пр‑тиеһы була, күпселеген итексе цехтары тәшкил итә. Өфө...