Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФАСОЛЬ

ФАСОЛЬ (Phaseolus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу (культурала яҡынса 20) төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Европала, Көньяҡ һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Азияла таралған. Башҡортостанда ябай Ф. үҫтерелә, уның әрсеү (орлоҡ алыу өсөн үҫтерелә) һәм шәкәр (бешеп етмәгән ҡуҙаҡ)...

ФЁДОРОВ Сергей Иванович

ФЁДОРОВ Сергей Иванович (23.9. 1939, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Бәләкәй Александровка ҡсб — 3.4.2010, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Бәләбәй р‑нының “Спартак” с‑зында баш агроном. 1968—2009 йй. БДАУ‑ҙа (1972—76 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре тупраҡ эрозияһы...

ФИСИНИН Владимир Иванович

ФИСИНИН Владимир Иванович (20.12.1939, Омск өлк. 358‑се совхоз), зоотехник‑селекционер. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. фәндәре акад. академигы (1988), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), а.х. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), Рәсәйҙең почётлы агросәнәғәт комплексы хеҙм‑ре (2011)....

ФИТОФТОРОЗДАР

ФИТОФТОРОЗДАР, үҫемлектәрҙең фитофтора заты бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуҙары. Бөтә ерҙә осрай. Башҡортостанда иң зыян килтергәне — картуф Ф. Япраҡ, һабаҡ һәм бүлбеләрҙә, төрлө ҙурлыҡтағы тиҙ таралған көрән таптар барлыҡҡа килә. Бүлбене ҡырҡҡанда ситенән үҙәккә табан телсәләр рәүешендә таралған...

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР

ФОСФОРЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн фосфор сығанағы булараҡ ҡулланылған органик һәм минераль берләшмәләр. Ф.а. етештереү өсөн башланғыс сеймал — апатиттар һәм фосфориттар. Ф.а. сифатында ш. уҡ органик матдәләр (тиреҫ, фосфатшлак, һөйәк оно һ.б.) файҙаланыла. Ф.а. һыуҙа (аммофос, диаммофос,...

ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

ФРУНЗЕ М.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ. Кушнаренко р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Баҡай ауылы. Составына 2 һөтсөлөк, йәш һыйыр малын һимертеү һәм сусҡ‑ҡ фермалары, тирмән, икмәкхана һ.б. инә. 2004 й. 109 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8427 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 6672 га. Уңдырышлылыҡ...

ФУНГИЦИДТАР

ФУНГИЦИДТАР (лат. fungus — бәшмәк һәм caedo — үлтерәм), пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик матдәләр, үҫемлек ауырыуҙарын тыуҙырған патоген бәшмәктәр м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла. Химик үҙенсәлектәре б‑са — органик булмаған (баҡыр, көкөрт, терегөмөштөң ҡайһы бер берләшмәләре) һәм органик (тиокарбамин...